52°46′29″ с. ш. 57°59′58″ в. д. (G)
Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай (Нуғай) ауылы
Ауыл Әмәндәк йылғаһы буйында урынлашҡан. Иң күренекле урыны- Суҡташ тауы, шунда Суҡташ урманы ла була торғайны. Суҡташтың мәмерйәһе лә бар: Суҡташ мәмерйәһе тип атала. Әмәндәккә Бәләкәй Әтекәй шишмәһе ҡоя. Шунда уҡ Әмәндәк туғайы.
Әмәндәктең өҫ яғында Яңғыҙ ҡарағай яланы,Ҡаҙаҡсапҡан, Иҙелбикә, Осой, Аҡташ шишмәләре булған.
Әмәндәккә һул яҡтан Ғәле шишмәһе ҡушыла, унан Сыйырсыҡ шишмәһе, Яланйылға яланында Яланйылға шишмәләре бар.
Әселеуй, Тәҡәһуҡҡан шишмәләре бар. Аҡташ шишмәһенә Суҡмуйыл шишмәһе ҡушыла.
Ошо тирәлә юҡҡа сыҡҡан ауылдар: Тәкәһуҡҡан, Ҡаҙаҡ утары, Йәпсәй утары, Мишкәр һәм Байтығолдоң урындары бар. Шул исемдәр менән йөрөтәлә улар.
Ҡыубаш яланы, Суҡмуйыл буйы тип аталған урындар ҙа билдәле.
Оло Әтекәй шишмәһенең үрге яғы- Ташкисеү.
Төкәй, Уртый, Ҡаратал, Талтуй, Тәрәнуй үҙәктәренән дә шишмәләр сығып ятҡан булған әүәле.
Бейекҡыр туғайы, Сәнскәнташ, Көрәй батыр төйәге, Ҡарауылтүбә тигән урындар билдәле. Бейекҡырҙың ҡаршыһында Ҡамышлуй шишмәһе ағып ята.
Ауылдың өҫ яғында Әмәндәккә Трансағыуыш һәм Ҡаранйылға шишмәләре ҡоя.
Үрге Нуғайҙың осонда Һыртәсе ҡалҡыулығы. Ары китһәң, Буранбай үҙәге, уның тамағында Ҡалтаташ. Әмәндәк йылғаһы буйында Бәләкәй Ҡалтаташ, үрҙәрәк Суҡмуйыл шишмәһе, шунда Өлкән Ҡалтаташ. Артабан Бурһыҡ урманы, Тәрәнуй үҙәге Әмәндәктән Ҡаратал башына тиклем һуҙыла.
Тәрәнуйҙан көнбайышта Елояһы урманы.
Яландар исеме: Ҡаранйылға, Ҡотлоюл. Мәҡсүт суҡыһы, Этҡабырға тигән урындар бар.
|
|