Баймаҡ буйлап, йыр-моң юллап...

Викидәреслек проектынан

Фольклорсы яҙмалары

Көньяҡ Урал... Ҡуйы урмандар менән ҡапланған күк Ирәндек һырттары, һары таллы, көмөш һыулы йәмле Һаҡмар. Диңгеҙҙәй тулап, аҡ тулҡындар ҡағып, офоҡтарға йәйелгән гүзәл Талҡаҫ... Был хозур яҡ - бөрйән ырыуы башҡорттарының атайсалы Баймаҡ булыр.

Ҡарап туймаҫлыҡ гүзәл тәбиғәт күренештәре йөрәктәрҙә йылы хистәр уята, күңелдәргә бөтмәҫ илһам һәм дәрт бирә. Шуғалыр ҙа, был төбәк халҡы борон-борондан йыр-моңға әүәҫлеге, сәсәнлеге менән дан тотҡан. Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәтенә оло таланттар биргән илһамлы төйәк бит ул Баймаҡ. Атаҡлы Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәр, Совет осоронда оло ижад юлына сыҡҡан күренекле шағирҙәребеҙҙән Батыр Вәлид, Хөсәйен Ҡунаҡбай, Нәжиб Иҙелбай, Абдулхаҡ Игебаев, танылған композиторҙар Хөсәйен әхәмәтов, Рәүеф Мортазин, данлыҡлы ҡурайсылар Ғиниәт Ушанов, Ғата Сөләймәнов, бейеүселәр Мөхәммәт Иҙрисов, Рәшиҙә Туйсина, Әнүәр Ишбирҙин, талантлы актер Хәмзә Ҡурсаев, йырсы Рамаҙан Йәнбәков, баянсы Редик Фәсхетдиновтарҙың исемен республикала белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Был исемлекте төрлө өлкәләрҙә эшләгәнтиҫтәләрсә ғалимдар исеме меннә тултырһаҡ, Баймаҡтың таланттарға бай яҡ икәнлегенә һис берәүҙә шик ҡалмаҫтыр, тип уйлайым. Халҡыбыҙҙың музыкаль классикаһына ингән күп кенә йырҙар һәм көйҙәр, данлыҡлы эпик ҡомартҡылар ошо төбәктә ижад ителгән.

Үҙенең бай фольклоры менән был регион революцияға тиклем үк күп ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп иткән. Кудряшов, Паллас, Лепехин, Покровский, Рыбаков кеүек танылған рус ғалимдары бөрйән ырыуы башҡорттары араһында төрлө тикшеренеү эштәрен ошо регионда башҡарған. Бында М. Буранғолов, Л. Лебединскийҙар айырыуса уңышлы эшләй. Тәүге фольклорсыларыбыҙҙың береһе, Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов ошо төбәктә йәшәгән Ғәбит сәсән менән Хәмит ҡурайсынан бик күп көйҙәр, ҡобайырҙар, риүәйәттәр яҙып ала. Уларҙы матбуғатта сығарыу өсөн көс һала. Лев Николаевич Лебединский башҡорт музыкаһын Баймаҡ яҡтарында табылған ифрат бай материалдар иҫәбенә тулыландыра һәм уларҙы китап итеп баҫтырып сығара.

50-се йылдарҙан башлап Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фольклор йыйыу буйынса махсус экспедициялар ойоштора башланы. Һуңғы йылдарҙа был эш тағы ла йәнләнә төштө. Йыл һайын фольклорсылар отряды республикабыҙҙың төрлө райондарына, шулай уҡ башҡорттар йәшәгән күрше өлкәләрҙә халыҡ ижады әҫәрҙәрен йыйырға сыға. Былтыр институт фольклорсылары Баймаҡ районында уңышлы эшләп ҡайтты. Әммә ҡыҫҡа ына ваҡыт эсендә беҙ бөтә районды айҡап ала алманыҡ. Ә эҙләнеүҙәр был төбәктең фольклор әҫәрҙәренә ифрат бай булыуын күрһәтте. Шуға күрә беҙ быйыл да шул яҡтарҙа эшләргә булдыҡ.

Ҡорос атыбыҙ ун ике сәғәт үтеүгә, беҙҙе Баймаҡ еренә алып килде. Ленин исемендәге колхоз — беҙҙең беренсе туҡталыш урыныбыҙ. Колхоз етәкселәренең кәңәше буйынса лагерҙы Сыңғыҙ ауылында ҡорорға булдыҡ. Был ауыл һаҡмар буйында урынлашҡан. Ҡыйыҡтары шифер йәки ҡалай менән ябылған ҙур-ҙур өйҙәр, төҙөк кәртә-мхаталар халыҡтың мул тормошта йәшәүе хаҡында һөйләй.

Палаткаларҙы ҡорорға тура килмәне беҙгә. Йомарт күңелле кешеләр, ауылда буш торған өйҙө асып, шунда йәшәп торорға рөхсәт итте. Шул уҡ кисте эште лә башланыҡ.

Өйҙән сығыу менән ҡыҙыҡлы табышҡа юлығабыҙ. Бер төркөм йәштәр, гармунға ҡушылып, йырлап үтеп бара. Һүҙҙәренә ҡолаҡ һалабыҙ:

Сыңғыҙ көйө, Сыңғыҙ көйө,
Сыңғыҙ көйө матур көй.
Һүнеп барған күңелдәрҙе
Дәртләндерә торған көй.

Беҙ урамдан үткән саҡта,
Асыулана ағайҙар.
Асыуанмағыҙ, ағайҙар,
Беҙ китәһе малайҙар.

Бәй, был - Сыңғыҙ йәштәренең үҙ йыры булып сыҡты түгелме? Егеттәрҙе туҡтатып, йырҙың авторын һорайбыҙ.

— Кем сығарғанын белмәйбеҙ, әммә һалдатҡа киткәндә йырлайбыҙ инде, - тиҙәр.

...Элекке рекруттар йыры иҫкә төшә. Сағыштырып ҡараһаң, ике арала оҡшашлыҡтар табырға мөмкин. Мәҫәлән, икенсе куплет рекруттар йырынан үҙгәртелмәй алынған. Айырма шунда, борон һалдатҡа китеүселәр йыры хәсрәт-һағыш менән сорналған булһа, бөгөнгө призывниктар йырында дәрт һәм ҡайнар хистәр таша. Шуға көйҙә мажор тондар өҫтөнлөк итә, текст оптимистик мотивтар менән һуғарылған. Боронғо ижад төрөнөң ошо рәүешле яңыса яңғырауы, яңы формала йәшәүе ҡыуаныслы хәл, әлбиттә. Халыҡ ижадының ҡоромаҫ шишмә булыуын раҫлаған мөһим бер күренеш был.

Йәштәр менән әңгәмәләшеп китәбеҙ. Йырлаған йырҙары, уйнаған уйындары менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Ҙур ихласлыҡ менән улар беҙгә "Өс таған", "Сылбыр" исемле бейеүле уйындарҙы күрһәтте. Гармун тауышына байтаҡ кеше йыйылып китте. Дәртле бейеү көйөнә таҡмаҡ әйтеп ебәрҙеләр:

Сыңғыҙ менән Буранбайҙың
Юл буйҙары ҡомалаҡ.
Сыңғыҙ ауылы ҡыҙҙары
Йомғаҡ кеүек тумалаҡ.

Егеттәрҙең төртмә таҡмағына ҡыҙҙар ҙа яуапһыҙ ҡалманы, көлөшкән тауыштарҙы күмеп, куплет яңғыраны:

Һин дә матур үҙеңә,
Мин дә матур үҙемә.
Һыуға төшкән тауыҡ кеүек
Күренәһең күҙемә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡара-ҡаршы таҡмаҡ әйтеш ошо урында өҙөлөп ҡалды. Кешеләрҙең һөйләүе буйынса, элегерәк таҡмаҡ әйтешеү йәштәр араһында киң таралған булған. "Хәҙерге йәштәр эстрада көйөнә борғоланыуҙы яҡшыраҡ күрә, элекке матур-матур уйындар онотолоп бара инде" тиҙәр олораҡтар, үкенеп. Уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалаһың да, уйға ҡалаһың: ә беҙ шул уйындарҙы оноттормаҫ өсөн берәй сара күрәбеҙме һуң? Клуб работниктарының был турала уйлап ҡарағандары бармы икән? Дәртле йәштәр менән хушлашып, ҡайтыу яғына юл алабыҙ. Беҙҙе магнитофондан яңғыраған көнбайыш рок музыкаһы оҙатып ҡала...

Икенсе көн иртә менән ауыл буйлап таралабыҙ. Музыка белгестәре Риф Сөләймәнов менән Найлә Михнева ҡурайсылар, йырсылар эҙләп китә, ә мин ауылдың иң оло кешеләренә юл алам. 88 йәшлек Әбдрәхим Рәжәпов олатайҙың өйө. Аҡ һаҡаллы, теремек кенә ҡарт ишек аса. Ни йомош менән йөрөгәнемде белгәс, йәнләнеп китә:

— Бик хуп, улым, ниәтең изге икән. Кәрәк эш, кәрәк эш. Йәштәргә фәһем булырҙай нәмәләр күп ул боронғоларҙа. Атыу ғәмһеҙерәк йәшәй башланылар. Донъяуи хәлдәр менән ҡыҙыҡһынмай, кәрәкһеҙгә кәйеф-сафа ҡороуға бирелеп баралар.

Әбдрәхим бабай үҙенең һүҙҙәрен көйлө шиғыр - мөнәжәт менән йөпләп ҡуя:

Иждиһат итмәсә кеше,
Фани донъясы белән,
Әфләтүндәй булса да ул
Бән аны назан беләм.

Көйләп бөткәс, мәғәнәһен аңлата:

— Йәғни, тыштан ялтырап торһа ла, фани донъя менән ҡыҙыҡһынмаған әҙәм наҙан була. Ә бит ишетеп-күреп торола, ғүмерен тәккә сарыф итеп йәшәгәндәр күбәйә. Араҡы шауҡымы көсәйеп китте. Хөкүмәтебеҙҙең яңы ҡарарын ишетеп, ҡыуанып торам әле. Сәпсим бөтөрөргә кәрәк эскелекте. Атыу әбей-һәбейенә тиклем араҡыға саҡырыша башланы.

Үҙе әйткәнсә, "донъяуи хәлдәр" тураһында бер аҙ ғәпләшеп алғас, Әбдрәхим бабайҙан әкиәт һөйләүҙе үтенәм. Оҙаҡ өгөтләттәрмәй, ул "Көләшә батыр", "Айһылыу менән Көнһылыу" исемле эпик сюжетлы ике әкиәт һөйләп ташланы. Үҙе уларҙы "ҡараһүҙ" тип атаны. Ике әҫәр ҙә бығаса күренмәгән оригиналь материал булып сыҡты. Әкиәттән йырҙарға күсәбеҙ. Әбдрәхим олатай бик үҙенсәлекле итеп "Бөйрәкәй" йырын башҡарҙы, бер нисә мөнәжәт әйтеп күрһәтте. Унан һүҙебеҙҙе боронғоға борабыҙ. Элекке йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында һөйләшәбеҙ, ауыл тарихына ҡағылабыҙ, колхозлашыу осорон, һуғыш йылдарын иҫкә алабыҙ. Ҡыығыраҡ тойолған материалды мин ҡуйын дәфтәренә, магнитофон таҫмаһына теркәп барам.

Оҙаҡ ҡына ултырып, байтаҡ материалдар яҙып алғас, Әбдрәхим олатайҙың тәҡдиме буйынса, ауылдың тағы бер аҡһаҡалы Рыҫҡужа Туйсинға йүнәләм.

Рыҫҡужа бабайға быйыл 75 йәш тула икән. Ул - һуғыш һәм хеҙмәт ветераны. башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән. Ордены, миҙалдары бар. Әйтеүенә ҡарағанда, элек ҡурайҙа "нисауа ғына" уйнаған. "Хәҙер теш бөттө, тын ҡурыла", — ти. Шулай ҙа бер нисә көй уйнауҙан баш тартманы. Унан "Шаһибәрәк", "Сибай", "Таштуғай", "Буранбай" көйҙәренең тарихын яҙып алдым. Дәртләнеп китеп, Миңлебикә апай ҙа байтаҡ таҡмаҡ әйтеп ташланы.

Туйсиндарҙан һуң Уразбаева Мәрфүға, Буранғолова Хәмдиә, Биҡҡолова Ишбикә апайҙарҙа булдым. Уларҙан бик күп йырҙар, таҡмаҡтар, мәҡәл һәм әйтемдәр яҙып алдым.

Р. Сөләймәнов һәм Н. Михнева ла һәйбәт табыштар алып ҡайтты. Уларҙың материалдары араһында үҙенсәлекле көйҙәр, оригиналь йыр бар ине. Бер-беребеҙҙе уңышлы көн, бай материалдар менән ҡотлайбыҙ. Күтәренке кәйеф менән Фәүзиә апайыбыҙ әҙерләгән табынға ултырабыҙ. Әммә эшебеҙ бөтмәгәйне әле. Алдан һөйләшеп килешкәнсе, беҙ колхоз үҙәге Тауылҡай ауылына урындағы халыҡ менән осрашырға барырға тейешбеҙ.

Ҡаранғы төшөп, шәмгә ут алғанда, беҙ Таулыҡай ауылында инек. Киске эштәрен тамамлап, халыҡ клубҡа йыйылды. Ауыл эшсәндәренә үҙебеҙҙең эштәребеҙ тураһында, ниндәй маҡсат менән йөрөүебеҙҙе әйтәбеҙ. Сыңғыҙ ауылында йыйылған материалдарҙы тыңлатабыҙ. Һуңынан "Йәмғиәттә үҙ-үҙеңде тотоу", "Башҡорт халҡының музыкаль мираҫы" тигән темаларға лекциялар уҡыйбыҙ. Осрашыу кисәһе Баймаҡ профтехучилищеһә уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән концерт менән тамамлана. Был кисә ике яҡ өсөнө дә файҙалы булды. Икенсе көн Таулыҡайҙа эшләүе беҙгә күпкә еңелгә тура килде. беҙҙең сығыштарыбыҙ ҙа ауыл эшсәндәре өсөн эҙһеҙ үтмәгәндер, тип уйлайбыҙ.

Экспедицияның эше ошо рәүешле уңышлы ғына башланып китте һәм, әйтергә кәрәк, аҙағына тиклем ыңғай барҙы һәм һөҙөмтәле булды.

Фольклор экспедицияһының тәүге көндәренә мин оҙағыраҡ туҡталдым. Уҡыусылар беҙҙең эште тулыраҡ күҙ алдына баҫтырһын тигән маҡсаттан сығып эшләнде был. Башҡа көндәр ҙә шул рәүешле үтте. Ҡайһы бер ауылдар беҙҙе күберәк ҡыуандырҙы, ҡайһылары аҙыраҡ. Әммә бер ауылдан да табышһыҙ, буш ҡул китмәнек. Ленин исемендәге колхоздан һуң беҙҙең маршрут Карл Маркс исемендәге, Фрунзе исемендәге, "Һаҡмар" колхоздары, "Сибай", "Ирәндек" совхоздары аша үтте. Бөтәһе егермегә яҡын ауылда материал йыйҙыҡ. Ошо ауыларҙа йәшәгән һәм күңелдәрендә халыҡ ижады ҡомартҡыларын ҡәҙерләп һаҡлаған ҡайһы бер кешеләргә туҡталып китеүҙе кәрәк тип һанайым.

Таулыҡайҙа, мәҫәлән, беҙҙе айырыуса Исхаҡова Ғөбәйҙә инәй һөйөндөрҙө. Клубтағы осрашыуҙан һуң ул бик оҙаҡ ҡына хәтер һандығын байҡаған, күп нәмәләрҙе иҫенә төшөргән. Икенсе көндө беҙгә ифрат ҡиммәтле материалдар яҙҙырҙы. Айырыуса боронғо ғөрөф-ғәҙәт, йолалар һәм балалар фольклоры буйынса мәғмәттәр ҡыҙыҡлы булды.

Буранбай ауылында йәшәүсе ҡурайсылар Фәррәх Аралбаев, Ғүмәр Үтәбаев ағайҙарҙан байтаҡ ҡына инструменталь көйҙәр, йырҙар яҙып алдыҡ.

Беренсе Этҡол ауылында ла һәйбәт табыштарға юлыҡтыҡ. Ғәҙелбаев Ғиниәт ағай менән һөйләшеү бик һөҙөмтәле булды. Ул Нәбиулла Ғәҙелбаев сәсәндең улы булып сыҡты. Ғиниәт ағай ҙа йор һүҙле, алсаҡ күңелле кеше ине. Ул беҙгә үҙенең байтаҡ шиғырҙарын уҡытып ишеттерҙе, йырҙар һәм көйҙәр яҙҙырҙы, уларҙың легендаларын һөйләне.

Ошо уҡ ауылда йәшәгән хеҙмәт һәм һуғыш ветераны Хисмәтуллин Фитрат ағай менән беҙ былтыр ҙа осрашып күп кенә йырҙар һәм көйҙәр яҙып алғайныҡ. Был юлы уның улы Фаил менән дә таныштыҡ. Фаил бына тигән өзләүсе икән. Атаһының ҡурайына ҡушылып, ул беҙгә өзләп күрһәтте. Бик оригиналь дуэт килеп сыҡты.

Яҙмыш юлдары Хәсәнова сәмиғә инәйҙе лә Кесе Эйек буйынан ошо ауылға алып килгән. бала саҡтан күңеленә һеңгән тыуған яҡ моңдары менән бер рәттән ул был яҡта үҙ иткән йыр-көйҙәрҙе лә оҫта башҡарҙы. Йыр-моңға булған мөнәсәбәтен ул ошондай поэтик юлдар менән аңлатып ҡуйҙы:

Кесе Эйекә буйы, һай, бүтегә,
Ат тояҡайларын да күтәрә,
Был ғына йыр беҙгә тәсбих түгел
Әҙерәкүәҙерәк күңел дә күтәрә.

Сәмиғә инәй менән хушлашып, Беренсе Этҡол урта мәктәбенә юлландыҡ. Беҙгә ошо мәктәптең әҙәбәитә уҡытыусыһы Ҡолмурзина Зөбәйҙә Зәйнулла ҡыҙы меннән осрашырға тәҡдим иткәйнеләр. Бына әле шул осрашыуға өмөт итеп киләм. Зөбәйҙә Зәйнулловна эш урынында булып сыҡты. Әҙәбиәт кабинетын яңы уҡыу йылына әҙерләү менән мәшғүл. Бүлмәгә күҙ йүгерткәс үк, бында үҙ эшенә ихлас бирелгән кеше эшләүен тояһың. Стенала Башҡортостан әҙиптәренең ҙурайтылған портреттары, кәшәтәләрҙә уларҙың китаптары, төрлө альбомдар. "Башҡорт халыҡ ижады"ның да күп томдары күренә. Беҙҙе үтә ҡыуандырғаны - балалар тарафынан йыйылған бай фольклор материалдары булды. Зөбәйҙә Зәйнулловна уҡыусылар күңелендә халыҡ ижадына ҡарата мөхәббәт тәрбиәләй алған. Ауыҙ-тел ижадына бағышланған тиҫтәләрсә альбомдар - бының шаһиты. Йотлоғоп уларҙы аҡтарам. Материалдарҙың нисек йыйылыуы тураһында һорайым, тәжрибәле уҡытыусының эш стиле менән ҡыҙыҡһынам.

— Халыҡ ижадын өйрәнеүгә программа буйынса бик аҙ ваҡыт бүленә. Дәрестәрҙә генә әллә ни ҙур эш башҡарып булмай, шуға күрә факультатив занятиеларҙа ҡулланам, - тип һөйләй Зөбәйҙә Зәйнулловна. - Фольклор һөйөүселәр түңәрәге ойошторҙоҡ. Түңәрәк ағзалары халыҡ ижады әҫәрҙәрен йыя, жанрҙар буйынса төркөмләп, альбомдар төҙөй. Ауыҙ-тел ижадына арналған кисәләр үткәрәбеҙ, лекциялар әҙерләйбеҙ. Ҡурайсылар, сәсәндәр, йырсылар менән осрашыуҙар ойошторабыҙ. Теге йәки был жанрға арналған аҙналыҡтар үткәрәбеҙ. Таҡмаҡтар аҙналығы, мәҫәлән, айырыуса йәнле үтте. Нисегерәк ойошторҙоғоҙ тиһегеҙме? Тәүҙә мәктәп линейкаһында таҡмаҡтар тураһында дөйөм лекция уҡылды. Унан һәр класҡа айырым тема тәғәйенләп, шул темаға таҡмаҡтар йыйырға ҡушылды. Йыйған таҡмаҡтарынан һәр класс альбом төҙөргә һәм уларҙы үҙенсәлекле итеп башҡарырға тейешле ине. Аҙна аҙағында йомғаҡлау кисәһе үтте. Балалар үҙҙәре лә таҡмаҡтар уйлап сығарғайны. Оло таҡмаҡ әйтеше булды.

Ниндәй һәйбәт башланғыс! Балаларҙы туранан-тура ижадҡа йүнәлтеү ҙә бит был. Әҙәбиәт уҡытыусыларына Зөбәйҙә Зәйнулловнаның методын мотлаҡ үҙләштерергә кәрәктер тип уйлайым.

Мәктәптәр тураһында һүҙ сыҡҡас, шуны ла әйтмәй булмай: районда Зөбәйҙә Ҡолмурзина кеүек энтузиастар аҙ әле. Беҙгә, мәҫәлән, Беренсе Этҡол мәтәбенән тыш, тик Ярат, Иҫке Сибай, Йомаш, Күсей мәктәптәре генә фольклор материалдары менән ярҙам итә алды. Башҡа мәктәптәрҙә халыҡ ижадын йыйыу юлға һалынмаған әле.

Ҡаратал ауылына юл алабыҙ. Был ауылда 97 йәшлек Шәрифулла Ҡасҡынов исемле аҡһаҡалдың йәшәүе, уның әкиәттәр һәм ҡиссалар һөйләргә оҫта булыуы тураһында һөйләгәйнеләр. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, шул ҡәҙәр оло йәштәге кешенең хәтере теүәл булырына һәм беҙгә ярҙам күрһәтә алырына ышанып та етмәгәйнек. Әммә яңылышҡанбыҙ икән. Шәрифулла олатай бик зиһенле, теремек булып сыҡты. Ул боронғо башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары тураһында бик ҡиммәтле мәғлүмәттәр бирҙе, байтаҡ легендалар һәм риүәйәттәр һөйләне, әһәмиәтле ике ҡисса яҙҙырҙы.

Йомаш ауылында йәшәүсе Иҫәнов Сәфиулла ағай менән осрашыу ҙа бик һөҙөмтәле булды. Хеҙмәт һәм һуғыш ветераны Сәфиулла ағай - ауылдың абруйлы кешеһе. Ул тыуған яғына мөкиббән ғашиҡ, һәр тауҙың, һәр йылғаның, һәр түбәнең исемен, тарихын белә. Башҡалар ҙа бутамаһын һәм онотмаһын өсөн, тирә-яҡтағы тау-түбәләргә таштар ултыртып, исемдәрен яҙып сыҡҡан. Тәбиғәт өсөн ул бик ныҡ көйөнә. Химик ашламалар менән һаҡһыҙ эш иткән яуаплы кешеләрҙе битәрләй, фермаларҙан аҡҡан бысраҡтың Һаҡмарға төшөүе өсөн борсола. Йылға буйҙарында көтөү йөрөткәнгә һәм шул арҡала ағастарҙың ҡороуына эсе боша. Уның менән килешмәү мөмкин түгел.

Был хәлдәрҙе беҙ күп урындарҙа үҙ күҙебеҙ менән күрҙек. Сәфиулла ағайҙың һүҙҙәре раҫ, районда тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләһен күтәрергә һәм тейешле саралар күрергә күптән ваҡыт. Сәфиулла ағай үҙе йыйған фольклор һәм этнографик материалдарҙан тиҫтәгә яҡын альбом төҙөгән. Уларҙы ҡарап сығыу өсөн генә лә миңә бер эш көнө китте. Боронғо риүәйәт һәм легендалары, мәҡәл-әйтемдәре беҙҙең өсөн айырыуса әһәмиәтле булды.

Ошо уҡ ауылда йәшәүсе скрипкасы Зәйнулла Ҡайыпов ағайҙан Риф Сөләймәнов дүрт тиҫтәгә яҡын көй һәм йыр яҙып алған. Улар араһында оригиналь әҫәрҙәр ҙә бар.

Оҫта скрипкасыны беҙ Иҫке Сибай ауылында ла осраттыҡ. Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Әһли Сөләймәнов ине ул. Әһли ағай — музыкаға йәне-тәне менән бирелгән кеше. Скрипкала ғына түгел, ҡурайҙа ла, баянда ла, мандолинала ла һәйбәт уйнай. Ауылдың халыҡ инструменттары оркестрына етәкселек итә. Уҡыусыларҙы ҡурайға өйрәтә. Беҙ унан бик күп көйҙәр һәм йырҙар яҙып алдыҡ.

"Сибай" совхозының Татлыбай бүлексәһендә йәшәүсе Хәйбуллин Салауат ағай ҙа беҙҙе ҡыуандырҙы. Бик күп көйҙәр белгән оҫта ҡурайсы булып сыҡты ул. Беҙгә ул бығаса ишетелмәгән байтаҡ көйҙәр яҙҙырҙы, уларҙың тарихын һөйләне.

"Ирәндек" совхозына ҡараған ауылдарҙа ла ҡиммәтле табыштарға, яҡшы кешеләргә юлыҡтыҡ. Советтар Союзы Геойы Тәфтизан Миңлеғоловтың тыуған ауылы Күсейҙә осрашыуҙар бигерәк тә иҫтәлекле һәм һөҙөмтәле булды. Был тирәлә борон-борондан йыр-моңға әүәҫ, сәсән кешеләр йәшәгән. Әле лә беҙ шундай кешеләрҙе осраттыҡ. Шуларҙың береһе - Исламов Ғәйнетдин ағай. Ул ҡурайҙа оҫта уйнай, бик күп легендалар һәм риүәйәттәр белә. Үҙе лә шиғырҙар яҙа, бәйеттәр сығара. Әйиергә кәрәк, художестволы әҫәр булараҡ, улар шаҡтай һәйбәт эшләнгән һәм ыңғай тәьҫир ҡалдыра.

Ғәйнетдин ағайҙың ауылдашы Әлимә Ишкилдина апай ҙа бик һәләтле кеше. Ул яттан бик күп таҡмаҡтар, шиғырҙар белә. Үҙе лә матур-матур шиғырҙа яҙа. Ошондай һәләтле кешеләргә ҡарайһың да: "Бар, бар әле беҙҙә сәсәндәр!" тип ҡыуанаһың. Ошо урында уйға ҡалам. Сәсәндәр булғас, ниңә һуң уларҙың бәйгеһен ойоштормаҫҡа? Ҡаҙаҡтарҙа ундай традиция күптән бар. Аҡындар ярышы унда оло байрамға әүерелә. Унда күпме таланттар асыла, күпме кеше ижадҡа йәлеп ителә. Йомабай Иҫәнбаев, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге конкурстар үткәргән һымаҡ, сәсәндәр бәйгеһе ойоштороу республикабыҙҙың культура тормошонда ҙур ваҡиға булыр ине.

Егерме биш көн ваҡыт күҙ асып йомғансы үтеп тә китте, экспедиция срогы тамамланды. Уның һуңғы көнө халҡыбыҙҙың традицион байрамы - һабантуйға тура килде. Кинәнеп милли уйындарҙы күҙәттек, һәүәҫкәр артистарҙың сығыштарын ҡараныҡ. Һәм тағы ла: "Ниндәй талантлы халыҡ йәшәй Баймаҡта!", тип һоҡландыҡ.

Бай фольклор материалдары менән бергә Ирәндек буйынан йылы тәьҫораттар алып ҡайттыҡ. Халыҡтың ҡунаҡсыллығы, ихласлығы беҙҙе хайран итте. Район һәм хужалыҡ етәкселәренән башлап, урамда уйнап йөрөгән балаларға тиклем беҙгә ярҙам күрһәтергә тырышты. Эшебеҙҙең уңышлы булыуы мотлаҡ халыҡтың беҙгә ҡарата булған мөнәсәбәтенә бәйле. Рәхмәт һеҙгә, ярҙамсыл һәм ҡунаҡсыл Баймаҡ халҡы!


Авторы — Берйән Байымов, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. "Совет Башҡортостаны" гәзите, 1985 йыл, ноябрь, 264-265-се һандар.