Эстәлеккә күсергә

Алпамыша эҙенән

Викидәреслек проектынан
Алпамыша эҙенән
Автор: Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылының хаҡлы ялдағы тарих уҡытыусыһы Дәүләтбирҙин Заһир Сәлихйән улы
ОРИГИНАЛ ТЕЛЕ: башҡортса.
Ижад ителгән: 2006. СЫҒАНАҠ: “Киске Өфө” гәзитенең 2006 йылдың 30-31-32-се һандары  

1

Бөрйән районы риүәйәттәре




Википедияла





Алпамыша эҙенән
Абсолют хәҡиҡәт юҡ, әгәр булһа, алға үҫеш тә булмаҫ ине. Ниндәй тармаҡты өйрәнеүгә ҡарамаҫтан, бер фәнгә лә һуңғы нөктә ҡуйылмаған. Яңы асыштар менән бергә яңы һорауҙар тыуа. Үкенескә ҡаршы, цивилизация ҡорбанына әйләнгән тәбиғәттең дә әлегә беҙҙең аңға һыймаған, өйрәнелмәгән аҡ таптары күп.

Матди байлыҡ артынан ҡыуып, кеше уға баһалап бөткөһөҙ зыян килтерә. Был үҙ сиратында кешелек алдында бер-береһе менән бәйле яңы глобаль проблемалар тыуҙыра. Уларҙы хәл итеү өсөн кешегә үҙ асылына ҡайтып, тәбиғәткә ҡарашын үҙгәртергә кәрәк.

Ата-баба урман яратҡан

Йәшәү сығанағы ғына түгел, бай рухи аҙыҡ та биргән тәбиғәтте ата-бабаларыбыҙ аңлы оло зат итеп күргән, яратҡан, һаҡлаған. XVIII быуатта булып үткән ҡанлы ихтилалдарҙың да төп сәбәптәренең береһе – “саҡырылмаған ҡунаҡтарҙың” рөхсәтһеҙ урман ҡырҡып, завод, ҡәлғәләр төҙөүҙәренә юл ҡуймау икәнлеге барыбыҙға ла мәғлүм.

- Һәр ағастың йәне, эйәһе бар. Ҡарағай – ирҙәр ағасы, уҫаҡ менән ҡайын – ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы. Ағасты күп ҡырҡырға ярамай, ҡоһоро төшә, донъяға ауырлыҡ килә. Урманды һатырға күп ҡырҡалар хәҙер. Аңһыҙ үлем күбәйҙе.Эскелек менән кеше күп үлә. Улар бер-береһе менән бәйле, кеше аңламай бит шуны. Борон ағасты “йоҡлаған сағында”, йәғни ҡыш көнө генә ҡырҡҡандар. Унда ла башта ағасҡа ҡарап, “хәжәтемә, кәрәгемә генә ҡырҡам” тип, ғәфү үтенгәндәр. Утынға ла тик ҡороған, үлгән ағасты ғына йыйып алдылар,- тип һөйләй ине мәрхүмә Ғазина Хөмәйрә инәй.

- 1940 йылдан 1941 йылға ҡаршы ҡар күп яуып, ҡарағай ботаҡтарын һындырҙы. Ололар, ирҙәргә ауырлыҡ килә, һуғыш башланыр инде, тип хәүефләнде,-тип хәтерләй әсәйем Асия Зекрия ҡыҙы.

Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡытай халыҡ дине даосизмда ла ҡарағай ағасы – ныҡлыҡ, тау – оҙон ғүмер символы. Билдәле, беҙҙең башҡорт ауыҙ-тел ижадында ла Урал тауҙары – Сал Урал, Ҡарт Урал, тип тергә алына.

Тағы ла үткән тарихтан, америка индеецтары ҡәбилә башлыҡтарының АҠШ президентына хатынан ошо юлдар иғтибарға лайыҡ: “… Беҙ һеҙгә еребеҙҙе һатабыҙ, әгәр һеҙ ергә беҙ ҡараған кеүек ҡараһағыҙ, сөнки ер – беҙҙең тәнебеҙ, һыу-йылғалар – ҡаныбыҙ. Әгәр һатмаһаҡ, һеҙ барыбер тартып аласаҡһығыҙ”.

1966 йылда АҠШ-та ФБР хеҙмәткәре, “Детектор лжи” белгесе Клив Бакстер үҙенең приборы ярҙамында үҫемлектәрҙә лә, кеше йәки башҡа хайуандарағы кеүек, һиҙеү органдары барлығын, уларҙың да ҡыуана, хәүефләнә, ҡайғыра, ҡурҡа белеүҙәрен, ул ғына ла түгел, кешенең уйын да һиҙеүҙәрен аса. Ләкин фән ағалары, үҫемлектәрҙә кешеләрҙәге кеүек ҡатмарлы нервылар системаһының юҡлығына һылтанып, Бакстерҙың революцион асышын ҡабул итмәй.

Күңел күҙе күрмәһә, маңлай күҙе күрмәй, ти халыҡ мәҡәле. Бөгөнгө быуын кешеһенең тәбиғәткә ҡараған күңел күҙен, өсөнсө күҙен, йәки тнтуитив тойғо һиҙемләүен томан баҫҡан. Оло быуын кешеләрендә һаҡланып ҡалған мифологик аң – халыҡ аҡылы, философияһы – оло хазина. Бөгөн ер, ағас сауҙа-байығыу объектына әйләнгәндә был аңды йәш быуынға еткереү, уның күңел күҙен асыу бик мөһим.

Төрлө фән тармаҡтарында көндөн-көн шаҡҡатырғыс асыштар яһап, алыҫ йыһандарға юл һалған кеше, парадокс булараҡ, үҙенең ҡайҙан, ҡасан, ни өсөн был донъяға килеүен дә белеп етмәй. Һуңғы археологик асыштар күрһәтеүенсә, үҙебеҙҙең боронғо ата-бабаларыбыҙ тип һанаған неандерталецтарҙың бынан 20- 40 мең йылдар элек тә хәҙерге хомо сапиенс, аңлы кешеләр менән күрше көн итеүҙәре асыҡланды. “Тимәк, ер йөҙөндә хакимлыҡ итеү өсөн көрәштә кеше яңғыҙ булмаған”,- тигән фекерен әйтә А. Поздняков “Аргументы и факты” гәзитенең быйылғы 4-се һанында сыҡҡан “Дарвин нимәне белмәгән” исемле мәҡәләһендә. Әлегә тиклем мистика өлкәһенә ҡарап, тотолмаған “ҡар кешеһе”, “алпамыша” феномендарын өйрәнеү кешелектең килеп сығыу тарихына аныҡлыҡ индерер ине. Тик башта уларҙың барлығын иҫбатларға кәрәк.

Изге китаптар нимә һөйләй

Библияла ғәҙәттән тыш көскә эйә булған алпамышалар рефаимдар, тип телгә алына:”Алла улдары рефаимдар кеше ҡыҙҙарының матур икәнлеген күреп, үҙҙәренә ҡатынлыҡҡа алдылар. Ошо никахтан рефаим –алпамышалар нәҫеле барлыҡҡа килде. Туфан һыуы ҡалҡҡас, улар үлделәр, әммә йәндәре ер йөҙөндә йөрөй.”

Беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта йәшәгән Исаия бәйғәмбәр (Иса йәки Ғайса бәйғәмбәр менән бутарға ярамай) китабының 26-сы бүлегендә, Хоҙайға мөрәжәғәтендә түбәндәгеләрҙе яҙа: “Үлектәр терелмәй, рефаимдар аяҡҡа баҫмай. Сөнки һин уларҙы күрҙең һәм ҡырҙың, улар тураһында хәтерҙе лә юҡ иттең”. Һуңғы рефаимдар Муса, Дауыт бәйғәмбәрҙәр ваҡытында ла осрай.
 
Ҡөрьәндең Һуд, Шағирҙар, Ҡомдар, Ай, Ҡиәмәт көнө сүрәләрендә Ғәрәбстан ярымутрауының көньяғында йәшәгән ҡеүәтле ад ҡәүеме кешеләренең яҙмышы бәйән ителә. Поттарға табынып, төрлө гөнаһтарға, енси бәйһеҙлек, аҙғынлыҡҡа бирелгәнад халҡын Һуд бәйғәмбәр иманға килергә, Алланы танырға саҡыра. Мәгәр үҙ көстәренә ышанған тәкәббер алпамышалар уның һүҙен ҡолаҡҡа элмәй.

Оҙаҡ көттөрмәй, Хоҙай уларға башта ҡоролоҡ, аҙаҡтан көслө ҡом бураны ебәрә. Адиттар ете төн, һигеҙ көн буйы барған һалҡын ел, ҡом бураны аҫтында һәләк була. Уларҙың ҡасандыр сәскә атҡан иле сүллеккә әүерелә. Был әфәттән Һуд һәм уға эйәргән алпамышаларҙың бәләкәй төркөмө генә ҡотолоп ҡала.

Боронғо Һинд Ведаларында ла аллалар тоҡомонан булған, кеше ҡиәфәтендәге великан-адитьялар, дайттар, данавалар хаҡында бәйән ителә. Улар аҡыллы, хәйләкәр, ҡиәфәттәрен үҙгәртә, төрлө хайуандарға әүерелә алалар, күҙгә күренмәү һәләтенә эйәләр.

Был ҡәүемдәрҙә фән, сәнғәт, сәнәғәт алға киткән була. Күп һанлы, төрлө типтағы ҡояш, ер, ай, һыу энергияһы ярҙамында һәм башҡа яғыулыҡтар файҙаланып осоусы “виман”, “агнихотр” тип аталған аппараттар төҙөйҙәр.

Хәрәкәт итеүсе “уй тиҙлегенә” еткән ошо аппараттарында улар һыу аҫтында ла йөҙәләр, ер шары атмосфераһында һәм хатта икенсе галактикаға осалар. Үрҙә әйтелгән ҡәүемдәр үҙ-ара һуғыш барышында бөтә нәмәне иреткән, яҙмаларҙа һүрәтләнеүе буйынса, ядро ҡоралын ныҡ хәтерләткән ҡорал ярҙамында бер-береһен ҡырып бөтөргән.

“Урман эйәһе”н кем күргән


Әгәр мин бер үҙем күрһәм, миңә бер кем дә ышанмай, “Юрий, һинең менән белая горячка булғандыр”, тип көлөрҙәр ине. Беренсенән, мин эсмәйем, икенсенән, минән башҡа тағы ла унлап кеше бар ине. Улар шаһит,-тип һүҙ башланы Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе пенсионер Евстигнеев Юрий Серафимович саф башҡорт телендә.

1972 йылдың декабрендә Белорет базаһынан районға машинаға он тейәп ҡайтып киләбеҙ. Төн уртаһы яҡынлашҡайны. Аралбай ауылын үткәс, бәләкәй ағас күпер алдында беҙҙең колонна туҡтап ҡалды.

Алда, юлды быуып, фаралар яҡтыһында ап-аҡ булып ғәжәп ҙур кеше тора. Буйы өс метр самаһы барҙыр, күберәк булмаһа. Аҡ сал сәстәре, ялбырап, яурынына, ҡуйы һаҡалы күкрәгенә төшкән, ялан аяҡ, өҫтөнә аҡ халат кеүек нимәлер кейгән, бик мөһабәт, матур кәүҙәле бабай ине. Үҙе тауыш-фәлән сығармай. Яңғыҙ булһам, ҡотом осоп үлер инем.

Шулай бер аҙ тора биргәс, бер егет машинаһы менән аҡһаҡал эргәһенән яйлап үтеп китергә самаланы. Алпамыша машинаны ҡул ҡыры менән уйынсыҡ кеүек кенә күпер ситенә шылдырып ҡуйҙы. Икенсе машинаны ла еңел генә артҡа этәреп ебәрҙе. Ә машинаның тәгәрмәстәре алға өйөрөлә ине. Ҡайҙан унда шул тиклем көс? Бына мөғжизә! Ҡеүәтле “Урал”, ЗИЛ машиналарын уйынсыҡ саналар кеүек этәреп алып йөрөй.

Шулай беҙҙе ярты сәғәт самаһы күперҙән үткәрмәй торҙо ул.

- Ул берәй йөнтәҫ маймыл-фәләнгә оҡшамағанмы?

- Юҡ. Был ысын кеше. Бик ҙур кеше. Минең менән Собханғолдан Вәлитов Факил, Ғәбитов Риф, Коннов Степан, Медведев Павел, Мөфтәхетдинов Фауарис, тағы ла икенсе райондарҙан килгән егеттәр бар ине. Уларҙың күптәре хәҙер юҡ инде. Урман сәнәғәт хужалығында, урман ҡырҡыуҙа эшләгән кеше оҙаҡ йәшәмәй. Мин ваҡытында икенсе эшкә күсеп өлгөрҙөм.

- Алпамышанан нисек ҡотолдоғоҙ?
- Бергә йыйылып һөйләшеп, уға ҡаршы сығырға булдыҡ. Юлда таң аттырып булмай бит инде. Ҡайтып етергә кәрәк, етмәһә, һыуыҡ ҡына. Егеттәр балта көрәктәр менән ҡоралланып, аҡһаҡалдың алдына сыҡты. Беҙ уның биле тирәһенән булғанбыҙҙыр. Теге һаман ҡуҙғалмай тора бирә. Мин паяльный лампаны ҡабыҙып, утын ныҡ ҡына асып ебәрҙем. Лампанан бөркөп торған утты күргәс кенә Алпамыша юҡ булды. Былай алышҡанда, әлбиттә, ул беҙҙе тапар ине, уттан ғына ҡурҡты, буғай.

Беҙҙең дә ҡурҡыу шул тиклем көслө булғандыр, беребеҙҙең машина прицебының тәгәрмәсе ысҡынған булған. Уны ла алып тормай, ҡайтыуға ҡарай һыҙҙыҡ. Артҡа ла ҡарамай ҡыуабыҙ ғына.

- Юрий ағай, Алпамышаның барлығына ышанмаған кешеләр ҙә бар бит.

- Шул ышанмаған кеше беҙҙең менән булһа, ыштанын бысратып ҡайтыр ине, әлбиттә. Икенсе көнөнә тәгәрмәс артынан барҙыҡ. Ҡарҙа Алпамышаның эҙҙәре ҡалғайны. Эҙҙәр ҙур, табаны 40 см тирәһе барҙыр. Ул ваҡытта уның артынан барып, тикшереп йөрөгән кеше булманы. Бөтәһенең дә башында нисек тә булһа план үтәү. Башҡа хәсрәт юҡ. Берәү килеп һорашып, “ҡар кешеһе” тип мәҡәлә яҙып сығарҙы, шикелле.

Үрҙә телгә алынған Аралбай күперенән 15 саҡырым самаһы алыҫлыҡта Алпамыша Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе Хөсәйенова Ғилмисафа инәйгә лә осрай.

- 1942 йылдың йәйендә Ҡуян кәлтәгәүендә “Партизан” колхозының малын көтәбеҙ, - тип һөйләгәйне Ғилмисафа инәй.

– Минең менән бергә Исрафил һәм Мөжәүер исемле ҡәйнештәрем дә бар, улар әле бәләкәй малайҙар ине. Бер саҡ 20-30 метр самаһы алыҫлыҡта ағас араһынан Ҡайынйорт яғына төшөп барғанбик ҙур яланғас кешене күреп ҡалдым. Буйы өй бейеклегеләй барҙыр. Ул кешене бына һине нисек күрәм, шулай асыҡ күрҙем. Башын минең яҡҡа ҡарап бороп үтте, күҙҙәре ҙур, ҡарашы ауыр. Елкә, беләк мускулдары бүртеп тора. Тиреһе кеше тиреһе төҫөндә, тик саҡ ҡына ҡуңырыраҡ. Ул йылғаға төшөп китте. Шул ыңғайы йөрәк, башым ауырта, ҡоҫтора башланы. Малайҙар шаярып килеп , Алпамышаны күрмәй ҡалды. Минең атларға хәлем ҡалманы. Ҡәйнештәрем һөйрәп тигәндәй алып ҡайтты.

Һатыбалов Мөхәррәм бабай ферма мөдире ине. “Еңгәбеҙ үлеп бара”,- тип, малайҙар илай. Мөхәррәм бабай өшкөрөп, сүрәләр уҡып, Ҡөрьән менән туҡмап, кеше итеп ебәрҙе. Улым Хәйҙәр бер нисә айлыҡ ҡына ине, мин тамам һауыҡҡансы, уны имеҙергә ҡушманылар.

Мөхәррәм бабай: “Иҫкәртергә онотҡанмын, Алпамыша кешегә элек-электән осрай. Кешенең йәнен һурып ала ул. Ярай эргәңдә малайҙар булған, һиңә лә ҡағылыр ине”,- ти. Күпме йылдар үтһә лә, иҫкә төшһә, йөрәгем ҡалтырай башлай.

“… Алпамышаға ҡарау менән сабый үлә, йөклө ҡатындың балаһы төшә”,- тип яҙа 922 йылда башҡорт ере аша Болғар батшалығына сәфәр ҡылған Әхмәт ибн Фаҙлан үҙенең юлъяҙмаһында.

Ғәрәп сәйәхәтселәре яҙмаларынан

XII быуат башында башҡорт һәм болғар ерҙәре аша үткән икенсе ғәрәп сәйәхәтсеһе Әбү Хәмит Әл-Ғарнати башҡорт илендә ад ҡәбиләһе кешеләренең күп ҡәберлектәрен күреүен телгә ала.

Артабан ул Болғарҙа ад ҡәбиләһе кешеһен, йәки Атлант-алпамышаны күреүен яҙа: “… Мин уның биленән генә инем. Ул салынған йылҡының һөйәктәрен көсәнмәйенсә һындыра, тиреһен бик тиҙ һыҙырып ала, тарамыштарын өҙә. Мин ул тиҙлектә йылҡыны балта менән дә турай алмаҫ инем. Һуғышта ҙур имәндән эшләнгән суҡмар менән алыша. Был суҡмарҙы ҡәҙимге ир кеше күтәрә алмай, ә ул һыңар ҡулында таяҡ кеүек йөрөтә. Кеше уны күрһә - ҡаса. Шуға ҡарамаҫтан, ул кешелекле, ғәҙел, тоғро һәм тыныс ине”.

- Алпамышалар борон беҙҙең яҡта күп йәшәгән,- тип һөйләй торғайны бабайҙар, - тип иҫләй Нәби ауылында йәшәүсе пенсионер Һатыбалов Бәхтиәр ағай. – Ҡайынйорт йылғаһы ярында Алпамыша ҡәбере лә бар. Элек бесәнгә барғанда бабайҙар туҡтап, ҡәбер янында аят уҡып китә торғайны.

- Бәхтиәр ағайҙан ҡәберҙе алып барып күрһәтеүен һораным. Ҡәбер тигәнебеҙ өҫтөнә ағас үҫеп бөткән тәбиғи уба булып сыҡты.Уба тирәләй ябай алюмин сыбыҡ ярҙамында биополе эҙләп сыҡтым – бер нәмә лә юҡ. Ләкин убаға күтәрелгәс, ҡулымдағы сыбыҡ сама менән 3,5 метр аралыҡта уртала ерҙән биоэнергия сығыуын күрһәтте. Кеше ҡалдыҡтары, нисә йыл ятыуына ҡарамаҫтан, биоэнергияһын юғалтмай. Тимәк ҡәбер буш түгел.

Тирә яҡта ҡуйы шырлыҡ-урман. Хәс тә джунглиҙағы кеүек. Йәй көнө 5-10 метрҙан үлән, ағас япраҡтары аша бер нәмә лә күрерлек түгел. Кеше лә йөрөмәй, иң яҡын ауылға 20 саҡырым самаһы булалыр.

Алпамыша ҡәберлектәренең Учалы, Әлшәй, Асҡын райондарында ла барлығы билдәле.

1954 йылдың йәйендә Алпамыша-ҡатын Янһары ауылы Манапов Салауат ағай мәрхүмгә Нәби-Кәлтәгәү юлында тап була. 1962 йылда Яңы Монасип ауылы ситендә төндә уҡытыусы Йәғәфәрова Шәмсинур апайға осрай. “Шунан һуң кис урамға сығырға ҡурҡтым”, - тип һөйләй Шәмсинур апай.

1970 йылдарҙа, йәй көнө, Йылайыр районы ситендә Бастан тигән ерҙә Евстигнеев Юрий ағай Алпамыша менән осрашыуын һөйләгәйне.

- “Урал” машинаһы менән бесән алып ҡайтырға барҙыҡ. Бесәнде тейәй ҙә башланыҡ, ҡайҙандыр Алпамыша килеп сыҡты. Дүрт кеше инек, ҡурҡыштан, кабинаға инеп бикләндек. Алпамыша алдан килеп, машинаны ике ҡулы менән ҡосаҡлап, дер һелкетә башланы. Ҡулдары иҫ китмәле ҙур. Бер иптәштең ҡушкөбәк мылтығы бар.

“Атайым мин уны”,- ти. “Уйлама ла, үҙеңде лә, беҙҙе лә һәләк итерһең”, - тим уға.

– Атып ҡына үлтереп буламы ни шул тиклем дә ҙур кешене. Машинаны уйынсыҡ кеүек кенә һелкетә. Артҡа сигенеп, тегенән ҡасып ҡотолдоҡ. Бесәнде икенгсе көнөнә алып ҡайттыҡ. Башҡаса ул беҙгә күренмәне.

2003 йылдың авгусында райондың “Таң” гәзите биттәрендә “Ҡар кешеһе бармы беҙҙә?” исеме аҫтында шағирә Таңһылыу Баһауетдинованың мәҡәләһе көн күргәйне. “Район үҙәгендә йәшәүсе Әҡсән ағай Байморатов һөйләне. Ул ошо ваҡиғаның бер шаһиты.

- 2001 йылда булды был. Балалар менән Бастан тигшән ерҙә бесән эшләп ята инек. Ул ер Йылайыр районы биләмәһе сигендә. Көн кискә ауышҡайны. Фәнис улыбыҙ бер йөк бесән тейәп, ауылға ҡайтып китте. Ҡыҙҙарыбыҙ Фәнүзә менән Миңзәлә бакуйҙарҙы йыйып йөрөй, кейәүҙәр күбәләп бара. Мин арттан күбәләрҙе рәтләп киләм. Шул ваҡыт урман эсендә ағасҡа доңғолдатҡансы һуҡтылар, хаттааяҡ аҫтындағы ер һелкенеп киткәндәй булды. Ҡыҙҙар, ҡурҡышып, йүгереп килде. Айыуҙыр ул, тигән булыптынысландырҙым уларҙы.

Тимер будкала йоҡлап йөрөй инек. Төндә шунда килеп һуғып китте.

Быйыл йәй ҙә ул “дуҫ” үҙенең барлығын белдереп алды. Шул Бастин яғындағы Һорлат тигән ергә бесәнгә барғайныҡ. Йоҡларға ҡалдыҡ. Салғыларҙы сүкештереп ҡуяйым, тип, иртәнге сәғәт алтынан тороп сыҡһам, йәнә урман эсендә ағасҡа килтереп һуҡтылар. Шунан икенсе яҡҡараҡ, тау яғына барып, кемдер яман итеп ҡысҡырҙы, - тип һөйләй Әҡсән ағай.

- Айыу булманымы икән? – тип ҡыҙыҡһынам.

- Урманда йөрөгәс, беләм, был айыу тауышы ла, бүтән берәй беҙгә таныш яныуар тауышы ла түгел. Айыу ғәҙәттә, йә һайыҫҡан булып шыҡырыҡлай, йә эт булып өрә. Улар, ғәҙәттә, талашҡанда ғына үкерә. Был ҡот осҡос көслө тауыш ине, ныҡ ҡалын тауыш. Хатта урман бер килке яңғырап торҙо. Будкала йоҡлап ятҡан кейәүҙәр ҙә ишеткән.

2001 йылда Берлектән дә берәү, Мәсемдә һунарсылар ҡар өҫтөндә яман ҙур эҙ күреп ҡайтҡан, тип һөйләй торғайны. Минең уйымса, “Ҡар кешеһе” бар ул беҙҙең урмандарҙа.

Әҡсән ағайҙың улы Фәнис тә ошо фекерҙә. Уның дәлилдәре тағы ла нығыраҡ ышандыра: Фәнис менән еҙнәһе Бастанға бесән тейәргә баралар. Шунда улар теге ғифриттың эҙенә юлыға.

- Эҙе асыҡ ярылып ята ине. Айыуҙыҡы түгел, уныҡын күргән бар. Эҙ бик ҙур (Фәнис эҙҙең яҡынса ҙурлығын күрһәтте). Шуныһы ҡыҙыҡ – алты бармаҡ эҙе асыҡ күренә. Айыуҙың бармаҡтары бишәү була, тырнаҡ эҙе ҡала. Ә бында тырнаҡ эҙе юҡ. Ә аҙымы,ике эҙҙең араһы була инде, 2 метр тирәһе,- тип һөйләй ул.

- Баяғы “бәлки” күңелдә тимәккә әйләнмәксе. Тимәк, беҙҙең урмандарҙа ла билдәһеҙ йән эйәһе. Беҙҙең ата-бабалар уны “Ҡар кешеһе” тип түгел, “урман эйәһе” тип йөрөткән…”

Мәҡәләне уҡып сыҡҡас, Байморатов Әҡсән ағайҙың үҙен күреп, теге серле йән эйәһе тураһында ғына һүҙ ҡуҙғаттым.

- Тауышы Аллам һаҡлаһын инде,- тине Әҡсән ағай.

– Көслө ир кеше тауышы. Айыу, болан тауышынан күпкә көслөрәк. Бик тиҙ хәрәкәт итә. Бер яҡта ерҙе һелкеткәнсе ағасҡа һуҡҡас, күп тә үтмәй, икенсе юл яғына сығыа, яман итеп ҡысҡырып ебәрә. Бер нисә секунд эсендә ул араны үтеү мөмкин түгел. Урманда осраһа, уның күҙенә ҡарарға ярамай. Ауырыу булып ҡалыуың бар. Болан, айыу кеүек йәнлектәр осраһа, баҫтырып ыҙаламай, күҙ ҡарашы менән арбап туҡтатып, тотоп ашай. Көслө гипноз һәләтенә эйә, тиҙәр,- ти Әҡсән ағай.

Ҡотан ауылында йәшәүсе Постубаев Хәмит ағай түбәндәгеләрҙе һөйләгәйне. “Бер нисә йыл элек Шүлгән ауылы эргәһендә урманда ялан аяҡлы бик ҙур кеше эҙҙәренә юлыҡтым. Аҙымы ғына ике метр булалыр. Улар икәү булған, береһен һунарсылар атҡан, тип ишеткәйнем Икенсеһе һаман парын эҙләй булһа кәрәк”.

Брәтәк ауылы егеттәре балыҡҡа барғанда йылға буйындағы ҡомда бик ҙур кеше эҙҙәре күрә. Урманда тауышы ла ишетелә. “Тауышы шул тиклем көслө, мейегә үтеп тора”,- ти егеттә.

Иҫке Монасип ауылынан Ҡотлобаев Йәмил Ишбулды улының һөйләгәндәренән: “Нөгөш буйына трактор менән бесән алырға барҙыҡ. Иптәштәр санаға бесән тейәгәнсе, сәй ҡайната торайым, тип, һыу алырға йылға буйына төштөм.

Боҙ уя башлағайным, ҡаршылағы урманда берәү ҡысҡырып ебәрҙе. Көслө ҡатын-ҡыҙ тауышы. Нисектер тамаҡ төбөнән ҡалтыранып сыҡҡан кеүек матур тауыш.Әллә ҡайҙарға яңғырай. Ябай кеше улай көслө ҡысҡыра алмай. Яҡын арала ауыл-фәлән юҡ, тыныс урын. Кемдең йөрөүе мөмкиндер инде? Ул тауышты йәй көнө улым менән дә ишеткәйнек”. Бындай миҫалдарҙы дауам итергә була

Алпамышалар ҡайҙан килеп сыҡҡан

Ер өҫтөндә ҡасандыр атлант-алпамышалар ҡәүеме, йәғни расаһы йәшәүе бер кемгә лә яңылыҡ түгел. Уларҙы күп халыҡтарҙың миф-легендаларында осратырға мөмкин. Ә легенда, әкиәттәр - халыҡ хәтере, Платон һүҙе менән әйткәндә, “хәҡиҡәт һаҡлаусы ҡумта”. Улар индуизмдың нигеҙен тәшкил иткән Ригведа гимндарында, иртә ислам әҙәбиәтендә лә осрай.

Ҡол-Ғәлиҙең үлемһеҙ “Ҡисса и Йософ”ында Йософ бәйғәмбәрҙе бала сағында ағалары туфан һыуы ҡалҡҡанға тиклем йәшәгән ад ҡәбиләһе кешеләре ҡаҙып ҡалдырған ҙур ҡоҙоҡҡа төшөрөп ҡалдыра. Ғәрәп сәйәхәтселәре яҙмаларында ла улар ад ҡәбиләһе йәки ҡәүеме (расаһы) кешеләре тип иҫкә алына. Әйткәндәй, бөгөн дә күп ғалимдар, шул иҫәптән Э. Мулдашев та, төрлө мәғлүмәт-сығанаҡтарға таянып, атлант алпамышаларҙы туфан һыуы сыҡҡанға тиклемге йәшәгән гигант кешеләр расаһы тип иҫәпләй.

Атланттар төҙөп ҡалдырған мегалит ҡоролмалар үҙенең мөһабәтлеге менән кешелекте хайран ҡалдыра. Англиялағы Стоунхендж, Грецияла һаҡланған 125 тонналыҡ таштарҙан һалынған Тиринф ҡәлғәһе, Ливандағы Баальбек стенаһы, Непалдағы Изге Кайлас пирамида-тауы тирәһендәге серле гигант ҡая, таш конструкциялар, пирамидалар һәм башҡалар.

Ҡыҫҡаһы, ер йөҙөндә ҡасандыр ҡеүәтле атланттар цивилизацияһы булыуына һис бер шик юҡ. Бөгөн нефть цивилизацияһы ахырына яҡынлашҡанда яңы арзан энергия сығанағы табыуҙа атланттар цивилизацияһы белеме бик урынлы булыр ине.

Ғалимдар араһында алпамышаларҙың ҡайҙан килеп сығып, ни өсөн юҡҡа сығыуҙары хаҡында күп фараздар йәшәп килә. Әммә бөгөн береһе лә иҫбатланмаған, инҡар ҙа ителмәгән. АҠШ-тың Вашингтон, Теннеси штаттарында осраған гигант йөнтәҫ гуманоид сасквач йәки (биг фут) ҙур аяҡлы, шулай уҡ ер шарының теге йәки был мөйөшөндә мөғжизә менән һаҡланып ҡалған башҡа кешегә оҡшаш реликтив заттарҙы “ҡар кешеһе” исеме аҫтында Альп атланттары менән бутап, бер ҡалыпҡа һалыусылар ҙа бар. Уларҙың барыһын бер зат итеп ҡарау һис мөмкин түгел.

Бөрйән тарафтарында

 
Уҙған йыл йәй ер-һыу атамалары буйынса мәғлүмәт йыйғанда, Иҫке Монасип ауылынан пенсионер Мәжит ағай Бикметов Тимер менән Иҫке Монасип ауылдары араһында Мәйгәште йылғаһына төшкән Шүрәлдеуй исемле тәрән уйһыулыҡ барлығын әйткәйне.

Боронғоларҙың әйтеүе буйынса, был уйҙың үрендә ҡасандыр урман кешеләре- шүрәлеләр йәшәгән мәмерйәләр ҙә булырға тейеш.

– 1938 йылдың ноябрь айында бер төркөм малайҙар, яңы боҙҙа шыуып, Ағиҙел буйлап түбәнгә төштөк. Йылға буйындағы тау итәгендә, яңы яуған ҡырпаҡ ҡарҙа өс-дүрт йәшлек бәләкәй баланың ялан аяҡ эҙҙәренә тап булдыҡ. Тауға күтәрелеп, урман эсенә инеп киткән эҙҙәр артынан бара бирҙек тә, ҡурҡып, кире боролдоҡ.



Википедияла




Албаҫты, шүрәле, бәрей йәки урман кешеләре


Һуғыштан алда бер төркөм малайҙар Сибәкәй яланынан еләктән ҡайтып киләбеҙ. Бер ҡалҡыулыҡ аҫтына еткәс, тегеләй-былай сабып йөрөгән Еҙтырнаҡ исемле этебеҙ, ҡойроғон ҡыҫып, беҙҙең аяҡ аҫтында урала башланы. Ҡалҡыулыҡты менгәс, эргәләге шырлыҡта, сауҡалар араһында кемдер оҙон итеп һуҙып ҡысҡырып ебәрҙе.

Кинолағы Тарзан ҡысҡырған кеүегерәк, тик тауышы нәҙегерәк һыҙғырыуға оҡшаш, - тип һөйләне Мәжит ағай.
Бер нисә йыл элек “Комсомольская правда” гәзите Поляр Уралда геологтарҙың ҡая башында “һыҙғырып” торған ҡар кешеһен күреүен яҙып сыҡҡайны.

Элегерәк Белорет районынан бер бабайҙың “урман кешеләре һыҙғырып һөйләшә” тип һөйләгәне иҫтә ҡалған.
Түбәндәге тарихты һөйләгән кеше ни сәбәп менәндер үҙенең исемен атамауҙы үтенде.

- 1984 йылдың йәйендә Мәйгәште тамағында балыҡ тотоп, эңер төшөүгә ҡайтырға сыҡтым. Тауға күтәрелгәс, һуҡмаҡ ситендә, 15-20 метр самаһы алыҫлыҡта ағас араһынан тәнен йөн ҡаплаған яланғас кешенең ҡарап тороуын күреп ҡалдым. Шул урындан ауылға табан бөтә көскә йүгерҙем, ҡайтып еткәнсе туҡтаманым.
- Ул кеше ҙур инеме?

- Беҙҙең кеүек урта буйлы, тик ҡурҡыныс йөнтәҫ ине. Аҙаҡ ҡурҡыуҙан бер ай буйы урманға сыҡмаҫ булдым.

Урманда түгел, ә ҡаҙаҡ далаларында ла көтөүселәр, ант итеп, “албаҫты” күреүҙәрен һөйләйҙәр. Тимер ауылы кешеләрен район эсендә, ҡайһы саҡ шаяртып, “бәрей” йә “бире заттары” тип тә ебәрәләр. Уның легендаһы барыбыҙға ла мәғлүм.

Төрмән исемле Тимер ауылы һунарсыһы урманда бәрей менән алышып, уны яралай. Аҙаҡ эҙенән эйәреп барып, мәмерйәлә бәрейҙе үлтерә. Ҡыҙын үҙенә кәләш итеп алып ҡайта. Бәрей ҡыҙы ауыл тормошона өйрәнеп, йәшәп китә. Тимер ауылында әле лә биреләр араһы бар. Шәжәрә буйынса олатайҙары Төрмән бабай.

Халыҡтың ауыҙ-тел ижадында бире йәки бәрей төрлө сүрәткә инә алған мифик зат булараҡ та билдәле. Был осраҡта һүҙ урман йә ҡар кешеһе хаҡында барыуы ихтимал. Ағиҙел буйында үрҙә телгә алынған Шүрәлдеуйҙан бик йыраҡ түгел Бәрей мәмерйәһе лә бар. Ҡар кешеһенең ябай кеше менән тоҡом бирә алыуы ла билдәле.

XIX быуатта Дағстандың хәҙерге Очамчирерайоны Тхин ауылында ла ҡулға эйәләштерелгән Зана исемле “ҡар ҡатыны” йәшәй. Был хаҡта “XX быуат серҙәре” гәзитенең 2005 йылдың 15-се һанында Ирина Петрованың мәҡәләһендә яҙылып сыҡҡайны.

“Күп йылдар кешеләр араһында йәшәп, Зана бер һүҙ ҙә өйрәнә алмай. Тик бәйләнешһеҙ өндәр генә сығара . Үҙенә кейҙерелгән күлмәкте йыртҡылап ташлай. Биленә бәйләнгән сепрәккә генә риза була. Бик көслө һәм сыҙамлы. Йүгергәндә атты еткермәй. Йәйен-ҡышын үҙенең исемен йөрөткән шишмәлә йыуына. Дөйөм алғанда, Зана тулы мәғәнәһендә кеше була алмай. Ләкин… кеше әсәһе була! Зана бер нисә тапҡыр ауырға ҡала һәм бала таба. Яңы тыуған балаларын һалҡын шишмә һыуында йыуындыра. Метис балалар һалҡын ваннаны күтәрә алмай, үләләр. Аҙаҡ ауыл кешеләре Зананан тыуған балаларын тартып алып, үҙҙәре ҡарай. Уның ике улы, ике ҡыҙы аҡыл һәм физик яҡтан бер аҙ сәйерерәк була, әммә хеҙмәткә, йәмғиәт тормошона яраҡлы кеше булып һанала. Дағстанда ҡар ҡатыны тоҡомдары әле лә йәшәй”.

Ғалимдар ниңә өйрәнмәй

Үкенескә ҡаршы, Алпамыша, ҡар кешеләре феноменын Рәсәйҙә әлегә етди өйрәнгән фән тармағы юҡ.

1958 йылдың ғинуарында СССР Фәндәр академияһында, тарих һәм философия фәндәре докторы Б. Поршнев инициативаһы менән, ҡар кешеһен өйрәнеү буйынса комиссия төҙөлә.

Шул уҡ йылда Фәндәр академияһы ҡар кешеһен табыу маҡсатында Памир тауҙарына фән эшмәкәрҙәренән торған экспедиция ойоштора. Баштан уҡ ғалимдар араһында экспедицияның маршрутын билдәләү һәм ойоштороу эштәре буйынса фекер айырымлыҡтары тыуа. Поршнев экспедицияла ҡатнашыуҙан баш тарта. Экспедиция көтөлгән һөҙөмтә бирмәй. Фәндәр академияһында ҡар кешеһен өйрәнеү онотолоп ҡала.

Цивилизация ҡаҙаныштары тарафынан иркәләтелгән кешегә үрҙә телгә алынған ҡәрҙәштәребеҙҙең барлығына ла ышаныуы ҡыйын, әлбиттә. Ә инде уларҙың йәшәү рәүешен белмәгәнлектән, һәр кемдә урынлы һорау тыуырға мөмкин: ҡаты Урал ҡышын, нимә менән туҡланып, ҡайҙа үткәрәләр? Ни өсөн ҡарҙа эҙҙәре күренмәй? Нишләп быға тиклем береһе лә тотолмаған?

Ҡыш көнө улар күсенеү территорияларын сикләп, кеше кеше йөрөмәгән төбәктә бикләнеүҙәре ихтимал. Ҡайҙа йәшәүҙәренә килгәндә, Урал тауҙары ҡыуыштарға бай. Мәмерйә эсендә йәйен дә, ҡышын да даими +4 градус самаһы температура, туңып үлергә мөмкинлек юҡ.

Аҙыҡ мәсьәләһенә килгәндә, күп тереклектәр ҡышҡа аҙыҡ запасы туплай, ҡар кешеһенең дә аҙыҡ туплауы ихтимал. “Аргументы и факты” гәзите Африкала һалҡын төшкән саҡта ҡайһы бер йәнлектәр, һөйрәлеүселәр кеүек, тән температураһы түбәнәйеп, йоҡо хәлендә ҡалыуға һәләтле пигмей ҡәбиләһе хаҡында яҙғайны.

Шуныһы ҡыҙыҡ, был ҡәбиләнең тотемы миллион йылдар элек үлеп юҡҡа сыҡҡан тиранозавр һыны. Донъя мөғжизәләргә бай. Тәбиғәт Алпамыша, ҡар кешеләренә лә был һәләтте биреүе ихтимал. Ә был саҡта аҙыҡ мәсьәләһе юҡҡа сыға.

Һиндостанда, Ҡытайҙа, Непалда мәмерйәләрҙә сомати, йәғни , үҙаллы консервация йәки оҙайлы медитация хәлендә меңдәрсә, бәлки, миллион йылдарға ҡатып ҡалған тере альп-атланттарҙың, шулай уҡ беҙҙең цивилизацияның ябай кешеләренең ултырыуы билдәле. Бындай йәшерен сомати мәмерйәләр Себерҙә лә бар, тип иҫәпләйҙәр. Себер яҡын ғына, тимәк Уралда ла булыуы мөмкин. Юлда машина менән көс һынашып йөрөгән атланттың да ваҡытлыса сомати хәленән сығып йөрөүе ихтимал. Быныһы инде икенсе һөйләшеү.

Ни өсөн быға тиклем тотолмай йәшәп килеүҙәренә килгәндә, А. Македонскийҙың һинд аҡыл эйәләре менән әңгәмәһе иҫкә төшә.

- Ер йөҙөндә иң хәйләкәр хайуан нимә?

- Быға тиклем кеше ҡулына эләкмәгәне, - тип яуап бирә аҡһаҡалдар.

Был хәйләкәр йән эйәһе интеллект яғынан башҡа кейектән юғары булған ҡар кешеһе булыуы мөмкин. Тибет монахтары, йети кеше мейеһенең эшмәкәрлеген туҡтатыуға һәләтле, тип иҫәпләй.

Бынан егерме йыл элек бер һунарсы егет урманда, бәләкәй мунсалай ғына һунарсы өйөндә йоҡларға ҡалыуын һөйләгәйне. Йоҡларға ятҡас та тыштан стена аша кемдеңдер көслө тәьҫир иткәнен тойҙом. Аяҡ-ҡулдар ҡатып ҡалды, ҡыбырлатып булмай, аң томалана башланы. Кемдер бик ҙур көс менән ишеккә килтереп һуҡты. Өй һелкенеп ҡуйҙы. Шунда ғына тертләп, ҡыбырлап киттем. Мылтыҡты ишеккә тоҫҡап, “Йә, инһәң ин!”, - тип ҡысҡырып ебәрҙем. Ул ғәләмәт инмәне лә, башҡа бимазалап та йөрөмәне. Йоҡо осто, төн буйы мылтыҡты ҡулдан ысҡындырмай, ултырып сыҡтым. Был ғифриттың “урман эйәһе” - Алпамыша ла булыуы мөмкин.

Криптозоологтар күҙәтеүҙәр һөҙөмтәһендә ҡар кешеһенең ҡурҡыныс тыуған саҡта күҙҙән юғалыу һәләтенә эйә икәнлектәрен аса. Тибетта, Памирҙа ҡар кешеләрен эҙәрлекләгәндә улар көтмәгәндә күҙҙән юғала, юҡҡа сыға.Профессор Б. Поршнев иҫәпләүенсә, ҡар кешеһе юғалмай, ә суггестив хәленә керә, йәғни башҡаларҙың аңына йоғонто яһау һөҙөмтәһендә күренмәй. Әйткәндәй, күҙгә күренмәү һәләтенә доға ярҙамында ҡайһы бер көслө дин әһелдәре лә эйә.
 
Боронғо халыҡта албаҫты-шүрәлене йәки ҡар кешеһен ен-пәрей (бәрей, бире) менән бутауыуларҙың ошо күҙҙән юғалыу һәләтенән дә булыуы мөмкин.

Ҡар кешеһенең ҡайҙан килеп сығыуҙарына килгәндә, улар мәҡәлә башында телгә алынған неандерталецтар булыуы ихтимал. Ҡасандыр ҡырағайлашҡан кеше-маугли төркөмө булыуы ла мөмкин.

Кемдәр булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың бөтөнләйгә юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында икәнлектәре асыҡ. Шунлыҡтан, был феноменды өйрәнеү үтә ныҡ һаҡлыҡ, түҙемлек һәм энтузиазм талап итә.


Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылының хаҡлы ялдағы тарих уҡытыусыһы Дәүләтбирҙин Заһир Сәлихйән улы