53°07′47″ с. ш. 58°10′58″ в. д. (G)
Әүлия тауы
Өмөтбай ауылының көньяғында Әүлиә тауы урынлашҡан. Тауҙың бейеклеге- 656,5 м. Ауырыуҙарҙан, төрлө сирҙәрҙән дауалаусы Әүлиә тауы, Әүлиә ҡәбере тураһындағы тирә-яҡ ауылдар ғына түгел, күрше райондарҙа, хатта республикабыҙҙың төрлө тарафтарында йәшәүселәрҙең хәбәрҙәр булыуын ишетеп торабыҙ.Машиналарҙың тауға юл тапап бөтөүе, килеүсе кешеләрҙең күп булыуын иҫбатлап тора.Тауҙың итәгендә,урман эсендә ҙур булмаған аҡлан бар, әйтерһеңдә тәбиғәт тап ошо аҡланда машиналарҙы ҡалдырырға, сәй эсергә ишаралай кеүек. Артабан тауҙың түбәһенә тик йәйәүләп кенә күтәрелергә мөмкин. Килеүсе кешеләр тау башына күтәрелгәс, ҡыҙыл кирбес менән ҡоролған Әүлиә ҡәбере янында, әруахтәрға бағышлап аят уҡыйҙар, ил-йортҡа именлек, үҙҙәренә һаулыҡ теләп хәйер тараталар. Ѳмѳтбай ауылы кешеһе, Ишмурзин Ғилфан, әйткән аманатына тоғролоҡ һаҡлап, Әүлиә ҡәберен ҡыҙыл кирбес менән бурай.
Сәй эскәндән һуң ергә ятып серем итеп алыу мотлаҡ үтәлергә тейешле йола булып тора. Фәҡәт серем иткән ваҡытта ғына Әүлиә дауаһы килешә тип һөйләй ололар. Тауҙа беҙҙең яҡта һирәк осраған ҡара ҡайындарҙа үҫә. Тик килеүсе кешеләрҙең тауҙың түбәһенә тиклем автомашинала күтәрелеүе аптырау уята. Тау хаҡында легенда - риүәйәттәр әле лә йәшәй.
Әүлиә тауы топонимикаһы тураһында легендала, алыҫ Урта Азия тарафтарынан ҡайтып килеүсе мосафир телгә алына. Дәриүш әүлиәлек һәләтенә эйә булған, өмөтбайҙарҙы ауылға яҡынлашып килеүсе ҡаза тураһында иҫкәрткән.Тыуған иленә ҡайтып етә алмаҫын һиҙгән дәриүш ауылда йәшәргә ҡалған, вафаты еткәс ҡаршылағы тауҙың башына ерләргә васыят иткән. Ауыл халҡы был аллаһ бәндәһен мосолмандарса ҡәҙерләп ҡибла тарафтарына ҡаратып ерләгәндәр. Халыҡта Әүлиә тауының дауалау көсө тураһында ышаныс тыуған. Әулиәнең исеме билдәһеҙ,тик Бѳрйән
ырыуы халҡының изге тауға килеп, әүлиәнең исемен Зиннурийән тип атап доға уҡыуҙары билдәле.
Легенданың икенсе вариантында беҙҙең төбәктә өс бер туған әүлиәнең йәшәүе тураһында бәйән ителә.
|
|