Аҙыҡ дауалай
Уҡыу көйләүҙәре
- Алма. Ул холестеринды кәметә һәм аҙыҡты эшкәртергә булышлыҡ итә.
- Лимон. Лимон тоташтырыусы туҡымаларҙы һәм һөйәк структураһын нығыта. Составында С витамины куп булғанлыҡтан, ул организмдың һәр төрлө сирҙәргә ҡаршы тороу һәләтен көсәйтә, инфекциянан һаҡлай.
- Банан. Ашаған аҙыҡты эшкәртеүгә ярҙам итә. Ашҡаҙандың эске өлөшөн ҡаты һәм әсе ризыҡтар баҫымынан һаҡлай. Банан яратыусылар араһында ашҡаҙан ауырыуынан яфаланыусылар һирәк о£рай.
- Ҡуҙаҡлылар (борсаҡ). Холестеринды кәметә, ҡан составындағы шәкәрҙең кимәлен көйләй, шулай уҡ организмда рактың барлыҡҡа килеүенә ҡамасаулай.
- Төҫлө кәбеҫтә. Ябығырға теләүселәргә бик ҡулай ризыҡ. Организмдан шлактарҙы сығара, холестеринды кәметә.
- һарымһаҡ. Тәбиғи антибиотик. Холестеринды кәметә, ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы тәбиғи профилактик сара-дауа иҫәпләнә.
- Әфлисун. Унда С витамины күп. Теш ҡаҙнаһы боҙолғанда ышаныслы ярҙамсы. Шулай уҡ тамаҡ ауыртҡанда файҙалы.
- Татлы борос. С витаминына бай, һалҡын тейгәндә, тамаҡ шешкәндә файҙалы. Бронхит һәм склерозға ҡаршы ла ҡулланыла.
- Һуған. Уның составында организмға кәрәкле матдәләр бик күп. Компресс өсөн дә, һалҡын тейгәндә лә файҙаланалар, аш-һыуға тәмләткес итеп тә ҡулланалар.