Ағас бысыу (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Икәү тартыша,
Берәү ҡоҫа. - Тешен батыра бара,
Сәйнәп төкөрә бара. - Икәү тартыша,
Берәү ыңғыраша. - Ситән аша ике эт талаша.
- Икәү һелтәнгәнгә берәү илай,
Күҙ йәше — тамсы түгел,
Һелтәгәне — ҡамсы түгел. - Икәү туҡмай,
Берәү илай,
Күҙ йәше ваҡ ҡына,
Үҙе аҡ ҡына.