Ат (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Иргә ҡанат,
Солтанға һанат,
Йәй арымай,
Ҡыш ҡарышмай. - Ҡойроғо һалпы,
Ике ҡолағы ҡайсы,
Уны белмәгәндең
Арҡаһына — ҡайыш ҡамсы. - Дүрттер аяғы,
Ҡайсылыр ҡолағы,
Таштан ҡаты тояғы. - Ауыҙы бар — көйшәмәҫ.
- Ауыҙы бар — көйшәмәҫ,
Теше бар — тешләмәҫ,
Ултырһаң — күтәрер,
Етәкләһәң — эйәрер. - Тарта ла тарта,
Ул тартҡан һайын килем арта. - Тимерсе лә түгел,
Балта оҫтаһы ла түгел —
Үҙе ауылда беренсе эшсе. - Ҡыйыуҙар — ботона ҡыҫтырып,
Ҡурҡағыраҡтар етәкләп килтерә. - Ауыҙыма тимер ҡаптым,
Ағайымды алып саптым.