Алма һеркәһе
Алма һеркәһе
Алма һеркәһен нисек әҙерләйҙәр
[үҙгәртергә]Алманы йыуып, уның серегән һәм ҡарайған урындарын алып ташлайҙар һәм эре ҡырғыста ҡыралар. Ҡырылған алманы быяла банкаға һалып, өҫтөнә 30 градус ҡайнарлыҡтағы һыу ҡоялар (0,4 кг алмаға 0,5 литр һыу).
Һәр литр һыуға 100 грамм бал йәки шәкәр, әсеүҙе тиҙләтеү өсөн 10 грамм сөпрә һәм 20 грамм ҡара икмәк өҫтәйҙәр. Ошо ҡатнашма һалынған банканы асыҡ көйен- сә 20 — 30 градус температуралағы ҡараңғы бинала һаҡлайҙар. Әсеү стадияһының тәүге яртыһында һауытты ун көн буйы йылыла тоталар. Был саҡта алмалы ҡатнашманы көнөнә 2—3 тапҡыр ағас ҡалаҡ менән болғап торорға кәрәк, шунан һуң уны марля аша һөҙәләр. Һарҡып сыҡҡан һутты тағы ла бер тапҡыр марля аша һөҙөргә^еүләмен билдәләргә һәм шщ ауыҙлы һауытҡа бушатырға кәрәк.
Әсеү процесының икенсе стадияһында банканың ауыҙын марля менән бәйләп, йылыға ултыртып ҡуялар. 40—60 көндән һуң шыйыҡса әсеп өлгөрә.
Шунан һуң уны марля аша һөҙөп, шешәләргә тултырырға кәрәк. Шешәләр бөкө менән тығыҙ итеп ябылырға, бөкө өҫтөнән балауыҙ менән һыланырға тейеш. Алма һеркәһен һалҡын урында һаҡлайҙар.
Алма һеркәһенең файҙаһы
[үҙгәртергә]Көндәр һалҡынайыу менән. бер нисә көн буйына кешенең ҡан баҫымы күтәренке була һәм ҡандың һелтелелеге арта.
Ә һауа йылынғас, киреһенсә була. Халыҡ медицинаһы өйрәтеүенсә, бындай саҡта алма һеркәһе организмдың әселек реакцияһын көйләй.Бының өсөн 1 балғалаҡ һеркәне 1 стакан һыуға һалып, көнөнә 1—2 тапҡыр эсергә кәрәк була.
- Ҡайнар һыуҙа йәки утта бешкән урынды алма һеркәһе менән эшкәртһәң, ауыртыу шунда уҡ бөтә.
- Ике аҙна буйына һыу менән ҡатнаштырылған алма һеркәһен (1 балғалаҡ һеркәне 1 стакан һыуға) көнөнә дүрт тапҡыр эсһәң, аяҡ һәм ҡул быуындарының ауыртыуы үтә.
- Баш ауыртҡан саҡта бер тигеҙ күләмдә алма һеркәһе һәм һыу һалынған һауытты утҡа ултыртып ҡайнатырға һәм уның быуына ултырырға кәрәк.
Ҡан баҫымы юғары булған саҡта емеш-еләк, йәшелсә, балды күберәк ҡулланырға ҡушалар. Әммә быларҙың барыһын да алма һеркәһе менән алмаштырырға мөмкин.
- Гипертония менән яфаланған кешеләргә ике балғалаҡ алма һеркәһен бер стакан һыуға һалып көн һайын эсергә кәңәш ителә.
- Алма һеркәһе ангина ваҡытында ла ярҙам итә. Уны һыу менән ҡатнаштырып, тамаҡты сәғәт һайын сайҡарға кәрәк.
- Бик ныҡ арыһағанда йәки йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә бал менән алма һеркәһен бергә ҡатнаштырып, йоҡлар алдынан уны 2 балғалаҡ кәрәк.
- Һимеҙлектән яфаланған ҡатын-ҡыҙҙарға ике балғалаҡ алма һеркәһен 1 стакан һыуҙа ҡатнаштырып, һәр ашар алдынан эсергә тәҡдим ителә.