Ашламалар миҡдары

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску

С. ХАЖИЕВТЫҢ «Баҡсасы белешмәһе» китабынан. «Башҡортостан» гәзитенде баҫылған 1.03.2012.

Самаһын белеп кенә…[үҙгәртергә]

Баҡсасылар йыш ҡына ашламаны теүәл миҡдарҙа тупраҡҡа индереү өсөн үлсәгес юҡлыҡҡа зарлана. Бының өсөн стаканды, аш ҡалағын файҙаланырға мөмкин.

Википедияла

Ҡырлы стаканға күпме ашлама һыя?[үҙгәртергә]

Түбәндәге таблицала ауырлыҡ грамдарҙа бирелә.

    • Аммиак селитраһы 160—180 Эзбиз 120
    • Суперфосфат 190—200 Ағас көлө 90-120
    • Фосфорит оно 310—360 Торф көлө 80
    • Калий тоҙо 185—190 Аммофоска 180—120


  • Бер ҡырлы стакан күләме буйынса 13 аш ҡалағына, ә бер аш ҡалағы өс балғалаҡҡа торошло.
  • Биҙрәгә 10 л һыу һыя, ул 10 килограмға тиң.
  • Бер йоҡа стакандың күләме 250 грамға тиң булһа, бер ҡырлы стакандыҡы 200 грамға тиң.
  • Бер аш ҡалағына 25 грамм һыя.
  • Бер балғалаҡ 5 грамға тиң.

Бер куб. метр ашлама күпме тарта? (килограмдарҙа)[үҙгәртергә]

    • Яңы тиреҫ — 400
    • Сиҙәм ере — 1000
    • Тығыҙланған тиреҫ — 800
    • Ҡом — 1600
    • Серегән тиреҫ — 900
    • Торф — 800
    • Ер серетмәһе — 800
    • Эзбиз — 900

Үҫемлектең төҫөнә ҡарап, ашламаға мохтажлығын билдәләү[үҙгәртергә]

1. Азот ашламаһына мохтажлыҡ кисерһә, уның япрағы аҡһыл төҫкә инә, һарғая, ҡойола, үҫемлек насар үҫә, кәрлә булып ҡала.

2. Фосфор ашламаһына мохтажлыҡ кисерһә, үҫемлек япрағы ҡара йәшел, күкһел төҫкә инә, япраҡта ҡыҙғылт таптар барлыҡҡа килә. Ҡорой, улар һорғолт төҫкә инеп ҡарая, емеш сифатһыҙ була.

3. Азот менән фосфорға мохтажлыҡ кисерһә, ғәҙәттәгесә сәскә атып, һеркәләнгәндә сәскә аналығы ҡойола.

4. Калий ашламаһы етешмәгәндә, япраҡ уртаһы бер аҙ ҡытыршылана, бөгәрләнә, ялтырауыҡлы ҡыҙғылт таптар хасил була, япраҡ ситтәре һарғая башлай, һорғолт таптар барлыҡҡа килә. Иң өҫтәге үҫеш бөрөһө һәм тамыры зарарлана. Үҫемлектең калийға ҡытлыҡ билдәләре аҫҡы ботаҡтағы япраҡтан башлана.

5. Магний элементы етешмәһә, япраҡтар төҫһөҙләнә, һарғылт, ҡыҙыл төҫкә инә.

6. Тимер элементына мохтажлыҡ кисерһә, япраҡтар аҡһыл йәшел төҫкә инә. Япраҡ һөлдәләре араһында хлороз барлыҡҡа килә.

7. Баҡыр элементы етешмәһә, япраҡ осо ағара, хлороз барлыҡҡа килә.

8. Бор етешмәһә, үҫеш нөктәһе ҡорой — сәскә атмай.