Ауылдар тарихынан: Тергеҙелгән ауыл

Викидәреслек проектынан
Википедияла

Тимер ауылы — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы ауылдарының береһе.

Тергеҙелгән ауыл

Тимер ауылы тарихы[үҙгәртергә]

Тимер ауылының барлыҡҡа килеүе 1786-1790 йылдар менән иҫәпләнә. Әммә тирә-яғы емеш-еләктәргә бай булған тауҙары һәм аҡландары, киң көтөүлектәре булған Ағиҙел йылғаһы буйындағы был иркен туғайҙы ата-бабаларыбыҙ күпкә иртәрәк үҙләштергәндәрҙер, тип иҫәпләргә булалыр. Күптән барлыҡҡа килгән риүәйәттәр, атамалар, ауыл янындағы боронғо тиреҫлектәр быны дәлилләй.

Батша хөкүмәте, яһаҡтарҙы һәм башҡа һалымдар күләмен яйға һалыу маҡсатында, 1719 йылдан башлап әленән-әле халыҡ иҫәбен алыу (ревизия]үткәрә башлай. 1795 йылда бишенсе ревизия ваҡытында Тимер ауылында 34 өйҙә 152 кеше йәшәгән.

1798-1855 йылдар араһында Башҡортостанда кантон системаһы индерелә. Тимер ауылы Ырымбур губернаһы, Верхнеуральск өйәҙенең 6-сы кантонына, Ҡарағай-ҡыпсаҡ волосына ҡараған. Башҡорттар казак сословиеһына индерелеп, үҙҙәренең ҡоралдары, аҙыҡтары, аттары менән Рәсәйҙең Көнсығыш сиктәрен һаҡларға тейеш булған.

Башҡортостан дәүләт архивында һаҡланған мәғлүмәт буйынса, 1816 йылғы ревизия күрһәтеүенсә, йорт старшинаһы Теләүғол Ялсин булған. 51 йорттан торған Тимер ауылында 5 казак офицерҙары - есаулдар Ғайса Тимеров, Аралбай Мөхәмәтов, Өмөтҡол Ишмөхәмәтов, сотниктар Ишмөхәмәт Буранғолов, Байғаҙы Ҡунаҡбаевтар йәшәгән. Был мәғлүмәт ауылда ниндәйҙер кимәлдә мәғариф үҫеше тураһында ишаралайҙыр. Урта офицерҙар составына ингән есаул-капитан, сотник-йөҙ башы чиндары тома наҙан, һәләтһеҙ кешеләргә бирелә һалмайҙыр.

Ҡаһарман һәм Миндебай Сирбаевтар, Һатлыҡ Күлбәков 1806- 1807 йылдарҙа француздарға ҡаршы һуғышта, Мырҙағол Өмөтҡужин, Юлдыбай Түләбаев, Аҡназар Иҫәнгилдин Парижды алыуҙа ҡатнашып, миҙал алғандар, һағынбай Ҡурамшин, Күсәрбай Ҡотлогилдин, Ишбирҙе Ҡыуандыҡов, Баяс Күлсәрин, Ноғман Ҡунаҡбаев 1828-1829 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында ҡатнаша. (Әхтәр Тимерйәр. Ҡарағай-ҡыпсаҡтар. Өфө. 2004. 57-се бит.)

Ата-бабаларыбыҙ ярымкүсмә тормошта көн иткәндәр. Иртә яҙҙан көҙ һуңына тиклем йәйләүҙәргә юлланмамдыр. Яҙғы йорт, йәйге йорт, көҙгө йорт тип аталған урындарға күсенеп, көтөүлектәрен яңы урындарға күсергәндәр. Тимер ауылының аҫаба ерҙәре Оло Нөгөш йылғаһы буйынан һәүәнәк буйына тиклем киңлектә 100 саҡырым самаһы йәйелгән булған.

Кантон системаһы ваҡытында башҡорт ерҙәренә электән булған ҡыҫым көсәйә. Ерҙәрҙе ҡаҙна, помещиктар, завод хужалары тартып ала һәм көтөүлектәр һаны ныҡ кәмей. Администрация хатта йәйләүерҙәрен ағыулауға хәтлем барып етә.

Шул уҡ ваҡытта батша хөкүмәте үҙенә тоғро хеҙмәт итеп, батырлыҡтар күрһәткән хәрби чиндарға ҡайһы бер өҫтөнлөктәр ҙә бирә. Шунан файҙаланып, сотник Байғаҙы Ҡунаҡбаев (1770-1853) һәүәнәк йылғаһы буйында үҙенең улдары һәм туғандары менән яңы ауылға нигеҙ һала. Байғаҙы ауылы егете Рамаҙан Өмөтҡолов Бөйөк Ватан һуғышында ҙур батырлыҡтар күрһәтеп, оло наградаларға лайыҡ булып, махсус белеме лә булмайынса офицер дәрәжәһенә күтәрелә. Ул казак есаулы ӨмөтҡолИшмөхәмәтовтың нәҫеле булалыр.

Есаул Аралбай Мөхәмәтов улдары Сәйфетдин, Мөхәмәтша, Ғәбделсәлим, ҡустылары Теүәлбай, Үҙәнбай, Ҡондоҙбай менән берлектә Боһондо йылғаһы буйында яңы ауылға нигеҙ һала.

Нөгөш йылғаһы буйында Бикташ ауылы барлыҡҡа килә. Уға нигеҙ һалыусы 76 йәшлек Бикташ Тойғонов була. 1920 йылда ул ауылда 186 кеше йәшәгән. 1921 йылғы ҡаты йотта ауыл бик ныҡ юғалтыу кисерә. Артабан да ауыл халҡы кәмей барып, 40-сы йылдарҙа бөтөнләй бөтөрөлә.

Аралбай ауылы ла, перспективаһыҙ тип, үткән быуаттың 70-се йылдарында йәшәүҙән туктай. Халыҡ тирә-яҡ ауылдарға күсеп ултыра.

1850 йылғы ревизия ваҡытында Тимер ауылында 65 хужалыҡта 162 ир һәм 149 ҡатын йәшәгән. Ауыл кешеләре умартасылыҡ менән дә ныҡ кәсеп иткән. Беҙ бала саҡта, 30-сы йылдарҙа ла, тирә-яҡ урмандарҙа ҡорттары гөрләп торған солоҡ ағастары була торғайны. Уларға ла тәрбиә кәрәк булғандыр. Репрессия, һуғыш йылдарында хужаһыҙ ҡалған солоҡ ҡорттары йәшәүҙән туҡтаны. Ҡайһы бер ғаиләләр йыл әйләнәһенә утарҙарҙа көн иткән.

Ауылға нигеҙ һалыусы Тимерҙең бишенсе быуын нәҫеле, әсөйемдең атаһы Дәүләтбирҙин Иблейәминдең утары Үҙән йылғаһы буйында булған. Ул унда дегет ҡайнатҡан, арҡан ишкән, дуға, көйәнтәләр бөгөп, ялан яғына сығарған. Улы Әхмәтзата бабайҙың урмандан бүреккә һалып алып килгән бәләкәс айыу балаһын көтөп үҫтереп, ҡулға эйәләштерергә маташҡан. Тик, януар ҙурайып, уҫаллаша башлағас, Темәс байҙарына алып барып һатҡан. (Әсәйемдең хәтирәһенән)

Халыҡтың ошолай күнегелгән тормош рәүеше оҙаҡ йылдар дауам иткән. Тыуым күп булһа ла, медицина, санитария хеҙмәте булмағанлыҡтан, әленән-әле ҡабатланып торған тиф, сәсәк, ҡыҙылса һәм башҡа киҙеүҙәр кешеләрҙең күпләп үлеүенә килтергән. Аслыҡ йылдарында әҙәм күп ҡырылған. Шулай ҙа ауыл үҫә барған. Өйҙәр һаны 1816 йылдағы 51 -ҙән 1920 йылда 110-ға тиклем артҡан.

20-се быуаттың болғаныштары Тимер ауылында ла ныҡ сағыла. Наҙан халыҡ сәйәсәткә битараф була. Граждандар һуғышы ваҡытында ауыл бер нисә тапҡыр йә ҡыҙылдар, йә аҡтар ҡулына күсә. Халыҡ уларҙың береһен дә өнәмәй. Сөнки ике яҡ һалдаттары ла аттарҙы, арбаларҙы тартып алалар, наҙлы кейеҙҙәрҙе, сергетыштарҙы эйәрҙәренә үндек итеп һалалар, талап алынған һыйыр майы менән арбаларын майлайҙар. Мыҫҡыллау осраҡтары ла булды, тип иҫләй торғайны ололар. Ғәскәр килерен белеү менән йәш ҡатын-ҡыҙҙар иҙән аҫтарына йәшеренгәндәр, ҡорал тотоуға яраҡлы ир-егеттәр көслөк менән үткәрелгән мобилизациянан ҡасып, урмандарға киткәндәр. Беҙ бала саҡта ауыл тирәһендәге тауҙарҙа, баҫыуҙарҙа күмелеп өлгөрмәгән окоптар янында обоймалы патрондар, гильзалар, тутлаған винтовка кәбәктәре, штыктар табыла торғайны.

Граждандар һуғышында бөлгөнлөккә төшкән халыҡ 1921 йылғы аслыҡта бөтөнләй юҡҡа сығыу хәленә етә яҙған. "Выше гор только люди" китабының 35-се битендәге мәғлүмәттә күренеүенсә, 1920 йылда 110 йортта 453 кеше йәшәгән. 1925 йылда 73 хужалыҡ тороп ҡалған, ә 37 хужалыҡ, йәғни ауылдың өстән бер өлөшөнөң, урынында оҙаҡ йылдар нигеҙ таштары һәм ҡый үләндәре генә күренеп ятты.

1930 йылдағы коллективлаштырыу кампанияһы башында ауылдыңхәллерәк ғаиләләре кулак мөһөрө менән һөргөнгә оҙатылды. "Синфи көрәш" исеме аҫтындағы ошаҡ менән байтаҡ ирҙәр нахаҡ ғәйеп менән төрмәләргә китеп юҡ булдылар. Ҡайһы берәүҙәр эҙәрләүҙәрҙән шикләнеп, ғаиләләре менән сит райондарға таралдылар. Бәғзеләре аҡсалы кәсеп эҙләп ауылда ҡалдылар. Һуғыш мәлендә аслыҡҡа түҙмәй китеүселәр ҙә булған.

Бәҙәмшин, Ғәйнуллин, Дауытов, Фәтхуллин, Балапанов, Аҡназаров, Күсәрбаев, Ҡыуандыҡов, Ҡорманғәлин, Ғүмәров, Күҫәпҡолов, Сәитбаталов, Нәҙершин, Бирғәлин, Иҫәнбаев, Байсарин, Кәримов фамилиялы кешеләрҙе күптән инде Тимер ауылында осратмаҫһың, уларҙың нәҫелдәренең күптәре район үҙәгенең халҡын тулыландырған.

Колхоз ойошторолғас, беҙ иң һуңғы тапҡыр йәйләүгә 1932 йылда сыҡҡайныҡ. Дүрт ауылды берләштергән "Монасип" колхозының бригадаһы булған Тимер ауылы 1937 йылда айырылып,"Ҡыҙыл таң" колхозы булып көн итә башланы. 1933 йылғы аслыҡтан һуң колхоздағы хәлдәр ыңғай яҡҡа үҙгәрә барҙы. Бөтә эштәр ат һәм ҡул көсө менән башҡарылһа ла, сәсеү майҙандары йылдан-йыл киңәйҙе. Сәсеүлектәр яҡшы уңыш бирҙе. Колхозсыларға хеҙмәт көнөнә ҡарап мул ғына иген тараттылар. Алдынғыларға тантаналы рәүештә ҡыҙыл ылау менән килтерә торғайнылар. Өҫкә кейем етешмәһә лә, сабата кейеп үҫһәк тә, халыҡ икмәккә туйынып, һөйөнөп йәшәне. Оҙайлы ауырыуҙан һуң колхоз эшендә әүҙем ҡатнашҡан әсәйем' "Колхоз - һауын һыйыр бит ул", -ти торғайны.

Беҙ, балалар ҙа, каникулдың күпселек осорон колхоз баҫыуында үткәрҙек. Иген утаныҡ, бесәндә йөрөнөк, ураҡ эшендә лә ҡатнаштыҡ. Халыҡ дәртле булды. Эшкә йырлап барҙыҡ, ярышып эшләнек, йырлап ҡайта торғайныҡ.

Иген янда булғас, һалымдарҙың ауырлығы ла ныҡ һиҙелмәгәндер. Колхозсылар артыҡ игендәрен баҙарҙарға сығарып һата алдылар. 1940 йылда Боһондо йылғаһында колхоз үҙенең һыу тирмәнен ҡорҙо. Был да ваҡытына күрә ҙур өлгәш булды.

Халыҡ күңелле ял итә лә белде. Байрамдарҙа демонстрацияларға йөрөнөләр. Йәштәр, балалар клубта йыш ҡына спектаклдәр, концерттар ҡуйҙылар. Ауылдағы берҙән-бер патефон ҙур мөғжизә булып күренә ине. һирәкләп килеп күрһәтелгән тауышһыҙ киноға ла халыҡ күп йөрөнө. Эскелек, тәртипһеҙлек осраҡтарын хәтерләмәйем.

Айырылған колхоздың тәүге рәйестәре Баймырҙин Гәрәй, Мырҙағолов Нуретдин, Сабирйәнов Хәмит булдылар. Киләсәк яҡты тормошҡа булған ышанысыбыҙҙы ҡәһәрле һуғыш боҙҙо. 1941 йылдың көҙөндә йыйылған мул иген уңышы ҡаты иҫәпкә алынып, ырҙындан уҡ ылауҙарға тейәлеп, район үҙәгенә, фронт ихтыяжына оҙатыла барҙы. Өй яны баҡсаһында картуф үҫтерергә күнеккән ғаиләләр бирешеп барманылар. Тик ауылдың күпселек халҡы йыл һайын колхоздан аласаҡ уңышҡа ышанып йәшәгән, өй янына тарма үҫтергән (киндер күлдәк, ыштан кейеп үҫтек бит) күпселек хужалыҡтар бигерәк иртә аслыҡҡа дусар булды. 1941 йылда эшләгән бөтә хеҙмәт көнөбөҙ ҡағыҙҙа ғына тороп ҡалды.

Аслыҡҡа дусар булған ҡайһы бер һалдат ғаиләләре тәүге ҡышта уҡ булған малдарын һуйып, ашап, сит яҡтарға киттеләр. Булған затлыраҡ ҡаралдылар, һауыт-һабалар ҙа арзан ғына хаҡҡа картуфҡа алмаштырылды. Үҫмер ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы әйҙәп, ауыр ирҙәр эшен башҡарып, кәрәк саҡта колхоз эшенә үҙҙәренең һыйырҙарын егеп, ауылды һәм күмәк хужалыҡты бөтөнләй үк емерелеүҙән һаҡлап ҡалыусы ҡатындарҙың ҡайһы берҙәрен оноторлоҡ түгел. Ғилминиса Алтыншина, Ғәлимә һәм Ғәйҙә Аллабирҙиналар, Хәбирә Алтынбаева, Наҡыя Баймырҙина, Миңлебикә Яубаҫарова, Хөсниямал Ҡолдобаева, Хаят Мырҙағолова, Зәбирә Дауытова кеүек инәйҙәр, Маһитап Солтанбаева, Сәғитә һәм Хөснә Дәүләтбирҙина, Йәнбикә Яубаҫарова кеүек апайҙар үҙ-үҙҙәрен аямай эшләнеләр.

Үҫә барған малайҙар фронтҡа, йә ФЗО-ға китә торҙо. Миндегәрәй һәм Бирғәле Баймырҙиндар, Уразбай һәм Ғилман Алтыншиндар, Әхтәм Дауытов кеүек малайҙар мәктәп парталарын ҡалдырып, эшкә иртә егелделәр. Муллайән Алтынбаев 14 йәшендә колхоз хисапсыһы эшен башҡара.

һуғыш юлдарын үтеп, оҙайлы армия хеҙмәтенән ҡайтып, 1950 йылдың башында Тимер ауылының оҙон урамынан үткәндә күбеһенең кәртә-ҡуралары, ҡоймалары емерелгән һирәк кенә ҡалған өйҙәрҙе күрергә тура килде. Һуғыш эҙемтәләре һаман да бөтмәгән ине әле. Колхоз да күтәрелә алмай, өҫтәүенә, колхозсылар ауыр һалымдарҙан интегә. Яуға киткән йөҙҙән ашыу ир-егеттең бик әҙҙәре генә әйләнеп ҡайтҡан. Күптәре ауыр яралар менән ҡайтһа ла, фронтовиктар Ғәлимырҙа Баймырҙин, Мортаза Аллабирҙин, Сәхиулла Яубаҫаров, Сәлих Баязитов,Ҡорманғәле Яманғолов, Заһретдин Бикмөхәмәтов, Арыҫланғәле Байрамғолов, Әҙеһәм һәм Байғужа Мырҙағоловтар ҡайтҡас та ситкә тайпылманылар, ауылды һәм колхозды ая1^Ё1 баҫтырып, артабан үҫтереү әсән күп көс һалдылар. Үҫеп килеүсе йәштәрҙе яңы әйҙәр һалыуға, кәртә-ҡураларҙы яңыртып төҙөргә һәм башҡа һәнәрҙәргә , етәкселек эшенә өйрәттеләр. Үҙҙәре лә арымай-талмай эшләнеләр.

Артабан тормош бермә-бер ыңғайланы. Бер нисә быуын механизаторҙар, малсылар үҫеп сыҡты, хеҙмәт кешеләре мул тормота йәшәне. Ауылда уҡып, артабан белемдәрен күтәргән күп һанлы интеллигенция вәкилдәре район һәм республика ойошмаларында хеҙмәт итеп, билдәлелек яуланы.

Тормош кимәле күтәрелә барғас, йәштәр ҙә ситкә тайпылмай, иркен, матур өйҙәр һалып, ауылда төпләнделәр.

Оло һынауҙар үтеп, һуғыш ваҡытында бөтөрөлөү хәленә етә яҙған Тимер ауылы күркәм, етеш тормошта йәшәй, тиергә була. Хәҙер ауылдағы 136 хужалыҡта 501 кеше көн итә. Ҙур булмаған ауыл хужалығы предприятиеһы, 4 фермер хужалығы, урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер пункты, ауыл Советы - барыһы ла халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә. Шәхси хужалыҡтарҙа төрлө техникалар ҙа күп кенә. Байтаҡ йорттарға газ яғыулығы үткән. Тик коллектив хеҙмәткә күнеккән оло быуын вәкилдәре берҙәмлектең ҡаҡшай барыуына борсолалар.

С.ДӘҮЛӘТБИРҘИН, һуғыш, хеҙмәт һәм мәғариф ветераны.