Эстәлеккә күсергә

Алма бәлеше

Викидәреслек проектынан

Сәй табынын биҙәп торорлоҡ иҫ киткес тәмле бәлеш.

Ингредиенттары

[үҙгәртергә]
  • 300 г он
  • 300г аҡ май
  • 1 дана лимон
  • 370 г шәкәр
  • 3 дана тауыҡ йомортҡаһы
  • 700 г алма
  • 1 балғалаҡ корица
  • 3 аш ҡалағы һөт
  • 150 г пудинг өсөн ҡатышма
  • 40г йөҙөм

Әҙерләү

[үҙгәртергә]

Он, шәкәр, май, лимон ҡабығының онтағы, йомортҡаларҙы ҡушып ҡамыр баҫабыҙ ҙа һалҡынса урынға 1 сәғәткә ултыртып торабыҙ.

Аҙаҡ ҡамырҙың өстән ике өлөшөн йоҡа ғына итеп йәйеп, бешерә торған формағә тигеҙләп һалабыҙ. Бер нисә урындан сәнске менән тишкеләп ҡуябыҙ.

Алманы таҙартып, төштәрен алып, өлөшләп ҡырҡабыҙ. Табала йылытып йомшартып алабыҙ.

Алма өҫтөнә шәкәр, корица, йөҙөм, лимон һутын һығып яҡшы итеп болғайбыҙ ҙа ҡамыр өҫтөнә тигеҙләп түшәп һалабыҙ.

Айырым һауытта ҡамыр өҫтөнә ҡойорға соус әҙерләйбеҙ. Бының өсөн 2 йомортҡа, һөт, 1 аш ҡалағы шәкәр, ярты балғалаҡ корица, ваниль бәлеше өсөн ҡатышманы ҡушып болғайбыҙ ҙа ҡайнау хәленә еткәнсе йылытабыҙ, ләкин ҡайнатмайбыҙ. Был соусты йылы көйөнсә алма өҫтөнә ҡоябыҙ.

Ҡалған ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйеп, буй-буй итеп ҡырҡабыҙ. Сатрашлап һалып бәлештең өҫтөн биҙәйбеҙ.

Алдан 200 градусҡа тиклем йылытылған мейестә (духовкала) 50-60 минут самаһы бешереп алабыҙ.

Бәлеште мейестән алғас, һыуытабыҙ, өҫтөнә шәкәр онтағы һибәбеҙ. Табынға күпертеп туғылған ҡаймаҡ йәки туңдырма менән бирергә мөмкин.