Алоэ
Уҡыу көйләүҙәре
Алоэны нисек ҡулланырға?
Алоэ япрағының һутын һығып алыр алдынан 12 тәүлек буйы ҡараңғыла, 4—8 градуста тотоп алалар.
Ошондай шарттарҙа унда йәрәхәттәрҙең бөтәшеү процесын тиҙләштереүсе биологик әүҙем матдәләр туплана, тип иҫәпләнә. Дауаланыу өсөн 3—4 йәшлек үҫемлектең 10—15 см оҙонлоҡтағы япраҡтарын алырға кәңәш ителә.
- Яраға һәм ҡырҡылған урындарға алоэ һутына манылған марля бәйләмен ябып, бинт менән нығытып бәйләп ҡуйығыҙ. Уны көн һайын алмаштырып торорға онотмағыҙ.
- Янған һәм өшөгән ерҙәргә гөлдөң ваҡ итеп туралған япрағын ябырға мөмкин. Тәүге ике-өс көндә уны көнөнә ике тапҡыр яңыртып торорға, артабан көнөнә бер тапҡыр ҙа етә.
- Танау ҡанап йонсотҡанда ашарҙан 15 минут алда көнөнә бер киҫәк 1,5 – 2 см оҙонлоғондағы алоэ япрағын ашарға. Дауаланыу курсы – 10 көн.
- Пардонтоз, стоматит, гингивиттан бер өлөш алоэ һутына 5 өлөш һыу ҡойоп болғатырға һәм көнөнә 2 – 3 тапҡыр ауыҙҙы сайҡатырға.
- Күҙгә арпа сыҡҡанда көнөнә 3 – 4 тапҡыр күҙ ҡабағына алоэ һуты һөртөргә.
- Киҫкен ринит (тымау) булғанда көнөнә 3 – 5 тапҡыр танауға 4 – 6 тамсы яңы һығылған һутын тамыҙырға.
- Эс ҡатыуҙан 2/3 стакан япрағының онтағына бер стакан шыйыҡ бал ҡушып, ҡараңғы урында өс көн төнәтергә. Һыуытҡыста һаҡлап, көн һайын иртәнсәк бер ҡалаҡ ошо дарыуҙы һыу ҡушып йоторға.
- Ашҡаҙан һәм бөйән сей яраһынан ярты стакан ваҡ итеп туралған алоэ япрағына бер стакан шәкәр ҡушып, болғата-болғата ҡараңғы урында ике-өс көн төнәтергә. Һуңынан бер стакан кагор ҡушып, тағы ла бер тәүлек тоторға. Шифалы дарыуҙы көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ун минут алда берәр ҡалаҡ эсергә. Дауаланыу курсы 4 – 6 аҙна.
- Атеросклероздан көнөнә ике-өс тапҡыр ашарҙан 15 минут алда бер балғалаҡ алоэ һутын эсергә. Дүрт аҙна эскәндән һуң ун көн ял итеп алырға һәм яңынан дауам итергә.
- Экземанан тәүлегенә ике-өс тапҡыр 5 – 7 минутҡа тәндең зарарланған өлөшөнә алоэ һуты һеңдерелгән салфеткалар ябырға.
«Йәшлек» гәзите сайты, 24.01.2020