Эстәлеккә күсергә

Аралбай ауылы тарихы

Викидәреслек проектынан
Википедияла
Википедияла

Аралбай ауылы тарихынан — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы ауылдарының береһе. Юҡҡа сыҡҡан ауылдарҙың береһе.

Тарихы

[үҙгәртергә]

Тимерҙәрҙең Боһондо йылғаһында өс утары (УТФ, Һолайҡа, Аралбай йәйләүе) була. Кантонлыҡ осоронда, күсенеп йәшәү тыйылғас, уларҙың бер өлөшө ерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн утарҙарға күсә, ауыл статусы ала.

1753 йылдың 13 октябрендә губернатор И.Неплюев тәҡдиме менән Ырымбур губернаһында тимер юлдар һәм баҡыр рудниктар төҙөү тураһында сенат ҡабул иткән. Указда ла: “Башҡорттар үҙҙәренең ерҙәрен һәм ялан-туғайҙарын ҡәҙерләгән тиклем башҡа бер нәмәне лә ҡәҙерләмәйҙәр”, - тип әйтелә.

Боһондо йылғаһының башындағы утар Аралбай Мөхәмәтовтың исемен йөрөткән. Ауылдың кешеләре тураһындағы тулы мәғлүмәттәр 1816, 1834 йылдарҙағы рәүиздә (Архив №231, 138-се бит, №135, 360-сы бит) Тимер ауылында теркәлгәндәр.

Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1834 йылда 20 йортта 100 кеше йәшәй, тип күрһәтә.

1850 йылғы рәүиздә 1-5-се ихатала команда старшинаһы Ҡунаҡбай Ҡарабаевтан алда ҡуйылған старшина Теләүғол Ялчин нәҫелдәре, 11-17-се ихатала зәүрәт есаул Иҙел Сүрәбаевтың, 23-36-сы ихатала зәүрәт есаул Аралбай Мөхәмәтовтың, ҡалған йорттарҙа Язағол Тиябирҙиндар, Сәйетйәғәфәр Зыянбаевтар, Мансур Ырыҫбаев, Буранбай Тимишевтар, Әмирхан Абыревтар, Һағынбай Ҡарашаев, Ҡотлобай Ғөбәйҙуллиндар ғаиләләре тәшкил иткән, барлығы 41 йортта 110 ир-ат, 87 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.

1859 йылда 41 йортта 197 кеше йәшәй. 1920 йылда кеше һаны кәмей, сөнки империалистик, граждандар һуғыштары, аслыҡ йылдары сәбәпле, 33 өйҙә 162 кеше ҡала.

1930 йылдарҙа аралбайҙар Тимер мәктәбендә белем алалар. 1936-1937 уҡыу йылдары Аралбай башланғыс мәктәбе булдырыла. Тәүге уҡытыусылары Әмирханов Межәүер Зекрия улы, Ҡонафин Хисаметдин Сиражетдин улы (Монасип) уҡыта (аҙаҡ Сәрмән педучилищеһын тамамлай).

1942 йыл Дәүләтбирҙин Сәлихйән Хафиз улы үҙ тиҫтерҙәрен (сөнки 14-15 йәшлек уҡыусылар уҡый) уҡыта. Унан Әхмәтова Ғәйниямал (Байназар), Хәлитов Рәхим (Ғәлиәкбәр), Әмирханова Мөнирә (Аралбай), Вәлиева Роза (Мишәр), Бакирова Хаят (Маҡар), Әмирханова Зөһрә (Аралбай) һ.б. уҡыталар.

1960 йылдар тирәһендә 2 йорт ҡына ҡала, ауыл тарҡала башлай.1965-1966 йылдарҙа балалар белем алыуҙы Мишәр ауылында дауам итә.

Колхозлашыу осоро

[үҙгәртергә]

Колхозлашыу осоронда тәүҙә Иҫке һәм Яңы Монасип, Тимер, Аралбай ауылдары 1936 йылға тиклем бер колхоз булып берләшеп эшләйҙәр. Коллектив хужалыҡта эштәр йылдан-йылға ыңғайлай бара.

Ат һабандары, тырмалар, сәскетәр, косилка, молотилка, ҡул көсө менән елгәрткес машиналары үҙ заманы өсөн ҙур техника яңылыҡтары итеп ҡабул ителә.

Тимер ауылы айырылып, айырым “Ҡыҙыл таң” колхозы ойошторола. Аралбайҙа “Маяҡ” колхозы үҙәге ойошторолоп, тәүге колхоз рәйестәре Итҡарина Әминә (Байғазы) оҙаҡ йылдар эшләй, Көмөшбаев Яңыбай, Йәғәфәров Ниғмәт (Мишәр) – рәйес, Сәғитов Әхмәт (партком секретары) булып эшләй6әр. Колхоз малдарын Этаяҡта (ҡышлау), Ҡарағошто ла (йәйләү) көткәндәр. Һуңынан ауылдар ҡайтанан “Ҡыҙыл таң”колхозына берләшә.

1950 йылдағы “эрелетеү” сәйәсәте “перспективаһыҙ” ауылдарҙы тарҡатыуға килтерҙе.

Ауылдан күп кенә арҙаҡлы шәхестәр ҙә сыҡты. Рамаҙан Ҡондоҙбаев “Таң” гәзитендә мөхәрир булып, районда, аҙаҡ Өфөлә өлкә комитетында эшләне.

Бөрйәндең ғәжәйеп матур тәбиғәтенең, өҫкә ишелеп килгән урман-тауҙарының, саф һыулы йүгерек йылғаларының һәр береһенең үҙ тарихы, легендаһы бар.

Иҫке Собханғол-Байназар юлының ҡап урталығында Исламбай, Тимер юлдары ҡушылған аралағы битләүҙә урынлашҡан ине Аралбай ауылы.

Хөкүмәтебеҙ етәкселәренең тырышлығы менән тау-таш араларын ярып, бына тигән асфальт юл һалынғас, тимер-бетон күперҙәр төҙөлгәс, юлда йөрөү, әйтәһе түгел, ныҡ үҙгәрҙе.

Юлдан һул яҡлап Аҡбейектау теҙмәһе, уң яҡлап Ҡараһыйыр, Ҡарағастыбейек тауҙары ята. Армыт-армыт мөһабәт тауҙар араһында көмөштәй йылтырап ятҡан кескәй генә Боһондо йылғаһы аға ла аға… “…был изге төйәктә кешеләрҙең йәшәү сығанағы инем”, тигәндәй, көмөштәй йылтырап аға ла аға ул. Йылға Бохар урманы уйһыулығынан килә. Ҡаршы тауҙы Өкө ташы тиҙәр.

Ваҡытында мәктәбе, магазины, колхоз үҙәге лә булған Аралбай ҙур ауыл ине.

Ата-бабаларыбыҙ төйәкләнеп, ғүмер баҡый донъя көткән ерҙе уҙғас, Өкөташы уяһынан юлдан алыҫ түгел әрүәхтәрҙең ҙур йорто ла күренеп ҡала.

Ошоға тиклем бер ғаилә кеүек көн иткән ауыл 1960-1970 йылдарҙа тарҡала башлай. Күбеһе Мишәр ауылына күсә. Унда 17-25-ләп йорт ине.

1975-1980 йылдарҙа Моратша бабай нәҫеле, Наҡыя Аралбаева 2-се йортта йәшәүҙәрен дауам иттеләр. (Һыңынан инәй һыу алырға төшкәндә генә, аяҡтары батҡаҡҡа убып, тартып ала алмай донъя ҡуйҙы).

Моратша бабай район үҙәгенә күсергә мәжбүр булды. Улы Зәки Яңы Мөсәт ауылында йәшәй. …Ә хәҙер оло быуынға иҫләп, тарихи урынға баш эйеп уҙаһы ғына ҡалды Моратша бабайҙың ағастары ла ҡороно инде. Сөнки ғүмер буйы ошо ауыл аша йөк ташығандар, үткенселәр уҙған, юлдар төҙөгәндәр, граждандар һуғышы ла ситтә ҡалмаған. Ир-егеттәрҙең күбеһе Бөйөк Ватан һуғышында ла ятып ҡалғандар.

Аралбайҙың нәҫелдәрен дауам итеүселәр бөгөнгө көндә, нигеҙҙә, Яңы Монасип, Иҫке Собханғол ауылдарында йәшәй.

Ата-бабаларыбыҙҙың рухын һәм шәхесен ҙурларға, үҙебеҙҙә көс-илһам табып, быуындар бәйләнешен, Тимер, Тәүлин, Һөйөндөк, Йәнһөйәр, Ҡыуат, Ҡалҡаман, Яманғол, Мишәр ауылында Заһит, Теләүғол, Абыр нәҫелдәрен, яҡын туғанлыҡты онотмайыҡ!

Д.Аллабирҙин, тарих уҡытыусыһы.