Эстәлеккә күсергә

Алдар Иҫәкәев (Алдар Иҫәнгилдин)

Викидәреслек проектынан
Википедияла

Алдар тархан ҡайҙа торған?

Баймаҡтар ҙа, бөрйәндәр ҙә уны үҙенеке тип иҫәпләй (Ҡотлобаева К.З., бөрйәнле. Иҫкәрмә: ике яҡ та хаҡлы. Сөнки Бөрйән ҡәбиләһенең биләмәләре хәҙерге Бөрйән районы сиктәренән күпкә ҙур. Хәҙерге административ бүленеш башҡорт ҡәбиләләрен бүлгесләп, телгесләп, халыҡтың ырыу бәйләнештәрен өҙгән. Дөрөҫө шул: Алдар Иҫәкәев бөрйәнле, бөрйән батыры. Шулай уҡ дөйөм алғанда башҡорт халҡының арҙаҡлы улы).

Алдар тархан ҡайҙа торған?

[үҙгәртергә]

Алдар Иҫәнгилдин – Рәсәй тарихында киң билдәле шәхес. Батша Петр I алып барған һуғыштарҙа ҙур батырлыҡтар күрһәткән. Яу алдынан дошманлашыусы ике яҡтан алға сығарылған батырҙар көрәшендә черкес батырын еңеп, дан алған. Батша уны ике мәртәбә тарханлыҡ дәрәжәһенә сығара.

Тарихи яҙмаларҙа Алдар батыр­ҙың тыуған йорт-ере итеп Бөрйән районының Ҡана йылғаһы бу­йындағы Алдар (хәҙерге Әтек) ауылы күрһәтелә. Ауылдағы Иҫәнгилдиндар ышаныслы рә­үештә үҙҙәрен батырҙың вариҫтары тип иҫәпләй. Әтек мәктәбе алдына Алдар тархандың бюст-һәйкәле ҡуйылған, музейҙа мәғлүмәттәр тупланған.

Әммә баймаҡтар ҙа Алдарҙың сығышын үҙҙәренең ерлегенә бәйләй. Хатта бер йылы Бөрйән – Баймаҡ юлындағы матур ғына аҡланға “Алдар батыр утары” тигән ҙур яҙыу ҙа ҡуйҙылар. Уның рухына арнап йыйын да үткәрҙеләр.


Алдар батырҙың туғыҙ утары булған, тигән имеш-мимештәр ҙә бар. Бынан сығып йәнә фекер йөрөтһәң, шәхесте “бүлешеү” кәрәкмәй ҙә һымаҡ, Алдар Иҫәнгилдин (Иҫәкәев) – бөтөн башҡорт халҡының Батырша, Ҡара­һаҡал, Салауаттар тиңендә торған бөйөк улы һәм батыры. Ә батырҙары менән һоҡлана, ғорурлана белгән, уларҙы үҙенеке тип иҫәпләгән халыҡ бер ҡасан да бахыр булмай.

Мәсем – Ирәндек араһы,

Нисә икән саҡ(ы)рым?..

Бөрйәндәр* көткәндәр шунда

Алдар батыр аттарын.

Ике тауҙың ҡуйынында

Иркен йөрөгән аттары.

Унда-бында һибелгәндер

Алдар батыр утары.

Ишле булған йылҡылары,

Һигеҙ мең булған һаны.

Һимеҙ булған йылҡылары,

Алыҫтан булған танып.

Ҡышын тибенгә аттарҙы

Тауҙарға әйҙәгәндәр.

Ә йәйгеһен бейәләрҙе

Ҡымыҙға бәйләгәндәр.

Иҫәнгилдин булған Алдар,

Иҫәкәй ҙә тигәндәр.

Дошмандары таптырғанда,

Эҙ йәшерә белгәндәр.

Ирәндек – Баймаҡ яғында,

Ә сал Мәсем – Бөрйәндә.

Был тауҙарҙа донъя йәме,

Был тауҙар барса йәмдә.

Бөрйән ырыуынан Алдар,

Баш эйгән уға халыҡ.

Батша ҡулынан алған ул

Ике тапҡыр тарханлыҡ.

Мәсем – Ирәндек араһы,

Әллә күпме саҡ(ы)рым.

Ырыуҙаштар көткән унда

Алдар батыр аттарын.

Көн иткәндәр төбәк биләп,

Татыу торған бөрйәндәр.

Татыулыҡта илдең ҡото

Икәнлекте белгәндәр.

Атайсалда** ҡор йыйғандар,

Тирә-яҡтан килгәндәр.

Беҙҙең олуғ ил ағабыҙ,

Алдар батыр тигәндәр.

Мәсем, Ирәндек тауҙары

Батыр рухын һаҡлайҙыр.

Бөрйәндәр ҙә, баймаҡтар ҙа

Һүҙемде кире ҡаҡмайҙыр,

Һәм ҡыуаныс, һәр ҡайһыһы,

Беҙҙең бөйөк шәхес тиеп,

Башҡорт улын атайҙыр,

Ау, халҡым улын атайҙыр!..

  • ырыу
    • ете ырыу стелаһы ҡуйылған боронғо ырыуҙар йыйыны яланы
Мөнир ФӘЙЗУЛЛИН. Бөрйән районы.

Батыр ҡайтты иленә

[үҙгәртергә]

Тамырҙарын юллаған, тарихын белгән, үткәнен онотмаған халыҡ үлемһеҙ, тиҙәр. Раҫтыр. 10 ноябрҙә, райондың 75 йылыҡ юбилейын билдәләр алдынан, Әтек ауылында исеме йырҙарҙа йырланған, легенда-риүәйәттәрҙә данланған, тарихи сығанаҡтарҙа урын алған легендар шәхес - Бөрйән ырыуы батыры Алдар Иҫәкәйевкә һәйкәл асылды.

Ирек өсөн яуға күтәрелеп, шул юлда башын һалған Алдар батыр - беҙҙең яҡташыбыҙ, ил ағаһы, ғәйрәтле уҙаман, ҡурҡыу бөлмәҫ яугир.

Ул - XVII быуат аҙаҡтарында Рәсәйҙең именлеген яҡлап Ҡырым һәм Азов походтарында ҡатнашҡан яугир. Шул яуҙарҙағы батырлыҡтары әсен Петр I батшаның үҙ ҡулынан бүләк - алтын ҡынлы ҡылыс һәм ярлыҡ-грамота, тарханлыҡ дәрәжәһе алған, маҡ­тау һүҙҙәрен ишеткән олуғ шәхес.

Тарих үҙе шаһит: урыҫ-төрөк һуғышының хәл иткес бер мәлендә 70 меңдән ашыу ғәскәр араһынан рус ғәскәренең намыҫын яҡлау нәҡ уға төшә - черкес батыры менән хәнйәр алышында еңеп сыға.

Рәсәй алдында дан-шөһрәт ҡаҙанған да, рус батша­лығы халыҡты рәхимһеҙ иҙә, ҡыҫа башлағас, батшаларға ҡаршы халыҡ­ты яуға күтәргән дә ажар башлыҡ, их­тилал етәксеһе ул Алдар Иҫәкәйев.

Ҡаҙағстанды Рәсәйгә ҡушыуҙа илгә ҙур хеҙмәт күрһәтеүсе дипломат, илсе, күп телдәр белеүсе Алдар, Рәсәй ал­дында ниндәй генә дәрәжәләр, абруй­ҙар ҡаҙанһа ла, урыҫ батшалығы та­рафынан яусыллығы өсөн дарға аҫып үлтерелгән башҡорт балаһы.

Эйе, тарих сөңгөлдәренән тарихы, биографияһы сала-сарпы беҙгә килеп еткән яҡташыбыҙ Алдар Иҫәкәйевкә Әтек ауылында һәйкәл асылыу - уның икенсегә донъяға тыуыуы, үлемһеҙле­генә һәйкәл. Һәйкәлдәр - тереләр өсөн, ти халыҡ. Ырыу ба­тырҙарына һәйкәл асып, үҙҙәренә, үҙ халҡына һәйкәл ҡуйҙы әтектәр.

Ошо матур сарала рес­публиканың киң билдәле шәхестәре - академиктар: бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтай башҡарма коми­теты рәйесе Ә. М. Сөләймәнов, яҙыусы, ғалим Ғ. Б. Хөсәйенов, шағир, республиканың С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назар, район хаки­миәте башлығы И. Ф. Зарипов, район Советы рәйесе Ю. Х. Манапов, район мәғариф бүлеге мөдире Р. М. Хәсәнов, райондың зыялылары ,ауылы халҡы һ. б. ҡатнашты.

Һәйкәл асыу тантанаһында район ха­кимиәте башлығы И. Ф. Зарипов былай тине: «Үҙебеҙҙең төбәктән ошондай данлыҡлы шәхес сығыуы менән беҙ хаҡ­лы рәүештә ғорурлана алабыҙ. Киләсәктә Алдар батырҙың биография­һын тулыландырыу буйынса бик күп эштәр эшләнер. Әле бөҙ тарихыбыҙҙы бар тәрәнлегендә белеп бөтмәйбеҙ.

М. Ғ. Муллағолов тарафынан райондың күренекле шәхестәренә таҡтаташ ҡуйыу, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү, тәбиғәт һәйкәлдәрен донъяға танытыу буйынса маҡсатлы, киң күләмле эш алып барыла. Әтектә бөгөн Бөрйән ба­тырына һәйкәл асылыу районыбыҙ ой­ошторолоуға 75 йыл тулыуға арналған саралар рамкаһында бара икән - был икеләтә байрам, ҡыуаныс, һеҙҙең ба­рығыҙҙы ла ошо айҡанлы ҡотлап, оҙон ғүмер, һаулыҡ, ғаилә именлеге тел­әйем".

Артабан һүҙҙе М. Ғ. Муллағолов алды: «Кеше өс нәмәгә табынырға тейеш: үткәненә, бөгөнөнә, киләсәгенә, ти БР халыҡ шағиры Рауил Бикба­ев. Мин тарих менән даими ҡыҙыҡһынам, ололар менән аралашам, уларҙың хәтирә­ләрен тыңлайым. 1970-1971 йылдарҙа Әтеккә килдем. Ул осорҙа ауылдың йөҙйәшәре Йомағужа хәлфә иҫөн ине. Иҫәнғазынан Иҫәнғазин Вәли ағайҙан күп нәмә яҙып ал­дым. Ҡыҫҡаһы, ауыл миңә күп нәмә бирҙе.

Шул дәүерҙә үк мин данлыҡлы шәхестәр төйәгенә килеп юлыҡҡаныма төшөндөм - уҡыусыларым менән экспедицияларға сыҡтым. Маҡсат - райондың бөткән ауылдарын барлау, тарихын өйрәнеү ине. Күп информаторҙар менән ос­раштыҡ. Ваҡыт үтеү менән эҙәрмәнлек эштәре үҙ һөҙөмтәһен бирҙе: Бабсаҡ бей ҡәберенә, атаҡлы әүлиә, хәҙрәт ҡәберҙәренә таҡта­таш, таштар ҡуйылды.

Бый­ылғы йыл да уңышлы булды: Исламбайҙа - Шәүәли мул­лаға, Монасипта- Сабирйән сәсәндең остаҙы Хәйрулла Ишмырҙин, Мансур хәлфә Рахманғоловтың иҫтәлеген мәңгеләштерҙек. Минең хыял - ошондай тарихи урында­рҙың комплексын, ансамблен төҙөү. Сөнки районыбыҙ ҡомартҡылар төбәге, эпостар үҙәге.

Һәйкәлде асыуҙа ҡатнашҡан иптәштәргә рәхмәт. Рәхмәттең иң ҙуры - Ирек Фәсхетдин улына. Ошо мәсьәләләр буйынса уға күпме индем - бер ваҡытта ла күңелем ҡырылып сыҡманы, рухым күтәрелеп, яңынан-яңы эштәргә дәртләнеп сыҡ­тым».

Ғ. Б. Хөсәйенов: «Фән, дин эштәре буйынса республика­ның 450-ләп ауылын урап сыҡтым. Бөрйәнгә икенсегә килеүем. Бөгөн оло ваҡиға. Алдар батыр - бөйөк шәхес. Элек идеология шәхестәрҙе күтәрергә рөхсәт бирмәй ине.

Башҡорт халҡының дан­лыҡлы ахун, тархан, бейҙәре, яу башлыҡтары булған. Үҙ шәхестәребеҙҙе күтәреү өҫтөндө һуңғы 10-15 йылда дәррәү эшләйбеҙ.

Алдар ба­тыр Иҫәкәйев тураһында «Алдар батыр ҡиссаһы» тигән китап яҙҙым. Алдар менән һеҙ, бөрйәндәр, генә түгел, республика, хатта то­тош Рәсәй ғорурланырға хаҡлы. Уның Рәсәй алдын­дағы хеҙмәттәре, дипломатик роле иҫ киткес. Әтектә йә рай­онда уның музейын да асып ебәргәндә бик шәп булыр ине», - тип, Әтек мәктәбенә үҙенең китаптарын тапшы­рҙы.

Ә. М. Сөләймәнов, әтектә­рҙе оло байрам айҡанлы ҡотлап, былай тине: «Һаумыһығыҙ, Алдар баты­рҙың нәҫелдәре! Беҙ уҡыған дәүерҙә геройҙар әллә ҡайҙа, ситтә, йәшәй торған шәхестәр тип күңелебеҙгә һеңдергәндәр, баҡтиһәң, беҙ уларҙың вариҫтары икән.

Беҙгә тарихты «башҡорт» һүҙенең «б» хәрефе лә инмәгән кимәлдә өйрәттеләр. Бөгөн икенселәйерәк. Беҙ - күренекле кешел­әрҙең заты. Уларҙың исемд­әренә тап төшөрмәй йәшәргә тейешбеҙ. Башҡорт - ер ху­жаһы, тигән һүҙ. Ғорурланыр маркабыҙ бар.

Районда яҙғыһын тарих өйрәнеү буй­ынса кәңәшмә үтте. Гел әйтеп йөрөйөм: аҡса - үҙебеҙҙең аяҡ аҫтында ғына. Әллә ҡайҙан ҡиммәтле әйберҙәр алды­рып, һәйкәл эшләтәһе түгел, үҙебеҙҙең ташты алдың -һәйкәл һалдың -тарих мәңге­ләштерелә.

Этнотуризмды үҫтереү ҙә - аҡса сығанағы. Көнбайыш шулай аҡса эшләй. Беҙҙә тарихы, йыры, легендаһы булмаған бер ағас та, бер таш та юҡ. Бөрйәндәр, матур эш баш­лағанһығыҙ. Данлыҡлы кеше­ләребеҙҙең эҙҙәрен мәңгел­әштереп барайыҡ, беҙгә килгән кеше Бөрйәнде асыҡ китап итеп күрһен".

Х. М. Назаров: «Мин дә һеҙгә, ҡәҙерле яҡташтар, тип әйтә алам. Сөнки матбуғат, әҙәбиәт донъяһына мине Бөрйән осорҙо. Рәхмәт хисе, һүҙе менән иҫтә тотам бәрәкәтле, изге Бөрйән ерен.

Азатлыҡ рухын, рух азатлы­ғын Салауат Юлаевтарға тиклем Алдарҙар һаҡлаған. Хәтеребеҙҙе, үткәнебеҙҙе онотмаһаҡ, киләсәгебеҙ өмөтлө булыр. Ватан өсөн үлә беләбеҙ беҙ, уның өсөн йәшәй ҙә белер кәрәк», - тине үҙенең ялҡынлы сығышында.

Районыбыҙҙың билдәле рәссамы Рәмил Иманғолов мәктәп музейына Алдар Иҫәкәйевтең портреты төшөрөлгән картина бүләк итте.

Әтек мәктәбе уҡыусы­ларының әҙәби-музыкаль монтажы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сөләймәнова Рәшиҙә Ғиләж ҡыҙының үҙе сығарған ҡобай­ырын башҡарыуы, хеҙмәт ве­тераны Күжәбаев Кәбир ағайҙың, Алдар батыр тоҡо­монан булған Рәмил Иҫән­гилдиндең улдары менән сығышы барыһының күңе­ленә хуш килде.

Һәйкәл асыу тантанаһынан һуң ҡунаҡтар мәктәп музей­ына сәйәхәт ҡылды. Эйе, теләк булғанда үҙ көсөбөҙ менән тау аҡтарыр рәтебеҙ бар икәненә инанды­рҙы ҡайһы бер яҡташтары­быҙ.

Һәйкәлдең бюсын, йәғни скульптура һәм барельефын Байназар мәктәбе уҡытыу­сыһы Ильяс Мәхмүтдин улы Муллағолов эшләһә, поста­ментын Әтек мәктәбенең тех­ник хеҙмәткәрҙәре Ҡолмәнбәтов Ривал, Рәфистәр, Дау­ытов Зәкир, Мәзитов Айытҡ­ол, Иҫәнгилдин Рәмилдәр эшләгән, ә ташҡа соҡоп яҙыу эштәрен М. Н. Грецу башҡар­ған.

Мәктәп директоры Нурет­дин Бәҙретдин улы Әбүбәкировтың да хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ был изге эште еренә еткереп атҡарыуҙа, тинеләр сығыш яһаусылар. Ана шулай, һүҙ менән түгел, эш менән тарихта үҙ эҙен ҡалдырҙы, тарихҡа үҙ ҡултамғаһын ҡуйҙы әтектәр, райондың ерем-һыуым тип янып көйөүсе энтузиастары. Беҙ иһә был изге эштең дау­амлы булыуын теләйек.

А. ҒАРИФУЛЛИНА."Таң" гәзите хәбәрсеһе, журналист, шағир.Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы.

Һылтанмалар

[үҙгәртергә]