Һыуыҡ аш

Викидәреслек проектынан

Һыуыҡ аш — был ашты йәйҙен эҫе көндәрендә әҙерләргә була.

Составы[үҙгәртергә]

  • ҡатыҡ 150-170 г
  • һыу 170-200 г

Әҙерләү ысулы[үҙгәртергә]

Бешкән картуфты, ҡаты бешкән йомортҡанын ағын шаҡмаҡлар киҫәләр, әҙерләнгән ҡуҙғалаҡты һәм йәшел һуғанды ваҡлап турап, тоҙ һалып бутайҙар.

Йомортҡанын һарыһын, тоҙ, ҡаймаҡ һәм ҡорот ҡушымтаһында әүәләйҙәр.

Кәстрүлгә ҡайнап һыуыған һыу ҡойола, һәйбәт итеп туҡылған ҡатыҡ һәм бөтә әҙерләнгән аҙыҡ өҫтәлә. Һыуыҡ аш әҙер.

Һәйбәтләп болғатып, ваҡлап туралған йәшел укроп һибеп табынға ҡуялар.

Ҡуҙғалаҡты йәш кесерткән менән алыштырырға мөмкин.

Кесерткәнде тәүҙә һалҡын һыуҙа йыуалар, аҙаҡ ҡайнар һыу менән бешәкләйҙәр, ваҡлап киҫәләр ҙә бер аҙ ҡайнатҡас, һөҙөп алып һыуыталар.