Эстәлеккә күсергә

Аҙашҡан быуын

Викидәреслек проектынан

Күңелдәр зыяраты ҡайҙан?

[үҙгәртергә]

Эреле-ваҡлы бала-саға урам буйлап саба. Толомдары ғына елферҙәп ҡала. Араларында билен биштән быуып донъя көткәндәре лә, яңы ҡул араһына керә башлағандары ла, әсәй итәгенән саҡ төшкәндәре лә бар. Ниәттәре — тағы ла бер тапҡыр Маһия инәйҙең һиҙгерлеген тикшереп ҡарау.

Ғәйшә оләсәйем көнө буйы өйҙә булмаясаҡ. Ә уның өйө алдында космея үҫә. Беҙ шуны өҙгән булып ҡыланасаҡбыҙ. Маһия инәй күрше-күләненең ышаныслы күҙе, һаҡ ҡолағы, штатһыҙ ҡарауылсыһы. Донъяларына күҙ-ҡолаҡ булырға үтенһә-үтенмәһәләр ҙә, ул һәр саҡ һаҡта! Ә инде һынау үткәреүебеҙ — инәйҙең фиҙакәрлегенә бары оло хөрмәтебеҙ генә.

Беҙҙең байтаҡ йолаларыбыҙ бар. Береһе — яңғыҙ йәшәгән, кеше көнлө инәй-бабайҙарҙы бүлешеп алғанбыҙ. Беҙҙең тирәнең ҡурсауында Динислам бабай менән ире һуғышта ятып ҡалған Хәҙисә инәй. Динислам бабайға иҙәнен йыуып, һыу килтереп бирәбеҙ. Ә ул ҡыуаныстан шундуҡ магазинға йүгерә, прәник һатып алырға. Тик ярҙамыбыҙ һис кенә лә прәник өсөн түгел, ысын күңелдән эшләнә. Хәҙисә инәйҙе, ҡыҙы өйҙә булмаған сағында хәстәрләйбеҙ. Шулай ҙа, уларға ярҙам итеүҙә Шәрәфулла бабайҙың ҡыҙҙарына етешкәндәр юҡ.

Шәрәфулла бабай үҙе бер хикмәт. Беҙ уның күҙ осонан ысҡынғаныбыҙ юҡ. Ҡыйыш баҫһаҡ, төҙәтеп кенә тора. Ә уның иң-иң хикмәте, ҡыштың буранымы, сатлама һыуығымы — һәр саҡ матур итеп мәке уйып ҡуя.

Маһия инәй беҙҙең биләмәгә кермәй. Инәйгә ярҙамыбыҙ — йылына бер тапҡыр ғына була торған күңел байрамыбыҙ ул. Яҙ етеп, һыу таҙарып Нөгөш үҙ ярҙарына ҡайттымы, бөтөн бала-саға һыу буйында. Оло керҙәрҙе йыуабыҙ, ҡашығаяҡты йышабыҙ, самауырҙарҙы ялтыратабыҙ. Үҙебеҙҙекен бөтөү менән, йыйналышып Маһия инәйгә китәбеҙ өмәгә. Өйөнән башлап, йыуа-йыша, таҙарта торған бөтә эштәрен атҡарып бирәбеҙ.

Керҙәрҙе, түшәктәрҙе сайҡатып элеүгә инәйҙең табыны ҡоролған да була. Уртала майлы бутҡа. Хистәре ташып-түгелеп, күңеле булып бөтәлмәй, инәй бутҡа эсенә кәнфиттәр төртөп сыға. Кәнфитте айырым һурһаң тәмле лә ул. Беҙҙең ҡалаҡтар, һиҙҙермәй генә бутҡаның кәнфитһеҙ ерҙәренән йөрөргә тырыша. Шулай ҙа беҙ инәйгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ошо күңел байрамы өсөн!

Шул бала-сағалар — Ил киңлектәрендә сәселдек инде. Иҫәндәребеҙ — сал сәсле оләсәй һәм олатай. Ауыл йәме инәй, бабайҙарҙарыбыҙ — гүр эйәләре. Урындары йәннәттә булһын!

Тик йөрәк кенә һыҙлай. Уларҙан алған күңел йылыһын ниңә беҙ бирәлмәнек балаларыбыҙға? Ҡасан, ҡай төштә ерләнек күңел һуң ул күңел йомартлығын? «Тимур командаһынан» килгән балалар аҡса һорағас, биргән аҡсамды әҙһенделәр,- тигәнгә хәҙер кем икән аптырар?

Аҙашҡан быуын

«...Ауыл йәме инәй, бабайҙарыбыҙ — гүр эйәләре. Урындары йәннәттә булһын. Тик йөрәк кенә һыҙлай. Уларҙан алған күңел йылыһын ниңә беҙ бирәлмәнек балаларыбыҙға? Ҡасан, ҡай төштә ерләнек һуң ул күңел йомартлығын?» Яуабын таптым буғай...

Тәү инешең нимә?

[үҙгәртергә]

Үҙгәртеп ҡороуҙар заманы ине. Магазиндар — шыр стена. Иң тәү ихтыяж — тамаҡ хәстәре һәр кемдең үҙ тернәкселлегенә терәлеп ҡалды. Беҙ ҙә, мөмкинлегебеҙҙе барлап, ҡош-ҡорт ишәйтергә ниәтләнек. Эш ем өлкәһенә килеп терәлде. Мал сөгөлдөрө сәстек. Эргә-тирәләге кесерткәнде, сөгөлдөр япраҡтарын ашатып, көҙгә килтереп еткерҙек тә ул өйрәк бәпкәләрен, ҡар ятыуға үлән бөттө. Нисекме кәрәк, бер аҙ һоло таптыҡ. Тик ҡаҡҡа ҡалһа ҡалдылар, һолоға әйләнеп тә ҡараманы өйрәктәребеҙ...

Шул ғибрәттән бер фәһем яһаным үҙемә. Бишегеңдән эскәнең — һыумы, әллә ыумы, ашағаның — имме, әллә боҙоҡмо, тәү асылыңа нимә һеңдерелһә, шул ҡала икән фиғылыңда ахырғаса...

Тимәк, ныҡлы тотҡаһы булған затты ла, төҙәлмәҫ әүермәнде лә тәү инештән әүәләйҙәр.

Хоҙай Тәғәлә ир затына орлоҡто һалған ғына. Ниндәй ерлеккә сәсә, нисек сәсә — үҙенән! Зөфаф кисенең дә, ҡатының менән һәр ҡушылыу алдынан да, изгелекле бала һорауҙың да үҙ доғаһы бар. Ғәилә лә бер баҡса ул. Хәләл менән ашлайһыңмы, харам менәнме? Хәләл көсөң менән үҫтергән малың да харамға әйләнә, ислам ҡушҡанса салынмаһа.

Ниәт әйтеп, бисмилла менән башланамы һәр эшең? Шөкөр итә беләһеңме тыныс күгеңә? Һауаға? Эскән һыуыңа? Тереклегебеҙ унан бәйле булмаған донъя байлыҡтары теләгәндә уйландыңмы: шундай ерҙәр бар, күпме хаҡ биреп тә артыҡ бер тамсы ла һыу ала алмайһың. Һатып алырлыҡ булғанда ла, етештереүсеһе кеше түгел...

Йәшәйеш кануны ул — һынауҙар аша үтеү!

[үҙгәртергә]

Тәүләп дивандан ҡолап төшкәнендә ҡыҙыма дүрт ай ине. Атаһы «тәрбиәне башларға ваҡыт еткән икән», — тине лә эшкә тотондо. Энә, ҡайсы, бысаҡ, эҫе сәйнүк, розетка кеүек ҡурҡыныс нәмәләрҙең һәммәһе менән дә «таныштырып» сыҡты. Минең бер нисә уҡталыуыма, ҡаты итеп «Күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап ултыралаңмы өйҙә?», — тип туҡтатты ла, иң аҙаҡ яйлап ҡына дивандың япмаһын һөйрәй башланы. Ҡыҙым сатырман үрмәләй, ҡоламаҫка йән тәслим тырыша. Һөйрәп төшөрҙө тәки атаһы. Шаҡ ҡатып ултырҙым, был һабаҡтарҙы ҡайҙан белә икән тип. Әммә ул дәрестәр онотолмаҫлыҡ булды миңә лә, ҡыҙыма ла...

Хоҙай хикмәте менән һәммәбеҙгә лә тойом ҡеүәһе бирелгән. Тойом аша фекер төйнәйбеҙ, танып беләбеҙ уратып алған мөхитте. Ҡапма-ҡаршы сифаттары аша яҡты-ҡараңғыһын, эҫе-һалҡынын, ҡоро-еүешен, ҡаты-йомшағын, имен-хәүефен, рәхәт-ҡыйынын, әсе-сөсөһен, һөйөү-нәфрәтте...

Иң ҙур хаталарҙың береһе: «Үҙем нужа күреп йәшәнем, балама ыҙа күрһәтмәйем», — тип, һәр нәмәнең тәмен үҙе татып-белеү бәхетенән уны мәхрүм итеү, «Барыһы ла бәхетле баласаҡ өсөн» тигән лозунг.

Ғүмер, көс-кәр мәңгелек түгел. Нисек кенә теләмәйек, юлына түшәк булып, ахырынаса оҙатып барыу мөмкин була торған хәл түгел. Теплица шарттарында үҫтерелгән бала беренсе «ҡырауҙа» уҡ киңгәйәсәк. Бәләкәй генә ҡаршылыҡтан да бәлтерәп төшәсәк. Ә иң аяныслыһы, «үҙ туҡһаны ғына — туҡһан», кисерештәрен ауыҙлыҡлай белмәҫ, тәҡәббер, яһил әүәләнәсәк.

Юғиһә, ниңә әле бала-саға, хатта өлкәндәр араһында ла мода китте: берәү миңә ҡарамай тип, йә иһә минеңсә булманы тип кенә муйынын элмәккә тығып, яҡындарын шуның менән шантажлап ҡына торғандар? Бер нәмәнең дә бәйәһен, ҡәҙерен белмәҫ туң күңелдәр?

Буйы ла, аҡылы ла, рухы ла тигеҙ үҫкән бала үҫтерәм тиһәң, тәғәйен генә рецепт берәү ҙә бирәлмәҫ. Ә бына ғәрибен, ҡиблаһын ләззәт тә үҙе генә тип белгән хайуани затты нисек әүәләмәҫкә?

Меңәр-меңәр йыллыҡ тәжрибә бар инде: иман тәрбиәһе, хеҙмәт тәрбиәһе, тормош һынауҙары аша сыныҡтырыу; үҙенә ҡағылған бар өлкәлә яуаплылыҡ тәрбиәләү, шулай уҡ үҙ ғүмере менән ҡылыҡтары өсөн дә. Йәшәйеш ҡануны ул — һынауҙар аша үтеү!

Бар нәмәнең дә башы — дин

[үҙгәртергә]

Ултырағыраҡ класс булдыҡ. Тәнәфес мәлдәрен күберәк фәлсәфәүи темаларға һөйләшеп үткәрә инек. Бер мәл фекер төйөнөбөҙ «ниндәйҙер илаһи көс булырға тейеш» тигәнгә килтереп сығарҙы. Шул һығымтабыҙға ҡапылғара баҙап, аптырап ҡалдыҡ. Минең икеләнеп, урап һөйләргә маташыуыма Гәүһәр көйҙө лә китте. «Ниңә исемен әйтеп һөйләмәйһең, ул бит Алла», — тине. Ошо иҫкәрмә йылдар һуҙымында оҙатып килә. Аманат булып! Кәйкәләмәҫкә, һәр әйберҙе үҙ исеме менән атарға!

Бына ни ҡасандан йөрәгемде бер һорау өйкәй: ниңә әле дин юлына баҫҡандың күбеһе, хатта имам булып йөрөгәне лә ғәм алдында баҙай ҙа тора. Ғәйеп эштә тотҡандар тиерһең. Бар сығыштары баҙнатһыҙ ғына «Дин бит зыян итмәй» тип аҡланыуға ҡоролған. Шул уҡ фекер мөфтийҙәрҙең вәғәздәрендә лә сағылып ҡалғылай. Ә бит тап дин барыһының да башы. Унда бөтәһе лә ғәҙел, аныҡ, теүәл итеп билдәләнелгән:

  • хәләл менән харам;
  • фарыз менән мәкруһ;
  • йәмәғәт менән ғаилә;
  • ҡатын менән ир әҙәбе, бурыстары;
  • ата-әсәнең балаларына, балаларының ата-әсәләренә ҡарата вазифалары;
  • ҡыҙ бала менән малай әҙәбе;
  • мәктәп балаһының әҙәбе;
  • туғандарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте;
  • күрше-күлән менән мөнәсәбәттәр;
  • мохтаждар менән етемдәр, ҡунаҡ менән юлсыларға ҡарата бурыстар;
  • фәҡирҙәр менән байҙар хәле;
  • тормош биргән бөтә ниғмәттәргә (тән, йән, байлыҡ, ер-һыу, һауа) мөнәсәбәт;
  • етәксе менән уның ҡул аҫтындағыларҙың мөнәсәбәте;
  • матди менән рухи тормош сиктәре.

Донъя бутау, ыҙғыш башы, йәнҡыйыш, ҡантүгеш, бола башында дәһрилек, иманһыҙлыҡ ята. Шуға ла һәр мосолман балаһының тәрбиәһе иман шартынан башланған. Мәҙрәсә юҡлыҡтан ғына балалар уҡытылмай тормаған. Күп кенә хәлле кешеләрҙең, муллаларҙың өйө уҡыу-уҡытыу урыны итеп файҙаланылған. Ундағы һабаҡ биреүсе абыстайҙарҙың, муллаларҙың белем дәирәһенә аптырайһы ғына ҡала. Ярай, ир заттары әллә ҡайҙарға китеп белем алғанда ла, ҡатын-ҡыҙҙар бит ҡырға китеп уҡымаған. Шулай ҙа төрки, фарсы, ғәрәп телендә уҡып, яҙып иркен аралашыу ғына түгел, шиғриәте, сәсмә әҫәрҙәре менән хәбәрҙар булғандар. Поэмаларҙы яттан һөйләп ултырыусылар ҙа әҙ булмаған.

Ә иман шарты өйрәтелмәгән бала булғандыр тип уйламайым. Нигеҙ булып Хәкимә оләсәйемдең һөйләгәндәре тора. Миңә оләсәйле булыу ғына түгел, ә уның иң һөйөклө ейәнсәре булыу бәхете лә тейҙе. Өй эсендәге барлыҡ эштәр икәүебеҙҙең елкәһендә булып, уның янында үтте баласағым. Бик тә ғәҙел, талапсан, тоғро һүҙле булыуы менән ихтирамлы булды ил эсендә. Энә күҙәүенән үткәрер ине һәммәбеҙҙең уң һәм һул ғәмәлдәрен. Уның бәйән иткәндәрен яҙып алырға кәрәклеге башыма етмәгән. Шулай ҙа ниҙер һеңеп ҡалған.

Ә ул яҡын тирәләге генә түгел, әллә ҡайҙарҙағы мәҙрәсәләрҙе лә белеп һөйләп ултырыр ине. Күп итеп «Ғәлиә» мәҙрәсәһен иҫкә алыр ине. Томаналығым менән ул өлөштәрен ҡолығыма ла элмәгәнмен, йәнәһе лә иҫкелек ҡалдығы миңә нимәгә тип. Айырым яҙмыштар ғына түгел, тотош ил һемерҙе инде дәһрилектең һурпаһын. Бына хәҙер ҡоҫтора ғына. Үлем хәлдәре элек тә әҙҙән булмаған. Шулай ҙа халыҡ артҡан, ишәйгән. Ырыуы менән сырхау булып ултырмаған. Хәҙер һәр икебеҙ — сирҙәр гөлләмәһе! Гайморит менән геморройҙың ғәҙәти лексиконға инеүе лә беҙҙең заман «ҡаҙанышы». Башта икеһен айыра алмай ултырыла торғайны, ҡайһыныһы нимә аңлата әле ул, тип.

Әле инде һәр икебеҙ «аяҡлы энциклопедия» медицина өлкәһендә! Мәктәп йәшенә саҡ еткән туғаныма, «Ныҡ ҡысҡырма, өйрәктәреңә инфаркт була» тип шаяртһам, бик етди генә яуап алдым. «Юҡ, булмайсы, улар бит йәш әле, холестериндары күп түгел әлегә», — ти.

Тәү асылыңа ҡайт

[үҙгәртергә]

Тағын күңелемдән сыҡмай йөрөгән бер хикмәтме, ғибрәтме хикәйәт бар. Бер ҡарттың ике улы булған. Ир еткәс, улдың береһе үҙенә тейеш мөлкәтте һорап алған.

Алған да, ғәйеп булған. Күп йылдар үткәс, ҡайтып ингән улын, атаһы, тиргәр урынға, тубыҡланып ҡаршы алған. Быны күреп торған икенсеһе үпкәләгән. Нисек инде, донъяһын тарҡатмай бөтәйтеп, атаһына таяныс булып йәшәгән улына бер рәхмәт һүҙе юҡ. Ә атай малын туҙҙырып, берәҙәк булып йөрөгән улға шундай хөрмәт күрһәтелеүен аңлай алмаған.

Тәрәнерәк төшһәң, фәлсәфәүи мәғәнәһе бик тәрән был хәлдең. Ә шулай ҙа, моғайын, ярылып ятҡаны шулдыр: ҡартты бит улының тере ҡайтыуынан элек, аҙашҡан йәненең туғры юлға ҡайтыуы тубыҡландырған. Сәбәптәре ниндәй булған хәлдә лә, атай тупһаһына ҡайтып йығылыу — инешкә, тәү асылыңа кире ҡайтыу, тәүбәгә килеүҙер ул. Туғры юлға сығайым тип маташҡан ейәнсәрен күрһә, оләсәйемдең дә шатлығының сиге булмаҫ ине. Юлым оҙон-оҙаҡ, урау-мурау, тайғаҡ-майғаҡ, соҡор-саҡырлы булһа ла, инеше — оләсәйем тупһаһы, уның алғышы, доғалары, фәтихаһы. Тайғанымда, сетерекле хәлдәремдә, юл саттарында ҡаңғырғанда, оләсәйем өйрәткән тылсым һүҙҙәре: «Эй, Хоҙайым, теләктәремде ҡабул ит, ярҙамыңдан ташлама» ҡотҡара ине...

Кеше ғүмере — күҙ менән ҡаш араһы

[үҙгәртергә]
  • Юлға сыҡҡанда, ул ҡәҙәрем һыуыҡ һымаҡ түгел ине. Эт әсәгендәй урамдарҙың осона сыҡҡансы уҡ бирештек. Кире боролорға булғандыр ҙа, тик алда һанаулы ғына каникул көндәре. Ҡояш сыҡҡанда бигерәк тә әсе һыуыта шул. Һабантуй яланына еткәндә шаҡырайып туңғайныҡ. Аяҡтар, ныҡышып-ныҡышып йыбырлаһа ла, бик ырата алмай шул.

ЗИЛ машинаһы ҡыуып еткәндә, ҡул күтәрерлек түгел инек. Шофер, ҡулыбыҙҙан сумкаларҙы ысҡындырып ала алмай, ҡатҡан һыныбыҙҙы бөгөп кабинаға индерә алмай оҙаҡ мәшәҡәтләнде. Күпмелер барғас, тәнебеҙҙең сәңкеп-сәңкеп һыҙлауы үҙәктәрҙе өҙҙө генә. Ағай әрләй: «Юлым төшмәһә, үлә инегеҙ бит. Ял көнөндә осраҡлы ғына сығып киттем», ти. Кем, ҡайҙан икәнлеген һорашырға башҡа килмәгән. Иҫән микән, белмәйем. Бөгөн булһа, йыһан ҡәләменән өҙөлмәй яҙылып тотор рәхмәтебеҙ бар ҡотҡарыусыбыҙҙың ғәмәл дәфтәренә! Гәүһәр менән икебеҙҙән!

  • Ҡулымда сабый... Юлым да яҡындан түгел... Баҫып барған уй-кисерештәремдән онотолоп киттемме, арыуҙан, томранан иҙерәнемме... Барса һиҙеү нөктәләрем көпләнгән дә ҡуйған. Эстән, төпкөлдән, һаҡ ҡына тауыш биргән хәүеф ҡапылғара аңыма барып етмәне... Таш юлдан сыҡҡаныбыҙҙы, сиҙәмдән китеп барғаныбыҙҙы...

Алағуяндың текә ярын аңғарып, шоферға боролоп ҡараһам, күҙҙәре йомоҡ! Өнһөҙ, тынһыҙ ҡаттым! Бары тәнемдең һәр күҙәнәге генә ниҙер тип ялбара һымаҡ ине! Тик бына хәтерләмәйем, нимә тип икәнен генә... Остоҡ тигән уйға килеп еткәнемдә, машина ярҙың иң ҡырында ине, иң һуңғы сиктә... Тормозға баҫылғанын, машинаның әкренәйгәнен тойманым. Нимә туҡтатты ул машинаны, башым етмәй әлегәсә. Ышанмайса, шоферға боролоп ҡарағанымда, күҙҙәре шар асылып, бер нөктәгәме, әллә сикһеҙлеккәме текәлеп шаҡ ҡатҡайны...

  • Бөрйән-Белорет юлы һалынып бөткәйне. Асфальт юл. Мотоциклда елдерәбеҙ генә. Мин Рәилдең арҡаһына башымды һалғанмын да, тиҙлектән, көндөң матурлығынан, юл ситендәге йәшеллектән бар донъяға мөкиббән китеп барам. Шуға, мотоциклдың ниңә, ни өсөн туҡтағанын, Рәилдең ниңә бер һуҙ ҙә өндәшә алмауын, йөрәген тотоп ултырыуын шундуҡ төшөнә алманым. Өнһөҙ генә ымға алдымды ҡарағайным... Күргәнемдән әле булһа арҡам өшөй. Китеп барған юлыбыҙ тапҡырынан алдыбыҙҙа оҙон, тар, тәрәәәәәән соҡор ҡалған ине юлсыларҙан. Беҙ ип-иң ситендә торабыҙ... теге һәм был донъя сигендә...
  • Ҡайтып киләбеҙ. «Ҡәйнә теле» бөгөлөшен үткәйнек инде. Мотоциклға ниҙер булды. Әйтерһең, күҙгә күренмәҫ йән эйәһе рулде шаҡара ине. Ирем күпме тырышһа ла, ҡаршы юлға барып сыҡтыҡ. Ә ул яҡта юл сите текә лә, бейек тә. Хатта, бер мәл шылып, бер өйҙө бар ҡаралтылары менән күмеп тә ҡуйғайны. Шунан һуң, юл ситенә ҡоймалар һуҙҙылар. Ниндәйҙер бер мәлдә, Рәил ҡоймаға тибеп өлгөрҙө. Шул ғына һаҡлап ҡалды аҫҡа осоуҙан…
  • Көҙ. Ҡар яуып үткән ине. КамАЗ менән Баҙалға менеп барабыҙ. Түбәһенә етерәк юл ҡырҡа һулға ҡайырыла, текәрәк тә. Инде нисәнсе мәртәбәгә ынтылабыҙ, машина менеп етә алмай кире шыуа.

Сираттағы сигенгәнендә, тәҙрәнән тышты ҡараным. Минең яҡтан юлдың сите юҡ ине. Урынына һыу менән ашалған тәрән ур! Юлға тәгәрмәстең яртыһы ғына эләгеп тора... Урыҫтарҙан животный страх тигәнде ишеткәнем бар ине. Нисек була икән ул хайуандарса ҡурҡыу, тип аптырай инем. Бына белдерҙе инде Хоҙай Тәғәлә! Иң ныҡ ҡурҡыу табанда ла, йөрәктә лә түгел, ҡорһаҡта була икән! Уртала ултырған апайым бер ни ҙә һиҙмәй ҡалды. Шофер ғына миллиметрлап сигенеп, кире ҡайтмаҡтан һалдырҙы ғына!

Кеше ғүмере — күҙ менән ҡаш араһы, — тиер ине оләсәйем. Нисә тапҡыр шуны сабыр ғына иҫкәрткән Хоҙай Тәғәләмә шөкөрәнә ҡылыһы ғына... Уйымда шундай осраҡтарымды барлайым барлайым да, осраҡлылыр тип әйтергә тел бармай...

Доға — һорау тигән һүҙ

[үҙгәртергә]
  • Ҡош киҙеүе тигән хәбәр сыҡты бер заман. Өй һайын йөрөп прививка эшләргә булып киттеләр тауыҡтарға. Бер өйөр ир-атҡа аптырауҙан, шар-шор килгән тауыҡтарҙың тауышынан, һыйырым картуф баҡсаһына сабып сығып китте.

Ҡарҙың тәрәнлеге! Егеттәрҙең ярҙамлашырға тырышыуынан өркөп, көрт эсен тағы ла нығыраҡ йыра. Ҡуй, китегеҙ, тип сығарып ебәрҙем дә ул, үҙем ни ҡылырға белмәйем. Арала ҡар аралаш тиреҫ өйөмө ята. Тегеләй еңел генә ырғығайны ла, кире сығырға баҙмай. Үҙе саҡ йөрөй, ана-бына быҙауларға тейеш.

Был комбикормаға сыҡмаҫ микән тип биҙрәне күрһәтеүем булды, һыйырым ҡарһаланып тиреҫ өйөмөнә килеп тә менде, ҡойма менән тиреҫ араһындағы уйымға ауҙы ла. Аяҡтары ғына ҡалҡып тора. Һарай алдында зыр әйләнәм, үрелеп урамды ҡарайым. Баяғы егеттәр юҡ булған. Яҡын тирәлә ярҙам итәрлек бер ир заты юҡ.

Кемдер ышанмаҫ. Эске тауыш (чревовещание) тигәнде әҙәби һүҙ тип кенә ҡабул итә инем. Ә бында «Хоҙайым, ярҙам ит!» — тигән тауыш үҙенән-үҙе килеп сыҡты эсемдән, төпкөлдән. Мин боролоп ҡарауға, ниндәйҙер мөғжизә һыйырымды уйымдан күтәргән дә, уныһы күҙ эйәрмәҫтән зыр әйләнеп, сабып килеп тә сыҡты. Инде бының быҙауы имен микән тип ҡайғырам. Шөкөр, өсөнсө көндө быҙауы менән ҡаршы алды мине. Һин дә мин!

  • Ҡустымдың улы ныҡ илаҡ булды. Тәҡәт кенә юҡ. Әсәйем «Сәрүәр инәйеңә алып барып, имләт әле», — тип миңә инәлә. Киленде ыңғайлатырлыҡ түгел, бушты юҡ менән ҡаңғырмағыҙ ти ҙә ҡуя. Бер көн эштән ҡайтһам, әсәйем үпкәләп, күҙ йәше түгеп илай. Киттем аптыраштан. «Баланы килтерә алмайым, әсәйемдең һүҙен дә йығалмайым, нишләргә?», — тим.

Инәйем, тик ултырма, тип алдыма ҡалын дәфтәрен биреп ҡуйҙы ла, ниндәйҙер доғаларын уҡырға ултырҙы. Ни ғилләнән илағандыр инде бала, шым ғына хәлдәрен белгәндә тынысланғайны. Ә теге дәфтәрҙә Ҡөръәндәге аят-сүрәләрҙең исемдәре, номерҙары күрһәтелеп, нимәләрҙе дауалағаны яҙылған ине. Өлгөрә алғанымды яҙып алдым.

  • Йәй көнөнөң бөтмәҫ-төкәнмәҫ ул-был эштәрен теүәлләүемә, юл айҡан ғына туҡталған апайым әүен баҙарына киткәйне инде. Эргәһендә йоҡаҡ ҡына китап ята. Доғалар китабы. Ә был мәлдә ундай әҙәбиәт саҡ күренә генә башлағайны. Ниңәлер тоттом да уртаһынан астым. Ғәжәпкә ҡалдырғаны, араҡынан тиеп яҙылған доғалар ине унда.

Иң беренсе, «Шундай әхләҡ өлгөһө булған мосолмандарҙа бындай доғаның булыуы мөмкинме икән?» — тигән уй булды. Әйләндерҙем, тулғандырҙым, тик күҙем алдамай ине: биттең ике яғын да тултырып өсәр доға яҙылған. Барыһы ла араҡынан. Яҙып алайым тиһәм, йоҡо баҫып хәлде ала ла ҡуя. Иртән күсерермен әле тигән өмөтөм дә килеп сыҡманы. Таң менән ҡайтты ла китте апайым. Ҡайышты ғына эскенәм!

Икенсе йылына йәнә килеп төштө апайым. Тик бына дүрт күҙ менән теге китапты көтөп алыуым ғына бушҡа булды. Күпме эҙләһәм дә, тапманым ул доғаларҙы! Бәлки, икенсе китабыңдалыр тип ныҡышам. Апайым аптырай. «Китабым ошо ғына, әммә ундай доғаларҙың булғаны ла юҡ», -ти.

Эсем бошҡанды күреп, Ҡөръәндәге 66-сы сүрә араҡынан бит ул, — тип күрһәтә. Ышаныр-ышанмаҫ, аяттарын ике биткә самалап ҡарайым, тура килә. Күп уйланым теге мөғжизәне: күҙемә бушҡа күрһәтмәне лә инде Аллаһы Тәғәлә тип; алты бүлеккә бүлеп күрһәтеүе лә юҡҡа булмағандыр, бөткәнсе күсерергә хәле етмәһә, бер өлөшөн булһа ла күсерһен тигәндер ҙә...

  • Бараһы ер яҡындан түгел. Үтәһе юл бик икеле-микеле. Күкте иңләгән болоттар, ергә түшәлә яҙып, өшәнес томан аша бөрсөктәрен сәсә лә сәсә. Көн арыуланырына ышаныс булмаһа ла, сәфәр сыҡмай сарабыҙ юҡ. Борт тулып ултырыштыҡ. Әммә өҫтөбөҙ асыҡ. Барып еткәнсе ҡоро еребеҙ ҡалмаҫ инде тип, әхирәтемдең ҡыҙ ғынаһына ҡарайым. «Эй, бынау баланы йәлләсе», — тип Хоҙайыма инәләм. Бер аҙҙан түбәбеҙҙә бәләкәс кенә зәңгәр уйым хасил булды ла, ахырғаса эйәреп барҙы...
  • «Колһуалла доғаһы мине һуғыш яланынан имен алып ҡайтты» — тип һөйләр булған шайморатовсыларҙың береһе. Бер саҡ үтә лә ауыр хәлдә ҡалалар. Өҫтәренә ябырылып танктар килә, ә һис ҡаршы торор әмәлдәре булмай. Шул саҡ уның теленә «Ҡолһуалла» доғаһы килә. Уҡып ебәреүе була, танктар кире боролоп китеп тә бара...

Парадокс

[үҙгәртергә]

Ҡыйралыш, ҡан һәм күҙ йәше аша хәрәбәләр, мәйеттәр өҫтөндә империялар ҡорған күп шәхестәрҙе беләбеҙ. Вәхшилектәренә күҙ йомоп, бөйөктән бөйөккә ҡуйып ололарға ла аптырамайбыҙ. Ә бына Мөхәммәт (с.ғ.с.) тураһында һүҙ сыҡтымы, йөҙ сөйөрөү башлана. Тәҡәбберлек һын ҡоромалы. Бар ым-ишарат, ҡиәфәт — уны телгә алыусының донъянан артта ҡалғанын еткереүгә йүнәлтелә.

Ә бит Мөхәммәт (с.ғ.с) пәйғәмбәр ҙә, оҫта полководец та булған. Ул да хәлифәлек төҙөгән. Ул да ҡорал күтәргән. Тик күтәрелгән ҡылысҡа ҡаршы ғына! Бер кемде лә дингә саҡырыу көскә нигеҙләнмәгән. Хатта был аяттар менән нығытып тыйылған! Бары 23 йыл эсендә аҙғынлыҡҡа батҡан, юлдан яҙған, әшәкелектең сигенә сыҡҡан халыҡтан инсафлы, әҙәпле, күңелдәре паҡ, йәшәйештәре һөйөү менән һуғарылған бөйөк халыҡтың дәүләтенә нигеҙ һалған.

Ғәрәп хәлифәлеге дәүерендә фән, сәнғәт, иҡтисад ҡолас ташлап алға киткән. Хатта донъя үҫешенән меңәр йыл алдын торған асыштар яһалған. Гөрләп сәскә атҡан ысын мәғәнәһендәге цивилизация ҡалдырған! Ә ҡалған империялар полководецтарҙың үҙҙәренең күҙ алдында тиерлек емерелеп төшкән. Оҙағыраҡ йәшәгәндәре лә ҡорал көсө менән генә тотолған. Ә аҙағы бер булған: көҙрәтенән килгән бөтә хаштаға, эшәкегә, аҙғынлыҡҡа батып емерелгән... СССР тигән империябыҙ ҙа... Умыртҡаһы барҙа, бишектән иман һеңдерелгәндәр иҫән саҡта, ныҡ ине әле ул. Юғары технологиялар ғына прогресты аңлатмай шул.

Фәйләсуфтар әйтә бит: ҡайҙалыр китеп барыуың алға барыуҙы аңлатмай әле, бәлки тап кирегә йүнәлгәнһеңдер...

Сирҙәр — тынғылыҡ белмәүҙән

[үҙгәртергә]

Ваҡыт! | Мосолмандар гәзите | Динеңде бел! 22 февраль, 2014 йыл

  • ..."Хаҡиҡәт ҡайҙалыр эргәлә", — тигән популяр әйтем бар («Истина где-то рядом»). Һәм уйланырға һәләтле һәр кеше ана шул хәҡиҡәтте эҙләү менән мәшғүл. Ундай кешеләрҙең һәр кеме тиерлек үҙе тирәләй күпмелер йәмәғәт туплауға ла өлгәшкән. Шул уҡ Цойҙар, Высоцкийҙар ҙа «ҡайҙалыр хаҡиҡәт эргәһендә» йөрөнөләр-йөрөнөләр, әммә ул хаҡиҡәттең барыбер асылына барып етә алмай үлеп киттеләр. Үҙебеҙҙең башҡорт зыялыларынан да күп кенәләре ана шулай хаҡиҡәт тирәләй өйрөлөп ғүмерҙәрен уҙғарҙы һәм уҙғара...
  • …Ҡөръәндә бит бөтә мөһим һорауҙарға ла яуаптар бар. Ул китаптың икенсе исемдәре лә — «етәкселек итеүсе», «дөрөҫлөктө ялғандан айырыусы». Йәғни, Ҡөръән — тап ана шул күптәр таба алмаған инструкция ул, һәм ниндәйҙер айырым кеше тарафынан да уйлап сығарылмаған, ә беҙҙе бар иткән һәм беҙҙе иң яҡшы белгән Аллаһ тарафынан беҙҙең өсөн ебәрелгән... Ә ниңә кешеләр Ҡөръән менән етәкселек итергә теләмәйҙәр? Беренсенән, күптәргә тәкәбберлек ҡамасаулаһа, икенсенән, ҡайһы берәүҙәр хаҡиҡәтте ҡабул итә белмәй...
  • ...Тик Аллаһ күрһәткәнсә йәшәп кенә кеше хаҡиҡәтте асыр, ысынлап та уңышҡа ирешер һәм был донъяла ла, теге донъяла ла ысын бәхетен табыр. «Ислам» һүҙе лә бит «тыныслыҡ», «сәләмәтлек» тигән һүҙҙәрҙән яһалған.

Ваҡыт! | Мосолмандар гәзите | Динеңде бел! 21 февраль, 2014 йыл

  • ..."Мосолман туғанығыҙға үҙегеҙгә теләгән кеүек яҡшылыҡ теләй башламайынса, иманығыҙ камил булмаҫ". Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә әйтә: «Иманлылар — бер-береһенә туғандар...», — ти («Бүлмәләр» сүрәһе, 49:10 йыйынтыҡтарынан). Үҙ мосолман туғаныңа үпкә тотоу бик хөрт ғәмәл һанала. Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) әйткән: «Бер генә мосолманға ла үҙенең дини туғанына өс көндән артыҡ үпкәләп йөрөргә ҡушылмай. Әгәр уларҙың үҙ-ара үпкәләшеүҙәре ошо ваҡыттан артығыраҡҡа һуҙылды икән, ул саҡта берәүһе икенсеһенә барып сәләм бирергә тейеш. Әгәр тегеһе яуап итеп сәләм бирһә, ул саҡта икеһе лә әжерен алыр. Әгәр яуап итеп сәләм бирмәһә, ул үҙенең дә, теге кешенең дә гонаһын үҙенә йөкмәр. Ә бер-береһенә сәләм биргән мосолмандар, улар, тимәк, бер-береһенә үпкә тотмайҙар» (Әбү Дауыт хәҙистәр йыйынтығынан).

Ололар элек сирҙе рәнйеү тип атайҙар ине. Әгәр көйөп кенә бараһың икән, ашҡаҙан-эсәктә сей яра яһала, һарыу ҡайнау бауырҙы емерә, иргәләшеп кенә тороуҙан талаҡ таша, күрәлмаусанлыҡ — күҙгә бәрә, йоҡоһоҙлоҡ, баш сирҙәренә алып килә... Күңел рәнйеше, кисерә белмәүҙән дә (хатта үҙ-үҙенә аяуһыҙҙар була) яманыраҡ ҡыйралыш булмайҙыр эсеңдә.

Иң ҡатыһы — үҙеңде лә, нәҫелеңде лә киҫә торған яман сирҙер. Табиптар ҙа һорай бит, нәҫелеңдә бар инеме шундай сир тип.

Бер мәл тәжрибә үткәргәндәр: һарыҡты бүре торған ситлек эргәһенә ҡуйғандар, икенсеһе тыныс урында торған. Бер төрлө тәрбиәгә ҡарамаҫтан, бүре янындағыһы синеккәндән синеккән генә. Хәл-торошо үҙгәреп кенә торған донъя ла дини тәрбиә алмаған әҙәми зат өсөн нәк ана шул хәүеф янап торған бүре кеүек ул.

Йә, әйтегеҙ әле, кемебеҙ өсөн донъяүи мәсьәләләр, йәшәйеш өлкәһе — ҡарурман түгел? Көрәш тә көрәш тип, заманында кеше етешһеҙлеген тәнкит күҙлеге менән бизмәнләргә өйрәндек тә ул.

Тик үҙеңдән дә үҙеңә дошманыраҡты табып булмай, — ти халыҡ аҡылы. Йәғни, һау йәшәү рәүеше — иң әүәле күңел тыныслығы, эске ныҡлыҡ. Тынғылыҡ белмәү бит — сабыр итә белмәүҙән!

...

Ер ҡуйынына һалып аятын уҡытҡас, барсаһы ла эркелешеп тә, берәмләп тә һурылып-һурылып ҡайтып бөттөләр. Иңемдәге ҡара ҡайғыларым менән ойоғанмын. Һандуғас һайрауына уянып киттем... Баш осомда ғына, тәҙрәгә һырылып ҡына һайрай! Шундай өҙөлөп-өҙөлөп, көслө итеп, йән әрнеүе менән! Ҡай мәл башлағандыр, таң һыҙылғанса туҡтаманы. Ни тип кенә әйтәһе килгәндер инде...? Ошоғаса ла, аҙаҡ та бындай ҙа әрнеүле йырҙы ишетмәнем...