Иҫке Сибайҙың боронғо исеме Атайсал. Ауылдың иң матур тауы Айсыуаҡ. Уға ауылға нигеҙ һалыусы һәм ауылдың тәүге муллаһы исемен ҡушҡандар.Уның артында Ташморон биләне, артабан Ҡутырлы тау. Төнъяҡҡа китһәң, Муйыл үҙәге, Тамсы ояһы. Шунан Ҡарамалыташ тауы. Тауҙың үҙәгенән Артыуһаҙ шишмәһе сығып ята.
Айсыуаҡтан һуң Сағыл тауы бар. Уның төнъяғында Һарыбатыр, Ҡаҙаҡсапҡан, Һеңрән тәүәге һәм башҡа тауҙар бар.
Иҫке һыу тирмәнен үтеп, биләнде артылғас, Таҙғаҡ һаҙлығы. Шунан Урта түбә тауы. Төнъяҡтараҡ Ҡарйоҡмаҫ тауы. Ҡарйоҡмаҫтың көньяҡ итәгендә Күбәташ. Көнбайышта Ҡорһуҡҡан, Һикертмә тауҙары. Уларҙар һуң Арҡыры тау. Ул Ирәндеккә арҡыры ята.
Түш сабыны тауының йылғаға яҡын урыны Дөйәҡылған, шунан Текәтау. Ошо тирәләге иң бейек тау- Әһелбәк. Шул ерҙе Сатра тиҙәр.
Бара бирһәң, Ҡарасәй тауы. Уның төнъяғында Ерекле буйы.
Иҫке Сибайҙың көнъяғында Үлек тауы. Тағы ла Һаҙаҡъяһанған, Йомаш, Ҡуян сағыл, Ҡортбаҫҡан тауы бар. Ғәле ауылы яғына киткән юлда Хөсәйен үҙәге, Әптерәш бите, Абдулла үҙәге.
Үлек тауынан һуң Ҡойолош биләне, унан Ерекле тауы.
Үлек тауының көнбайышында Бирге Ишектау, Арғы Ишектау, Олотау һәм Эттотҡан. Артабан Тәҙрәташ һәм Тәүәк. Тәүәктең текә битләүен Ҡола бейә шыуған тип атайҙар. Артабан Уртаташ.
Шунда, Ғәлегә киткән юлда, Ҡарағасһаҙ, Ҡортлоағас, Йомағужа тауҙары. Йомағужа яланы ла бар.
Тағы ла Мәрғәзин тауы бар. Унда марганец тапҡандар, бәлки шуға ла ошо атама ҡушылғандыр, тигән фараз бар. Артабан Ирәндек тауының битләүендә Ҡара айғыр һуйған, Ҡалым биргән, Дегәнәктуй, Норот, Сырауташ тигән тауҙар бар
Сибай яғында Оҙонғор тауы, шунда Раҡай тауы ла бар ине, Бүребайға тимер юл һала башлағас, яртыһын емереп, яртыһы ғына ҡалған.
Ҡарамалыташ итәгендә Артыуһаҙ, Ҡарағайлы йылғаһының буйында Таҙғаҡ һаҙы. Унда әүәле торф сығарылған.
Ҡорһуҡҡан буйы, Һикертмә буйы,Түш сабыны, Абдулхаҡ арығы, Дөйәҡылған яланы, Гөрләүес үҙәге, Ҡойолош башы тигән урындар бар.
Ҡарағайлы йылғаһы буйында Сатра туғайы, Ҡаңғыс шишмәһе менән Ҡарағайлы сатында ятҡанға шулай атала.Йомаш тауы ҡаршыһында Талдуй буйы, унан һуң Дегәнәктуй- сабынлыҡтар.
Сағыл тауының аҫтынан Төлкөҡамаған ағаслығы башлан. Шишмәһе лә бар. Шул шишмә буйында Ҡамышлы үҙәк, Фәтхулла утары.
Сәпәй һаҙы, Майҡайнаған аҡланы, Можай үҙәге бар.
Иҫке Сибай Ҡарағайлы йылғаһы буйында урынлашҡан. Артыуһаҙ, Эттотҡан, Һикертмә, Тәүәк, Дөйәҡылған, Йомағужа, Ҡортлоағас, Ҡаңғыс шишмәләре ҡоя Ҡарағайлыға. Талдуй,Ҡарағасһаҙ шишмәләре Ҡолонбатҡан шишмәһенә ҡоя.
Ерекле йылғаһы бар. Ҡаҙаҡсапҡан йылғаһы Һеңрән Тәүәгенән башлана, Төлкөҡамаған шишмәһенә ҡушыла. Иҫке Ыҙма Дәүләт ауылының тәүге урыны.
Йомаш тауының Хөсәйен үҙәге, Әбдерәш бите, Абдулла үҙәге ҡойолары берләшеп, Иҫке Ыҙма шишмәһен барлыҡҡа килтерә.
Сибай эргәһендә элек Боҫтан күле булған.Ауылдан алыҫ түгел ерҙә, Ирәндек өҫтөндә, Ҡалмаҡ күле бар.