Ғафури районы Родина -Ватан ауылында халыҡта Айыутауы тип йөрөтөлгән яланлы, урманлы һөҙәк тау бар.Уры:тар уны Медвежья гора тиҙәр. Был тау битләүендә йыл да район һабантуйҙары үтә, сөнки Родина -Ватан ауылы райондың урталығына тура килә. Айыутауында селектәр үҫә Ауыл халҡы һепертке итер өсөн ошонда барып селек йыя. Селектән башҡа еләктәр ҙә бик күп була, урман ситтәрендә ҡурай еләктәре, балан һәм алморон ҡыуаҡтары үҫәләр.Ә яланында ниндәй генә шифалы үләндәре юҡ! Барыһы ла үҫә! Ғафури тәбиғәте байлығы менән айырылып тора.Айыутауы хаҡында минең әйтешем бар.
АЙЫУТАУҘА НИҘӘР БАР?
(Әйтеш)
-Айыутауҙа ниҙәр бар?
Бармы унда айыуҙар?
-Айыутауҙа айыу юҡ,
Айыутауҙа селек бар.
-Айыутауҙың битләүендә
Бешкәнме һуң еләктәр?
-Еләктәре көйөп бөткән,
Үҫә бары селектәр.
-Айыутауға барҙыңмы,
Унда селек йыйҙыңмы?
-Олатай менән барҙыҡ,
Күп итеп селек йыйҙыҡ.
-Ниңә улай күп һындырҙың?
Ул селекте нишләтәң?
- Һепертке итеп бәйләйем,
Ишегалдын һеперәм.
- Һабантуйҙар була тиҙәр
Айыутау битләүендә,
- Эйе! Район һабантуйы
Гөрләп тора июндә.
- Ә быйыл Айыутауына
Һабантуйға барҙыңмы?
- Юҡ барманым..Тажлы вирус
Тартып алды байрамды.
-Ҡайғырмайыҡ, булыр әле
Айыутауҙа байрамдар!
- Әлегә һин Айыутауға
Селек һындырырға бар!
-Эй, Айыутау, Айыутау,
Һөҙәк кенә матур тау,
Ватан ауылы тауына
Әйтешем булһын маҡтау.
Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ.
13.07.2020
Халыҡта нишләп Айыутауы тип аталған ? тигән һорауға былай тип һөйләйҙәр.
Элегерәк бер бабай ейәне менән селекһындырырға барған икән. Күп кенә итеп селек һындырып алғандар, бер ваҡыт ҡараһалар урман ситенән балаһын эйәрткән инә айыу килеп сыҡҡан! Бабай менән ейәне бик ҡурҡҡандар ҙа тиҙерәк шундағы бер уй-соҡорға төшөп йәшенеп ятҡандар, үҙҙәре айыуҙы күҙәткәндәр.Бала айыу тәгәрәп уйнап та алған, инәһе уның эргәһенә китмәй икән, балаһын һаҡлай ти. Шулай бер аҙ урман ситендә йөрөгәс, улар кире урманға кереп киткәндәр.Бабай менән ейәне айыуҙың киткәнен күрһәләр ҙә бер аҙ йәшенгән урындарынан сыҡмай ултырғандар.Унан тынысланғас, ҡурҡыуҙары уҙғас, һындырған селектәрен күтәреп ауылға ҡайтып киткәндәр ҙә селек үҫкән тауҙа балалы айыу күргәндәрен кешеләргә һөйләгәндәр.Шунан бирле ауыл кешеләре селекле тауҙы Айыутау -Медвежья гора тип атап йөрөтә башлағандар. Эйе, ысынлап та әлеге ваҡыттарҙа ла был тауҙа урман ситендә айыу күреүселәр бар.