Эстәлеккә күсергә

Ҡулғикмәк

Викидәреслек проектынан

Ҡулғикмәк — икмәктең был төрө ябайлығы менән айырыла. Әммә танһыҡҡа бик тәмле ризыҡ һәм ҡабалан саҡта бешерергә йәтеш. Атамаһына килгәндә, йәһәт кенә, ҡулдан ғына әҙерләй һалып, бешереп алғанға күрә, шулай аталалыр.

Ҡулғикмәк

Ингредиенттар

[үҙгәртергә]
  1. Он
  2. 1 стакан шыйыҡ май (үҫемлек майы)
  3. 1 стакан һыу
  4. 1 аш ҡалағы шәкәр
  5. 0,5 сәй ҡалағы сода (уксуста тондоролған)
  6. Сама менән тоҙ

Әҙерләү

[үҙгәртергә]

Һыуытҡыстан алынған шыйыҡ майға һыуыҡ һыу һәм ҡалған бөтә ингредиенттарҙы өҫтәгәс, самалап он ҡуша барып, ҡаты ғына ҡамыр баҫабыҙ. Табаның ҙурлығына ҡарап, 1,5-2 см ҡалынлыҡта йәймәләр әҙерләйбеҙ. Майланған табаларҙа мейестә, йәки духовкала бешереп алабыҙ. Эҫеләй ҙә, һыуынған килеш тә, сәй янына ҡуйырға бик тәмле аҙыҡ килеп сыға.