Табикмәк

Викидәреслек проектынан

Табикмәк — тиҙ әҙерләнә торған икмәк. Сөсө ҡамырҙан бешерелә. Төньяҡ-көнсығыш башҡорттары был ризыҡты жәймә (әҙәбисәләштерһәк: йәймә) тип атайҙар.

Ингредиенттар[үҙгәртергә]

  • Аҡ он
  • Ҡаймағы айыртылған һөт йәки кефир
  • Аш содаһы
  • Тоҙ

Әҙерләү ысулы[үҙгәртергә]

Бер стакан һөт йәки кефирға бер балғалаҡ тоҙ, балғалаҡ осонда сода ҡушып болғаталар. Он өҫтәп, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫалар. Табаға яраҡлаштырып ҡамырҙан йоморсаҡтар эшләйҙәр. 0,5 см ҡалынлығында йәймә яһайҙар. Майҙа ике яғы ла бешерелә.

Ҡамырға йомортҡа ла ҡушырға мөмкин. Ул саҡта табикмәк тиҙ кибә, оҙаҡ һаҡланмай.

Табикмәкте сүпрәле ҡамырҙан да бешереп була.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә]

  • Көлсә