Эстәлеккә күсергә

Аҡ күмәс (булочки)

Викидәреслек проектынан

Аҡ ҡүмәс (булочка) – ғаилә менән йыйылғанда сәйгә ҡуйырға тәмлекәс, балалар яратып ашай.

Ингредиенттары

[үҙгәртергә]

Ҡамыр өсөн:

  • 4 йомортҡа
  • 200 грамм аҡ май йәки маргарин
  • 3 стакан һөт
  • 1 стакан шәкәр ҡомо
  • 100 грамм сүпрә (йәки 3 аш ҡалағы ҡоро сүпрә)
  • ике семтем тоҙ
  • сама менән 1,5 кг он
  • майлау өсөн йомортҡа, бәлеш өҫтөнә һибеү өсөн шәкәр онтағы һәм мәк

Эслек өсөн:

  • сыр һәм карамель кәнфиттәр

Әҙерләү:

1. Һөттө йылытып алырға һәм унда сүпрәне ебетергә ҡуйырға.

2. 15 минут самаһы көтөргә һәм бөтә ингредиенттарҙы ла ҡушып һуҙылып торған йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Ҡамыр ҡулға йәбешмәҫкә тейеш.

3. Ҡамырҙы 4 өлөшкә бүлергә.

4. Һәр өлөштө он һибелгән өҫтәлдә ярты сантиметр ҡалынлығында йәйеп һалырға. Һәр йәймәне түңәрәк формаһына килтереп киҫергә (мәҫәлән, ярашлы ҙурлыҡтағы кәстрүл ҡапҡасы ярҙамында).

5. Түңәрәктәрҙе 8 тигеҙ сегментҡа ҡырҡырға. Һәр сегментҡа кәнфит йәки сыр һалып күмәстәр (рогаликтар) яһарға.

6. Табаны йәки форманы майларға һәм рогаликтарҙы аралыҡлатып (ҡабартҡанда күмәстәр бик ныҡ ҙурайып китә) теҙеп һалырға.

7. Табаны таҫтамал йәки пленка менән ябып күмәстәрҙе 30 минут тирәһенә ҡабартырға ҡуйырға.

8. Духовканы 180 – 200 градусҡа тиклем эҫетергә ҡуйырға.

9. Аҙаҡ күмәстәрҙе йомортҡаның һарыһы менән майлап алырға.

10. Кәнфитле рогаликтарға шәкәр онтағы, ә сыр менән булғандарына мәк һибергә мөмкин.

11. Өҫтө ҡыҙарғансы 25 минут тирәһе бешерергә.