Был ауыл 1816 йылда Таулыҡай ауылынан Таулыҡайҙың Йәнйегет исемле улы тарафынан нигеҙләнгән. Хәҙерге Йәнйегет элек Ҡотлоюл тип йөрөтөлгән.
Ҡотлоюл Ҡолторсаҡов тархан була.
Ауылдың иң билдәле урыны- Бишташ тауы. Уның хаҡында ауылдашыбыҙ, яҙыусы, журналист Рәзилә Ырыҫҡужина үҙенең "Моң" хикәйәһендә бына нимә яҙа:
"Ауылдың көньяҡ-көнбайышында оло тау һыртында кеше ҡулдары менән төҙөлгән биш таш өйөмө бар. Ул тауҙы “Бишташ тауы” ти халыҡ. Ҡырҙан ҡараһаң, улар кеше һынын хәтерләтә. Ә бит таштар буштан ғына өйөлмәгән.
Ул таш өйөмдәрен ҡаҙаҡтарҙан ҡасып, “Ҡылтабан” буйына ҡамышлыҡҡа төшөп, ҡамыш көпшәһе аша тын алып ятҡан ете ҡыҙ төҙөгән, тип тә һөйләйҙәр. Ҡаҙаҡтар уларҙы таба алмағас, ҡайтып киткәндәр. Ҡыҙҙар был ваҡытта ошо оло тауға күтәрелеп, таш өйөмөнән үҙҙәренә йәшеренер “өй” төҙөгән. Уның эсе кеше һыймалы, тәҙрәле булған. Ҡыҙҙарҙың артабанғы яҙмышы тураһында белеүсе юҡ. Шулай ҙа, уларҙың берәүһе ошо яҡҡа кейәүгә сыҡҡан, тиҙәр..."
Ауылдың хөрмәтле педагогия хеҙмәте ветераны Әминева Гөлсирә Фазулла ҡыҙы мәрхүмә түбәндәге йырҙы хәтерләп ҡалған ине.
Етәү барып, алтау ҡайттыҡ,
Бәҙеғолъямал ҡалды моңайып.
Ҡусҡарлаған тауы һәм һыуы
"Малсылыҡ менән шөғөлләнгән, йәйгеһен йәйләүҙә көн күргән йәнйегеттәр ваҡ мал үрсетеү өсөн ҡусҡар мөгөҙлө тәкәне ҡалдырғандар. Был тәкә бигерәк баш бирмәҫ, һөҙгәк булған, хатта йыртҡыстарға ла бирешмәгән.
Мал ҡышҡылыҡҡа ауылға ҡайтҡан, тик ныҡлап ҡар ятҡансы тау башында тибендә йөрөгән. Был ҡусҡар мөгөҙлө тәкә гел текә тау башында ятҡан. Йылдар үткәс, ҡартайған тәкә бүреләр һөжүм иткәндә ҡаянан ырғып үлә.
Ҡусҡар тәкә ҡолаған ерҙән һыу сыҡҡан, һәм Ҡусҡарлаған башы барлыҡҡа килгән". Ҡусҡар ҡолаған- Ҡусҡарлағандың легендаһы яҡынса шулайыраҡ.
Был ҡапыл ҡарауға артыҡ күҙгә ташланып бармаған урындың үҙ күркәмлеге, хозурлығы: бында ғорур тауҙар ҙа, сәскәле ялан да, ҡайынлыҡ та, балыҡлы быуа ла бар.
Йәнйегеттең тағы ла бер матур урыны - ул Улаҡ шишмәһе. Һыуы сихәтле, тәмле. Элек ауылда Зәйтүнә исемле матур,аҡыллы ҡыҙ йәшәгән. Уға Йәнйегет ғашиҡ булған. Һәр ваҡыт улар шишмә янында осрашҡан. Шишмә янында аҡ ҡайындар үҫкән. Ҡайындар аһанынан былар парлап йөрөгән ерҙә һуҡмаҡ һалынған. Бөгөн ул һуҡмаҡты Мөхәббәт һуҡмағы тип йөрөтәләр.
Бер ваҡыт Йәнйегетте хеҙмәткә алғандар. Зәйтүнәһе
Күп тә үтмәгән, Зәйтүнәне кәләшлеккә һоратҡандар.
Ҡыҙ ризалыҡ бирмәгән. Ул атаһының атына атланып, Кәрешкә ауылы эргәһендәге Ҡыңғырташ тигән тауға ҡарай сапҡан. Тауҙың иң бейек ҡаяһына
менеп, аты менән аҫҡа ырғыған. Атын да, Зәйтүнәне лә шунда ҡуялар. Йәнйегет аҙаҡтан Улаҡ шишмәһен тәртипкә килтереп, ике йөрәк формаһындағы ташты
ҡапма-ҡаршы сығарып ҡуя.
Йәнйегет ауылына яҡын ғына Ҡылтабан(Яугүл) күле бар. Тарихын төрлөсә һөйләйҙәр. Яугүл Күлтабан ауылы эргәһендә булһа ла, уның ярында Яңы Йәнйегет ауылы була колхоз төҙөлә башлағас.
Ҡасандыр бер йәйләүҙә береһенән-береһе сибәр ете
ҡыҙ булған. Улар һәр эште лә бергә башҡарғандар: бергә бейә ҡыуғандар, ҡымыҙ бешкәндәр, күмәкләшеп тау битенә сығып, ҡумыҙ сиртеп, уйнап бейегәндәр.
Ул заманда башҡорт батырҙары, ҡаҙаҡ далаларына
барып бер көтөү йылҡы малы ҡыуып алып китеп тауҙар араһына йәшереп ҡуйған.
Ҡаҙаҡ егеттәре барымға килеп, яҙ айының матур бер
көнөндә тау битендә уйнап-бейеп йөрөгән ҡыҙҙарҙы урлап далаға алып китәләр. Ҡыҙҙарҙың етеһен дә бер тирмәгә бикләйҙәр. Ҡасмаһындар өсөн, үксәләрен ярып, ваҡланған ат ҡылын һибәләр.
Бер көн уларға ит турап ашарға тип, бысаҡ
килтерәләр. Тотҡондар һиҙҙермәйсә генә, тирмәнең арт яғын кеше һыйырлыҡ итеп ҡырҡалар ҙа, төн етеү менән, ҡасалар. Аҡһай-аҡһай йүгерәләр. Таң атып килгәндә, бер күл эргәһенә етәләр. Ярылған аяҡтарын шул күлдә йыуалар. Арттан ҡаҙаҡтарҙың ҡыуып килеүҙәрен күреп, ҡыҙҙар күлгә сумып, ҡамыш аша тын алып яталар. Шулай ҡотолоп ҡалалар. Аҙаҡ Бишташҡа (хәҙер Бишташ, ҡасандыр Ететаш була) менеп, таштан ете өй һалып, шунда йәшәйҙәр.
Йәнйегеттә тағы ла Күкбейә кисеүе, Сағыл тауы, Эт тауы, Эре таш тауы, Раман һаҙы, Аҡма шишмәһе, Ҡараһаҙ шишмәһе, Үлек һаҙы, Таҙлар тауы, Дегәнәк урманы бар. Раман һаҙы эргәһендә генә Түңәрәк ҡыуаҡ?
Халыҡ Шәкир ҡоҙоғо менән Бәҙей ҡоҙоғонан һыу алып эсергә ярата. Шәкир ҡарт менән Бәҙеғол исемле ҡатын үҙ исемдәрен шулай мәңгеләштергән.
Улаҡтан юл аша сығып, тауға табан барғанда Муйыл Үҙәгенә, тағы ла Ҡайын үҙәгенә тап булаһың.
Ауылдың Ҡусҡарлаған һыуын үткәс, Күсәк тигән матур тау бар. Аръяғында Билаша яланы. Күсәк эргәһендә генә Әтәсташ тауы. Бик матур урын.
Татлыбай менән Йәнйегет араһында Аламағыуаҡ тигән серле урын бар.
Шулай уҡ Әпсәләм һаҙы ла ике ауыл араһында ята.
Баян сусағы тауы.
Элек Урал йылғаһының аръяғында ҡаҙаҡтар, хәҙерге
Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ауылының биръяғында башҡорттар йәшәгән. Башҡорттар был яҡтарға йәйгеһен мал көтөү өсөн тирмәләр менән сыҡҡандар. Ҡаҙаҡтар уларҙың малдарын
ҡыуып алып китер, йәйләүгә һөжүм итер булғандар. Бер көндө ҡаҙаҡтар башҡорттарҙың йәйләүенә һөжүм итеп, малын ҡыуып алып китәм тип килгәндә, башҡорттарҙың Баян исемле батыры ҡаҙаҡтарҙың тауға менеп килеүен күреп ҡала. Ул үҙенең дуҫ-иштәрен йыйып, уларға ҡаршы яуға сыға һәм еңә. Баян батырҙың хөрмәтенә тауҙы “Баян сусағы” тип атағандар.
Әминева Гөлсирә Фазулла ҡыҙы Сыңрау торна һаҙы тураһында әйтеп, матур легендаһын һөйләгәйне.Ауылға ингәс тә ҙур тау ҡаршы ала, ул Олотау. Аръяғында Өтөлгән. Бара бирһәң, Ҡарағас тауы. Ҡусҡарлағандың аръяғы Мөхәт үҙәге, арыраҡ Иген үҙәге. Билашаның эргәһендә Һынташ, ул үҫкән һымаҡ ултыра. Тағы ла Хәмит ҡыуағы тигән ер бар, Исмәғил үҙәге.
Рамандың аръяғында Тыш ҡыуаҡ, бара биргәс, түңәрәк һаҙ. Шунда ҡарағайҙар үҫкән урын Ҡарағай буйы тип атала. Яүгүл буйында Аҡташ та беҙҙең ер. Борон йәнйегеттәр шунда йәшәгән. Зыяраты ла бар ине.
Яһанған буйында беҙҙең Йәнйегет ауылының сиге.