53°14′23″ с. ш. 58°29′44″ в. д. (G)
Баймаҡ районы Иҫән ауылы топонимдары
Башҡортостандағы иң матур, иң ҙур күлдәрҙең береһе - Талҡаҫ ошо ауылда урынлашҡан. Йәйгеһен бында төрлө яҡтарҙан туристар ағыла башлай. Улар бындағы ер- һыу атамаларын үҙҙәренсә, йәғни урыҫса әйтә башлай. тиҙҙән бында башҡорт телендәге топоним да ҡалмаҫ әле. Минең тәҡдимем: Талҡаҫҡа ял итергә килеүселәр өсөн буклеттар, баннерҙар эшләргә. Топонимик карта менән. Ярай, Талҡаҫ тип әйтеүе еңел, юғиһә, уны ла үҙгәртеп алыр инеләр. Бында шул туристар ҡушҡан атамалар күп: Лысая гора, Танкташ, Верблюжья, Крокодиловая гора))) Дауам итергә була.
Талҡаҫ Ирәндек тауының итәгендә ята. Дөйөм атамаһы Ирәндек һырты булған был тауҙа бик матур урман- тауҙар бар. Исемдәре лә матур: Эйәрташ, Аҡташ, Шалтыран- был тауҙар күлдең көнсығышында ята.
Көнбайышында Ҡангилде, Моратша, Исмәғил, Ҡасҡын тауҙары.
Эргәлә генә Шөгөр йылғаһы. Тау артында Сереккүл.
Ирәндек һырты буйлап Ҡәнифә юлы һуҙыла. Шул юлдағы тау-таш исемдәрен дә яҙып ҡуйырға кәрәктер. Мин сала-сарпы ишеткәнемде теркәйем. Белеүселәр өҫтәр, бәлки, кемдер яҙып ебәргәндәр.
Иҫән менән Иҫәнбәт араһында Ҡараташ тауы(Ҡараташ аҫты суҡ муйыл), тағы ла Тағанташ, Ҡоҙғонташ,Йәнгүҙәй, Күсем ташы. Ирәндектең биръяғында Яманташта Ғәҙелша шарлауығы.
Ляля Рафикова
|
|