Ағас (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Ҙур һандығым эсендә
Юнмаған уғым ята. - Аяғы менән ҡолағының һаны юҡ,
Һис бер ерендә ҡаны юҡ. - Бер аяҡ, илле ҡул.
- Көҙ етһә, йөнөн ҡоя,
Яҙ етһә, йәшәрә. - Көҙ сисенә, яҙ кейенә,
Йә, әйтеп ҡара, нимә? - Яҙын яҙыла,
Көҙөн йыйыла,
Йәй һыуына,
Ҡыш йылына. - Төбө — бер,
Башы — мең. - Ергә һеңгән,
Күккә үрелгән. - Йәйен өшөй, ҡышын йылына.
- Йәйен йәшәрә, ҡышын ҡартая.
- Йәй көнө йәшел сәкмән кейә,
Ҡыш көнө һалып ташлай. - Ҡарап торһаң, йәне юҡ,
Тупраҡ ашай, һыу эсә,
Үҙе юғары үҫә. - Утта яна, һыуҙа батмай.
- Йәйен йәшел, көҙөн һары, ҡышын аҡ,
Үҙе ҡанһыҙ, оҙаҡ йәшәй — уйлап тап.