Ауылса борщ
Уҡыу көйләүҙәре
Ауылса борщ — ҡышҡылыҡҡа быяла банкаларға стерилләп алып ҡалып, аҙаҡ итле һурпаға картуф турап ебәреп, әҙер борщты өҫтәп, йәһәт кенә бешереп алыу өсөн ҡулай ҡыҙыл аш.
Ингредиенттары
[үҙгәртергә]- 3 кг ҡыҙыл сөгөлдөр
- 1 кг кишер
- 1 кг һуған
- 1 кг татлы борос
- 1 кг помидор
- 1 стакан шәкәр
- 3 аш ҡалағы тоҙ
- 1 стакан үҫемлек майы
- 125 мг (ярты стакан) аш һеркәһе
Әҙерләү
[үҙгәртергә]Һуғанды ярым түңәрәк итеп турарға.
Сөгөлдөрҙө һәм һуғанды эре ҡырғыс аша үткәрергә.
Боросто һаламлап, помидорҙы ярым түңәрәктәр итеп турарға.
Тоҙ, шәкәр, аш һеркәһе өҫтәп, яҡшылып болғарға.
Тәүҙә талғын ғына утҡа ҡуйырға.
Һуты сығыу менән утты көсәйтергә һәм 25 минут бешерергә.
Эҫе килеш стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән нығытырға. Ярты литрлыҡ 12 банка тәмле борщ сыға.