Арба, тәгәрмәстәре, тәртә, ат (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Дөбөр, дөбөр дөбөрләй,
Дөбөрләүгә бар дүртәү.
Ҡуштан ағаһы икәү,
Шибан ағаһы шыпа яңғыҙ. - Дөбөр-дөбөр дүртәү,
Ишәй ағай икәү,
Шибай ағай шыпа яңғыҙ. - Дөбөр-дөбөр дүртәү,
Дөбөрсөгө менән бишәү,
Ишәй ағай икәү,
Ҡушай ағай шыр яңғыҙ. - Дөбөр-дөбөр дүртәү,
Иван ағай икәү,
Йыуан ағай бер үҙе. - Дөбөрлөгө дүртәү,
Дөбөрсөгө бишәү,
Шаһибап ағай икәү,
Шәһәүәл ағай бер үҙе.