Ағастар - ҡышын
Һалҡын ҡышта ағастар, күп йыллыҡ үҫемлектәр туңмай ҡышларға тейеш. 1 см ҡар ерҙең йылыныуын 1 градусҡа арттыра. Үҫемлектәр өшөмәһен өсөн 30 – 40 см ҡалынлығында ҡар кәрәк.Ҡар тотоуҙың бер нисә һөҙөмтәле ысулы бар.
Түтәлдәргә, ағас төптәренә шыршы ботаҡтары һалалар. Яҙ еткәс, алып ташларға кәрәк, сөнки ул тупраҡтың әселеген арттыра. Яҡшы итеп ҡар яуғандан һуң 35 – 40 см бейеклегендә ҡар валдары өйәләр. Йәш ағас төптәренә уларҙы бер метр итеп һалырға кәрәк. Ҡар тотоу өсөн полимер сетка ла яҡшы. Уны бағаналар араһына тарттыралар, ел йүнәлешен үҙгәрткәндә икенсе урынға тағы бағана ҡағып, тарттырып ҡуялар. Сидераттар – ҡышҡа сабылмайынса ҡалған һәм ятҡан үләндәр ҡарҙы бик яҡшы тота. Тәбиғи кәртә – ҡуйы булып үҫеп ултырған ағастар ҙа ҡарҙы бер урынға тотҡарлай.
Емеш ағастарын ҡоротҡостарҙан нисек һаҡларға?
[үҙгәртергә]Ҡуян алмағастарығыҙҙы кимереп зарарламаһын өсөн ағастың олонон махсус баҡса бинты менән урағыҙ. Кимереүселәрҙән һаҡлау өсөн ағас төбөнә сысҡан ағыуы ла һалырға була. Олонона зыян килгән ағаста тамыр системаһы менән ботаҡтар араһындағы бәйләнеш өҙөлә, һәм ул ҡорой.
Ағасты ҡырҡыу
[үҙгәртергә]Был эште ҡыш башҡаралар. Көн 8 градустан һыуыҡ булғанда ботаҡтарҙы ҡырҡырға ярамай. Улар тиҙ генә һынып барасаҡ. Яралары оҙаҡ төҙәләсәк.