Ҡурмас

Викидәреслек проектынан

Ҡурмас — тын игендән әҙерләнә торған аҙыҡ. Ниндәй шарттарҙа ла боҙолмай. Башҡорттар, ғәҙәттә, уны оҙойлы юлға ала торған булған.

Ингредиенттар[үҙгәртергә]

Әҙерләү ысулы[үҙгәртергә]

Ғәҙәттә, бойҙай бөртөктәренән әҙерләнә. Тәүҙә бойҙайҙы ҡыҙҙырып, ҡурмас эшләп алалар. Ҡурмасты табала йәки йәйпәк ҡаҙанда ҡыҙҙыралар. Өс-дүрт ус бойҙай һалып, ағас ҡалаҡ менән болғап торорға кәрәк. Бөртөктәр ҡыҙарғас, тешләп ҡарайҙар. Кетерләп, сыртлап ыуалып торһа, ҡурмас өлгөргән була. Дөрөҫ әҙерләнгән ҡурмас хуш еҫле һәм бик тәмле була.