Ағас тамыры, япрағы, сәскәһе
- Аяғын алдым таяҡҡа,
Үҙен алдым ҡосаҡҡа.
Ҡолағын алдым түшәмгә,
Башын алдым буяуға.
Ағастың тамыры, ботағы, япрағы
- Аяғы менән ҡолағының һаны юҡ,
Һис бер ерендә ҡаны юҡ.
- Аяғы алтмыш, ҡулы етмеш,
Үҙе бер, бите мең.
Япраҡтар
- Яҙ килһә, йәшәрә,
Көҙ етһә, һарғая.