Эстәлеккә күсергә

Байназар ауылы Истамкин яғының ер-һыу атамалары

Викидәреслек проектынан

53°17′39″ с. ш. 57°32′38″ в. д. (G)

Байназар (рус. Байназарово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл



Байназар ауылы Ағиҙел йылғаһының ике яҡ ярына урынлашҡан. Иҫ киткес матур тәбиғәтле Байназар ауылы менән бәйле бик күп легендалар бар, бай тарихлы иҫтәлекле урындар етәһе. Йәштәр хәҙер еңел тормош эҙләп ситкә китеү яғын ҡарамай, ауылда төпләнә. Өй һалырға ер етешмәй хатта. Байназар ауылының географик үҙенсәлеген - тауҙар араһында ултырыуын иҫәпкә алһаң, ысынлап та, ер мәсьәләһе проблема булып тора. Халыҡ хәҙер етеш йәшәй, береһенән береһе уҙҙырып яңынан яңы, заманса, бөтә уңайлыҡтары булған өйҙәр һала, икешәр ҡатлыһы ла етерлек, төкөтмәләр эшләй, газға тоташтыра. Байназар ауылы түбән яҡтан Ҡурғашлы ауылына барып тоташты. Шартлы рәүештә Ҡурғашлы йылғаһының был яғын Байназар ауылына индерәләр.

Истамкин яғының ер-һыу атамалары

 
Байназар ауылының Ағиҙелдең уң яғында ятҡан өлөшөн халыҡ телендә Истамкин тип йөрөтәләр. Истамкин яғындағы ер-һыу атамаларына туҡталып китәйек. Был яҡтың иң билдәле урыны, әлбиттә, Ҡайраҡты буйы. Был урында бысаҡ үткерләргә, салғы янырға эшкингән ҡайраҡ күп. Исем шунан килеп сыҡҡан. Ике тауҙың араһынан Ҡайраҡты йылғаһы (шишмәһе) ағып төшә. Был йылға оҙон түгел, ауылдан күп булһа 1,5-2 саҡрым самаһы өҫтәнерәк ер аҫтынан килеп сыға ла ауыл яғына йүнәлә. Шишмә сыҡҡан был урынды Ҡайраҡты башы тип йөрөтәләр. Йылға уя буйлап, Ҡайраҡты юлын эргәләп, ауылға тиклем сөбөрҙәп кенә аға ла, уңға ҡайырылып туғайға күл булып йәйелә. Элегерәк был күл йәй буйына ла ҡоромай, ҡош-ҡортҡа йөҙөргә урын булып, сәскәгә күмелеп ята торғайны, һуңғы йылдары йәйге эҫелә һаҙлыҡҡа, батҡаҡҡа әйләнеп, бара торғас бөтөнләй кибеп ҡуя.
 
Ҡайраҡты йылғаһының Ҡурғашлы ауылына ҡараған уң яғындағы моронон Шәмәр тауы тип атайҙар. Башлыса ҡарағай ағасы үҫкән был тау текә генә, аша төшһәң Ҡурғашлы ауылы. Үткән быуатта техника әҙ заманда уҡыусы балалар һәм Ҡурғашлы РТС-ындә эшләгән эшселәр ошо тау аша тураға йөрөй торғайны. Был тауҙа үҫкән ағастар ҡышын буран сығыр йәки йәйен ямғыр яуыр булһа, шаулай, геүләй башлай икән. Шулай итеп көндөң шәмәреүен, йәғни боҙолоуын хәбәр итә.
 
Ҡайраҡты йылғаһы буйлап үҙәктән ары китһәң, бер 300-400 метрҙан тауға барып төртөләһең. Түбән яҡҡа киткән тау һыртын Ағуй, уға ҡаршы ятҡанын Ҡайраҡты тауы тип йөрөтәләр. Бында Ҡайраҡты юлы РТС-тан килгән юлға барып тоташа. Артабан Ҡурғашлы ауылы яғына төшкән яланды Ялануй тип атайҙар, үр яҡҡа ыңғайлаһаң - Еләктүбә башы. Еләктүбә тауының ни өсөн шулай аталыуын исеме үк әйтеп тора: еләге күп булған өсөн. Элек бында турғай еләге түшәлеп ятып уңа торғайны.

Ҡайраҡты юлынан бара биргәс, Ҡыҙылъярға барып сығаһың. Был урында ҡып-ҡыҙыл булып балсыҡ сығып ята. Саҡ ҡына ямғыр яуһа ла, машиналар сыға алмай, балсығы иҙелеп ята.
 
Байназар ауылын тирә-яҡлап тауҙар уратып алған. Белорет яғынан ауылға килеп төшһәң, ауыл ҡаҙан эсендә ултырған һымаҡ күренә. Шуға ла борон ауылдан сыҡҡан юлдар бер-нисәү генә булған. Истамкин яғында ике үҙәк булып, икеһенән дә әһәмиәтле юлдар киткән: береһе – Ҡайраҡты юлы, икенсеһе – Кәлтәгәү юлы. Кәлтәгәү юлы тураһында һүҙ алдараҡ булыр, хәҙер Ҡайраҡты юлын ентекләберәк ҡарап китәйек.

Истамкиндан тауҙар араһына инеп киткән юлдан, ул оло юл булған, боронғолар Аҫҡар аша Әүжән яҡтарына йөрөгәндәр. Йәйен арба юлы, ҡышын сана менән йөрөгәндәр. Ҡайраҡты йылғаһы менән бара биргәс, Еләктүбәгә төртөләһең. Артабан Бура сапҡан, Ҡыҙылъяр, Яланбил, Ҡуяндар Кәлтәгәүе, Ҡарағошто, Ҡара үгеҙ тигән ерҙәрҙе үтеп, Исламбай ауылына етәһең. Исламбайҙан Аҫҡар ауылы, унан инде Әүжәнгә күп ҡалмай.

Әүжән яҡтарына икенсе төрлө Кәлтәгәү юлынан да барып булған. Кәлтәгәү тамағынан Оҙонтуғайға сығаһың. Унан Көһәш, Үтәнәк яландарын үтеп, Урыҫ көрөгө (күреге) аша Ҡайынйортто үткәс, унан Нөгөш, Нөгөштән һуң Ҡуяндар үҙәге, унан инде Исламбай ауылы. Әгәр кеше ауылдан Әүжәнгә баҙарға барһа, Ҡайраҡты юлынан барыу уңайлыраҡ булған. Ә йәйләүҙән баҙарға юлланһа, Кәлтәгәү юлынан яҡын булған.
 
Байназар ауылы тарихсыһы Ғәлимйән Ишбулатов ағайҙың мәғлүмәттәре буйынса, бик борондан Байназар ауылында ихлас күңелле илһөйәр һәм эшһөйәр ҡарағай-ҡыпсаҡ башҡорттары йәшәгән. Халыҡ малсылыҡ, башлыса йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән. Бынан тыш солоҡ ҡорто ҡараған, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ һәм һөнәрселек менән көн күргән. Баҙ яғып, ағас күмере әҙерләгән һәм уны Үрге һәм Түбәнге Әүжән заводтарына һатҡандар. Үртәлгән күмерҙе муйыл, ҡарама, һирәк осраҡта тал сыбыҡтарынан ситән кеүек үрелгән һәм эш санаһына йәки арбаһына ултыртылған, һәм “күрек” тип аталған ҡулайламаға – ҙур һауытҡа тейәп ташығандар. Заводтарҙа ағас күмеренә һорау ҙур булған, сөнки ағас күмерендә иретелгән тимер үҙенең юғары сифатлы булыуы менән айырылып торған.

Байназар халҡы кәсепселек, һөнәрселек менән шөғөлләнгән. Һалабаш һалғандар, септә һуҡҡандар, арҡан ишкәндәр, ағас әҙерләп ҡыуғын ҡыуғандар, туғын бөккәндәр, саналар (бәләкәй һәм ат саналары) яһағандар. Аҙаҡ уларҙы сана йәки арбаға тейәп, Әүжән, Темәс йәки башҡа баҙарҙарға апарып, уларҙы игенгә, сәйгә, тоҙға йәки башҡа кәрәк-яраҡҡа алмашҡандар. Халыҡ баҙар, йәйләүҙәр, Исламбай һәм Аҫҡар ауылдарын тоташтырған был әһәмиәтле юлдарҙы тәртиптә тоторға тырышҡан.

Ҡайраҡты тамағынан ауыл буйлап үргә табан Бәләкәй шыуҙырғыс йәки икенсе төрлө Бәләкәй яланғасты бейек, артабан Оло шыуҙырғыс (Оло яланғасты бейек) теҙелеп китә. Хәҙер кеше ҡыҫҡартып Яланғас ти ҙә ҡуя. Борон халыҡ ағас менән кәсеп иткән. Ҡышын ағас ҡырҡып, әҙерләп, тауҙан шыуҙырғандар (тәгәрәтеп төшөргәндәр). Байназарҙың йыуан-йыуан ҡарағайҙарын боҙ киткәс тә иртә яҙҙан һаллап, ҡыуғын менән Иҙел буйлап ялан яғына ағыҙғандар, унда һатып, кәрәк-ярағына алмашып ҡайтҡандар. Трактор-фәлән булмағанда ауыл кешеһе лә өй һалырға ағас йәки утын кәрәккәндә, тау башына ат менән һөйрәтеп килтереп, Шыуҙырғыстан тәгәрәткән. Әле лә юҡ-юҡтан ошолай итеп утын әҙерләгән кеше күренеп ҡала. Оло шыуҙырғыс Иҙелгә яҡыныраҡ та, текәрәк тә. Шул сәбәпле халыҡ уныһын йышыраҡ ҡулланған.

Шыуҙырғыстан үрҙә Күгәрсен ҡаяһы йәки Күгәрсентау тора. Борон был ҡаяла күгәрсендәр күп булған. Заманалар үҙгәреп, ауылға электр уты инеп, урамдар техника шау-шыуына күмелгәс, күгәрсендәр тынысыраҡ урын эҙләп, был ҡаяны ташлап киткән. Әйткәндәй, Күгәрсен ҡаяһына терәлеп торған ярҙа ҡарлуғастар күп була торғайны. Үткән быуаттың етмешенсе йылдарында ла әле текә яр ҡарлуғас оялары менән тишелеп бөткән ине. Әкренләп улары ла бөттө. Ауыл ҡаршыһындағы был ҡаяға менһәң, Байназар ауылы ус төбөндәге һымаҡ ҡына күренә. Иҙел ашаһына ғына ауылдың урта өлөшө тура килгәнлектән, кеше һөйләшкән, мал-тыуар мөңрәгән, эттәр өргән тауыштар ишетелеп тора. Мөрйәләрҙән төтөн сыға, йәй көнө бала-саға һыу инә, Күгәрсен ҡаяһының төбө тәрән генә, аҡмай торған тыныс ятыу, кешене аша күмә торғайны элек. Туйҙарҙа йәштәр шунда сығып, ҡаяла иҫтәлекккә фотоға төшәләр, ситтән ҡунаҡтар килһә, иң тәүҙә ауыл менән таныштырыу өсөн ошо ҡаяға алып менәләр. Ҡырҙа оҙаҡ йөрөп, ауылды һығынып ҡайтҡан кеше лә бында килмәй ҡалмай. Еңеү йәки пионерҙар көнөндә усаҡ яғырға ла төп ауыл кешеһе Ҡурыуҙы тауына менһә, Истамкин йәштәре Күгәрсен ҡаяһына килә. Һуңғы йылдары яңы йыл төнөндә фейерверк аттырыу модаға инеп китте. Ауылдың бирге яғы асфальт юлдан Ҡурыуҙыға менә, ә Истамкин йәштәре араһында тубыҡтан көрт кисеп Күгәрсен ҡаяһына үрмәләп, салют аттырырға батырсылыҡ итеүсе тәүәккәлдәр табыла. Ҡыҫҡаһы, Күгәрсен ҡаяһы ауыл халҡының яратҡан урындарының береһе.

Күгәрсен ҡаяһынынан биртабан тау аҫтынан бер түгел ике шишмә ағып сыға. Һыуҙары тәмле, йыбанмаған кеше эсергә һыуҙы шунан барып ала. Был тауҙарҙа турғай еләге, бәшмәк күп була. Еләккә китешләй ҙә, ҡайтышлай ҙа балалар шешәләрен тултырып һыу алып ҡайта. Кеше ҡыҙыҡ күреп әле лә һөйләй, Иманғолов Мөжәүер ағай ғүмере буйы колхоз кәнсәһендә бухгалтер булып ултырҙы. Йәйге эҫелә һыу инергә төшә икән дә, графинын тотоп Иҙелде йөҙөп сығып, шишмәнән һыу алып ҡайта икән кабинетына. Күгәрсен ҡаяһының итәгендә бөтә ауылға йәм биреп ултырған йүкәлек бар. Йәй уртаһында йүкә сәскәһенең еҫе бөтә ауылға тарала.
 
Күгәрсен ҡаяһынан ары ике үҙәкте Ҙур Айыусыҡҡан, Бәләкәй Айыусыҡҡан тип йөрөтәләр. Айыуҙар һыу эсергә тип Иҙелгә төшөп йөрәгәндәр. Йәнәһе, оло инә айыу балаларын эйәртеп Иҙелгә төшкән дә, үҙе үрҙәге үҙәктән, ә балалары икенсе үҙәктән тауға менеп киткән.
 
Байназар ауылының үрге осонда Иҙел аша әрәмәлек бар. Бәләкәй генә утраусығы ла бар. Яҙ булһа, әрәмә ап-аҡ шау муйыл сәскәһенә күмелә. Мөғжизәле гүзәл күренеш, еҫе һуң? Тик әлеге лә баяғы, һуңғы йылдары Иҙел һайыға, мал иркен рәүештә Аръяҡҡа сыға ала, әрәмә тапандыға әйләнә бара, арҡыс-торҡос техника йөрөп, иҙеп-тапап юлдар һалып бөттө. Ваҡыт менән был матурлыҡ та бөтөп, һағынып һөйләргә генә ҡалырмы инде.
 
Ошо әрәмә менән тау араһында һаҙлыҡлы урын бар. Йылан оя (Йылан үҙәге) тиҙәр уны. Йыланы күп булғанға шулай атағандарҙыр инде. Бигерәк тә туҙбаш йыланы мыжғып тора. Элегерәк бында аждаһа йыландар ҙа булған, тип һөйләйҙәр. Кеше шикләнеп, яҡын бара һалмай, урап үтә торғайны. Бөгөнгө көндә халыҡта Йылан ояһынан болот сыҡһа, ямғыр яуа, тигән һынамыш йәшәй.
  
Ауылды үтеп китеп бара биргәс, аръяҡтан Кәлтәгәү йылғаһы Иҙелгә килеп ҡоя. Кәлтәгәү тамағы тигән был ерҙә үр яҡлап кәбәнгә оҡшаған мөһабәт бер тау баҫып тора. Науразбай тауы—— була уныһы. Борон борондан Байназарҙы төйәк иткән Көшөлдәр араһының бер олаталары Науразбай ҡарт хөрмәтенә тау шулай атала. Хәлле генә булған был ҡарт бер көтөү малы менән боҙ ҡуҙғалмаҫ элек йылға аръяғына күсеп ҡала торған булған. Көнгә ҡарап торған тау битләүе бик иртә ҡарҙан әрселә лә, ҡарт малын шунда иркенгә ҡаулан үләнгә ебәрә икән. Шуға ла бесәнгә файҙа итеп, сағыштырып:
- Кәлтәгәү тамағында минең бер кәбән бесәнем бар, - тип һөйләп йөрөй икән. Науразбай ҡарт ҡышын был тауға һунарға йөрөгән, йәйен балыҡ тотоп, кәсеп иткән. Көшөл һымаҡ һыуҙан сыҡмағанға, үҙенә «Көшөл» тип ҡушамат таҡҡандар. Әлеге мәлдә Науразбай ҡарттың нәҫелдәре Байназар ауылында күп, «Көшөлдәр араһы» тиҙәр уларҙы. Улар йыш ҡына олаталары исемендәге был тауҙың итәгендә йыйындар үткәреп, осрашып торалар.
 
Кәлтәгәү йылғаһы бик таҙа, тауҙар араһынан сылтырап ҡына ағып ята. Уның буйы йырып үткеһеҙ әрәмә. Исеме ҡайҙан килеп сығыуын аныҡ ҡына берәү ҙә әйтә алманы. Шулай ҙа, Кәлтә – һикәлтә тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тигән фараз бар. Йылға тирәләп борма-борма Кәлтәгәү юлы китә. Таш-тош, саҡыр-соҡор булһа ла, күп кешенең сабынлыҡтары шул яҡта булғас, ағас делянкалары шул яҡтан бирелгәс, бик мөһим юлдарҙан һаналды. Кәлтәгәү йылғаһында Ҡыҙыл китапҡа индерелгән бәрҙе балығы бар.

Кәлтәгәү йылғаһы буйлап, үҙәндән эскә Кәлтәгәү юлы инеп китә. Беҙҙең заманда ул яҡта сабынлыҡтар күп ине. Ағиҙелдең яры буйлап үргә табан киткән яр буйындағы яланды Кәлтәгәү тамағы йәки Кәлтәгәү яланы тиҙәр. Күп йылдар бында «Ағиҙел» колхозының ҡортсолоғо булды. Ҡорттарҙы ҡышлатыу урындары, торлаҡ өйҙәре булған төҙөк кенә утар ине. Иң һуңғы ҡортсо булып Әминев Зәйнетдин ағай эшләне. Яйлап-яйлап ҡортсолоҡ юҡҡа сыҡты.

Оҙаҡ ҡына йылдар Кәлтәгәү тамағында Байназар мәктәбенең хеҙмәт һәм ял лагеры эшләне. Берҙән, урыны бик уңайлы, эргәлә генә таҙа һыулы Кәлтәгәү йылғаһы аға, балаларға һыу инергә Ағиҙел дә алыҫ түгел. Балаларға йоҡлап йөрөргә әҙер өйҙәр ҙә бар. Икенсенән кеше, мал-тыуар баҫмаған уңдырышлы иркен ялан да бар. Бөтә ауылды аптыратып йәшелсәләре ҡотороп уңа ине. Хәҙер унда лагерь ҙа, ҡортсолоҡ та юҡ, колхоз үҙе лә юҡ. Ялан тик сабынлыҡ һәм көтөүлек итеп кенә файҙалана.
 
Борон Байназар ауылының күпселек йәйләүҙәре Кәлтәгәү буйында урынлашҡан булған. Иртә яҙ менән өйөр-өйөр малдарын алып ауыл халҡы йәйләүҙәргә күскән, унда көҙҙөң һуңғы көндәренә тиклем, һыуыҡ төшкәнсе йәшәгән. Элекке йәйләүҙәрҙе халыҡ хәҙер сабынлыҡ итеп файҙалана. Ә ҡайһы берҙәре ташландыҡ хәлгә ҡалып, ағас баҫа башлаған.
Иң беренсеһен Кәлтәгәү тамағы тип йөрөткәндәр, тигәйнек инде. Ауылдан иң алыҫта ятҡан йәйләүҙәр Кесе Нөгөш йылғаһы буйында булған.

Кәлтәгәү йылғаһы буйлап эскә бер 5-6 саҡрым самаһы барғас, Оҙон туғай башлана. Бәләкәйерәк кенә ике яландан торған был сабынлыҡтың (элекке йәйләү) үләне шәп. Ниндәй ҡоролоҡ йылдарында ла бесәне була. Тик йәй аҙағына табан Мораҙым һәм Истамкиндың малдары төшөп, сабынлыҡты тәләфләй.
 
Оҙон туғайҙың уң яғындағы текә генә тауҙы Әбей тауы тиҙәр. Әбей тауынан өҫкә ҡарай менеп киткән үҙәкте Әбей үҙәге тиҙәр. Әбей үҙәген оҙаҡ йылдар Айытбаева Фатима апай сапты. Әбей үҙәге буйлап тауҙы аша төшһәң Мораҙым ауылы яҡын ғына. Был тауҙа сейә күп була. Ауыл кешеһе ат егеп тороп был тауға сейәгә йөрөгән. Ләкин яңғыҙ-ярым йөрөүе ҡурҡыныс, сөнки бында айыуҙың Кәлтәгәүгә төшөп һыу эсеп йөрөгән юлы булған. Шуға бала-саға әллә ни йөрөмәгән, күпселек әбейҙәр еләккә йөрөгән. Бәлки шуға Әбей тауы тигәндәрҙер. Иҙел ташып, һыу сыҡҡанда, ауылдан килеп бер әбей шул тауҙа йәшәгән, шуға Әбей тауы тип атағандар,тигән фекер ҙә бар.
  
Фатима ташы. Оҙонтуғай буйында ята. Фатима ошо ташҡа ултырып илап сеңләгән Һәм был ташты Фатима ташы тигәндәр.
 
Оҙон туғайҙан һуң Кәлтәгәү юлы икегә бүленеп китә. Уңға ҡайырылған юлдан китһәң, Шыршы төбөнә барып сығаһың. Элек бында йыуан шыршымы, ҡарағасмы үҫеп ултырған. Аҙаҡ был ҡарағас йылғаға ҡолаған. Шуға ул урынды Шыршы төбө, ә үҙәген Шыршы үҙәге тип атайҙар.

Ә Кәлтәгәүҙе аша сығып, уңға боролһаң, 10-15 күбә сығырлыҡ бәләкәй генә ялансыҡ бар, уртаһынан РТС яғынан юл үтә. Үләне тығыҙ ғына. Колхоз мәлендә был ерҙә силос һалғандар, шуға ла был ерҙе Силос соҡоро тиҙәр ҙә ҡуялар. Унан ары бара бирһәң, Сәлим сабынына юлығаһың. Сәлим сабынынан ары Күк бүре тигән ер башлана. Был ерҙә ҡуйы әрәмәлек менән уратып алынған Күк бүре ҡотоғо (шишмә) бар. Ҙур түгел, бер 200-300 м тирәһе генә аға ла, юғала.

Оҙон туғайҙың арғы осонан юл Кәлтәгәүҙе аша сыҡҡан ерҙән өҫтә Кәлтәгәүгә Ҡырымсаҡ тигән йылға килеп ҡоя. Ҡырымсаҡ йылғаһының буйы әҙәм аяғы баҫмаҫлыҡ ҡуйы әрәмәлек, унда ҡарағат, ағас еләге күп.
 
Оҙонтуғайҙан һуң Үтәнәк тигән ялан китә. Үтәнәккә етмәҫ борон бер йылға ағып төшә. Үтәнәктән ары Көһәш туғайы (яланы).
 
Көһәш тауы. Тарих уҡытыусыһы Аллабирҙин Дамир яҙып алған мәғлүмәт буйынса, боронғо заманда Көһәшҡол исемендәге ҡарт йәшәгән. Ул ҡарт оҫта һунарсы булған. Бер мәл ауылды һыу баҫҡан. Көһәшҡол ҡарт һыу баҫыуҙан ҡурҡып, әбейен алған да Оҙон туғай буйына, Ағиҙелдең аръяғына күсеп киткән. Бер ваҡыт уларҙың аҡ һыйыры юғала. Әбей һыйырын эҙләп ауылға йүнәлә. Һыйыр боҙ аша сығып киткән була. Әбей һыйыр артынан боҙ аша сығып барғанда боҙ аҫтына китеп һәләк була. Әбейе лә, һыйыры ла ҡайтмағас, бабай яңғыҙ тороп ҡала. Ул йәшәгән тауҙы Көһәш тауы тигәндәр. Ә яланын Көһәш туғайы тиҙәр.

Борон Кәлтәгәү тамағы, Оҙон туғай, Үтәнәк, Көһәш кеүек бәләкәй йәйләүҙәрҙе иртә яҙ менән файҙаланғандар. Унан һуң «Урыҫ көрөгө», «Иҙәле», «Ҡайынйорт», «Ҡыҙылъяр», «Аҡташ» йәйләүҙәре – Кәлтәгәү йылғаһының иң мтур туғайҙарында урынлашҡан, ә тау битләүҙәре һәм уларҙың һырты ҡуйы ҡарағай урманы менән ҡапланған, урмандағы ҡалын мүк араһында көртмәле емештәре емерелеп уңған.
 
Исламбай һәм Аҫҡар ауылдарына яҡын Кесе Нөгөш йылғаһы буйында «Йәйпе кисеү» (икенсе исеме Байназар ултырышы), шулай уҡ Танасыҡҡан тауы битләүендә «Танасыҡҡан» йәйләүе урынлашҡан. Был ике йәйләүгә, башлыса, малдары күп булған кешеләр күсенгән. йәйпе кисеүе Нөгөш йылғаһы буйында, Кесе Нөгөштән түбәнгә табан Ғәлиәкбәр ауылы йүнәлешендә урынлашҡан, Оло Нөгөш йылғаһы үре буйында «Ғүмәр утары» Байназар ауылының иң алыҫта ятҡан йәйләүе була. Был йәйләүҙәрҙә, әйтеп үтелеүенсә, йылҡы малдарын күпләп көткән кешеләр күсеп килгән һәм йыш ҡына ошонда ҡышлауға ҡалғандар.

Үтәнәк яланы эргәһендә өс йылға: Кәлтәгәү, Тарағы, Өстамаҡ ҡушылған ерҙе Өстамаҡ тип атайҙар.

Сафа суҡыһы. Урыҫ көрөгөндә Зекриә Айытбаевтың атаһы йәйләп ятҡан ер булған. Ҙур ғына яланы бар, ялан ситендәге бер моронон Сафа суҡыһы тиҙәр. Ошо ҡаяға ултырып бер бабай ҡурай тартҡан.

Үтәнәк яланы эргәһендә Төлкөосҡан ҡаяһы бар. Борон бер һунарсыға юлында төлкө осраған. Һунарсы уны атып алыу өсөн баҫтырып киткән. Оҙаҡ ҡыуа торғас, төлкө бер ҡая янына килеп еткән. Ҡая башына килеп терәлгәс, башҡа сараһы ҡалмаған төлкө бахыр ҡаянан түбәнгә осҡан. Шунан бирле был ҡаяныТөлкөосҡан ҡаяһы тип йөрөтәләр.

Ҡанһәпәр тауы.
Ағиҙел йылғаһының уң яғында, түбәһе ауылдың үрге осонан күренеп тора. Ҡояш байығандан һуң шул тау өҫтөндә ҡайһы ваҡыт болот ҡыҙыл шаршау һымаҡ торған. Болоттоң был төҫтә тороуы халыҡҡа хәүеф тыуҙырған, оло бәлә-ҡаза килерен көткәндәр. Бәлә-ҡаза ябырылмаһын өсөн, йыйылып, Аллаһы Тәғәләгә именлек һорап табынғандар. Шуға ул тауҙы Ҡанһәпәр тип атағандар һәм уға бағышлап таҡмаҡ-әйтеүҙәр сығарғандар:
Дәжжәл ҡалҡһа, шунан ҡалҡыр;
Яңғыҙ күҙе маңлай уртаһында булыр.
 Әле лә ҡайһы бер көндәрҙә томан тау ҡуйынынан һурылып өҫкә күтәрелһә, ямғыр яуыуына, көн боҙолоуына юрайҙар. Ямғырҙан һуң шул тирәнән томан өҫкә шыуышып күтәрелһә, ямғыр туҡтамай әле, яуынға китә, томан өҫкә күтәрелде, тип һөйләйҙәр.
 
Бәләкәй Келәтбар.
Ағиҙел йылғаһының уң яғында, Келәтбар тауының ҡаршыһында урынлашҡан тауҙың таштары эре, келәткә оҡшаған.
Матрай үҙәге. Ауылдың үрге осонан Ағиҙелдең аръяғындағы әрәмәлекте үткәс, тау аҫтында колхоздың силос соҡоро булды. Эргәһендә картуф һаҡларға баҙы ла бар ине. Шул тәңгәлдән үҙәктән Кәлтәгәү буйындағы сабынлыҡтарға тура юл-һуҡмаҡ бар. Шул үҙәкте Матрай үҙәге тип атайҙар. Хәҙер кеше бесәнгә әллә ни йәйәү йөрөмәгәс, ул һуҡмаҡты бешәлек баҫҡан. Унда айыу ҙа осраштыра.

Тарағы йылғаһы.
Имеш, Күсәк бей бөрйәндәрҙең батыры Ҡарағөләмбәтте Ҡурыуҙы тауы башында ҡурғас, ғәскәре менән Кәлтәгәү тамағынан йылға үренә табан киткән. Ошо йылғаға еткәс, ғәскәрен тарата. «Һеҙ таралығыҙ, мин бында ҡалам», - ти ул. Таралып киткән саҡта улар Ҡарағөләмбәттең һөйәктәрен йылға башына ырғытҡандар. Шунан бирле был йылғаны Тарғынды, һуңынан Тарағы тип йөрөтә башлағандар. Ә яланын – Тарағы яланы тип атайҙар. Күсәкбейҙең ғәскәре үтеп сығып киткән урын Үтәнәк булып ҡалған. (1988 йылда Әминева Бәҙриямал инәйҙән Сураҡова Фәрхәнә Ниғмәт ҡыҙы яҙып алды).

Сәфәр утары.
Кәлтәгәү йылғаһы буйындағы иң алыҫ йәйләүҙәрҙең береһе. Ғәлиәкбәр ауылы эргәһендә Күжә тигән йылға бар. Ошо йылға ярында Байназар ауылынан 50 саҡрым самаһы алыҫлыҡта «Буденный» колхозының ҡышлауы (фермаһы) була. Ошонда йәйен-ҡышын башмаҡ, ат көтөп ятҡан Сәфәр Науразбаевтың исеменән Сәфәр утары булып ҡалған.

Сығанаҡ

Аллабирҙин Д. З. Бөрйәнем – йәнтөйәгем.2018 йыл.
Ишбулатов Ғ. С. Бөрйән районы Байназар ауылы тарихы.2012 йыл.
Байназаров Уразбай Айытбай улы, 64 йәш.


Вәлимә 56