Эстәлеккә күсергә

Айыуталаған (Әбйәлил районы)

Викидәреслек проектынан

53°37′29″ с. ш. 58°36′45″ в. д. (G)

Айыуталаған ҡаяһы



Ауылым Әбйәлил районынының Күсемдә иң матур урындарының береһе " Айыу талаған "ҡаяһы.
Һәр урын ерҙең исеме ниндәйҙә булһа легенда менән бәйле.

Мин береһен ауылдашыбыҙ Илдар ағай Ғилмановтан яҙып алдым.

"Айыуталаған" тарихы былай. Ҡырҡтыла Йәҙгәр тигән кеше йәшәгән. Ярлы булыу сәбәпле, йәйләүгә ҡыштауға сыҡмай бер урында утар булып йәшәгән.
Был урын "Йәҙгәр утары" тигән исем менән һаҡланған бөгөнгәсә.

Йәҙгәрҙең ҡатыны үҙҙәренең хужалығында етештергән нәмәләрен Күсемгә үҙенә кәрәк-яраҡҡа алыштырырға килә ятҡанда айыуға тап була. Ҡатын бөтә нәмәһен ташлап ауылға ҡаса. Айыу уның нәмәләренә әүрәп тороп ҡала. Ҡатын ауылға килеп: "Айыу йөгөмдө таланы", — тип һөйләгән.

Айыу әүрәп ҡалырлыҡ булғас йөгөндә бал булғандыр, тип фараз итергә була.

Һәм ул урынды " Айыу талаған " тип йөрөтә башлайҙар.

Икенсе легенданы Йомор Атауллин ағайымдан ишеткәйнем.

Йәш һунарсы егет һунарҙа йөрөгәндә Айыуға тап була. Айыу егеткә һөжүм итә. Егеттең башынан тотоп ике ҡолағын һыпырып ала айыу. Ҡанға батҡан егет үлгән булып ергә ҡолай.

Сөнки айыу ғәҙәттә ҡорбанын үлтерәлә, уны еҫтәнгәнсе сыбыҡ-фәлән менән күмеп китә. Еҫтәнгәс килеп ашай. Быны былгән егет шуға ҡолай ҙа инде. Айыу усы менән егеттең тын алышын тикшерә. Сөнки уның усы — иң һиҙгер урыны. Егет тын да алмай ята. Айыу уны сыбыҡ, ағас менән күмеп китә. Егет ауылға ҡайтып булған хәлде һөйләй.

Егет тере ҡала, тик ике ҡолағы ла өҙөлгән була. Ә алыш булған урын "Айыу талаған" булып тарихҡа инә.
Бына шундай ике легенда. Ҡайһыныһы дөрөҫтөр? Бәлки икеһе лә дөрөҫтөр.

Олатайҙар урын-ерҙәргә исемдәрҙе буштан бушҡа бирмәгәндәр, һәр береһенең тарихы бар.

Урын-ерҙе дөрөҫ исемдәре менән атайыҡ.

Урыҫар беҙҙең " Айыу талаған "ҡаяһын йәмһеҙ итеп "Каблук " тип атайҙар.
Беҙ дөрөҫ әйтәйек.


Инфороматор:Зөләйха Ырыҫҡолова