Эстәлеккә күсергә

Байназар ауылы үр яғының ер-һыу атамалары

Викидәреслек проектынан

Байназар ауылының Үр яҡ ер-һыу атамалары

[үҙгәртергә]

Ҡурыуҙы тауы

[үҙгәртергә]

Иң беренсе, әлбиттә, Ҡурыуҙы тауы. Ауылдың тап урта өлөшө ҡаршыһында ғорур рәүештә баҫып тороусы был тау иң тәүҙә күҙгә ташлана.

Ғәтифә паркы

[үҙгәртергә]

Ҡурыуҙы тауының итәгендә йәйен-ҡышын йәм-йәшел булып ҡуйы ҡарағайлыҡ үҫеп килә.

Уның бик матур тарихы ла бар. Ишбулатов Илшат Ғәлимйән улы ултыртҡан ҡарағайлыҡ ул.

Илшат Ғәлимйән улы 1983 йылда Байназар мәктәбен тамамлаған. Класс етәкселәре Әминева Ғәтифә Зекриә ҡыҙы була. Сығарылыш кисәһендә шаярыу ҡатыш киләсәктә кем, ниндәй һөнәр алып, ҡайҙа эшләйәсәк тигән «телетапшырыу» әҙерләйҙәр.

Илшат Ғәлимйән улы тураһында киләсәктә урман хужалығы белгесе буласаҡ, Бөрйән урман хужалығының директоры булып эшләйәсәк тип фаразлайҙар. Директор булып, Ҡурыуҙының элек урман шаулап торған, ләкин һуғыш ваҡытында утынға тип аяуһыҙ ҡырҡылған итәгенә ҡарағай ултыртасаҡ, тип юрайҙар.

Юрағандары йөҙ проценты менән тап килә. Илшат урман белгесенә уҡып сыға, лесхоз директоры ла була. Яратҡан, хөрмәт иткән, уҡыусыһының киләсәген көҙгөләгеләй тоҫмаллаған уҡытыусыһының яҡты иҫтәлегенә арнап күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға була.

2003 йылда, мәктәпте тамамлауҙарына 20 йыл үткәс, осрашыу кисәһендә был ниәтен асып һала. Шул йылдың яҙына Ҡурыуҙы тауының битләүен һөрөп, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм СПТУ-ның Ҡурғашлы филиалы (мастеры Ишбулатов Салауат Ғәлимйән улы) уҡыусылары көсө менән ҡарағай үҫентеләре ултыртыла һәм кәртәләп алына. Үҫентеләрҙе лесхоздың Ҡарайғырҙағы питомнигынан алалар. Кәртәләгәндә бағана төптәрен электр селтәрҙәре предприятиеһы (директоры Ишбулатов Азамат Ғәлимйән улы) үҙ техникаһы менән ҡаҙып бирә.

Быйыл ул ҡарағайҙарҙы ултыртҡанға 17 йыл, урман булып гөрләп үҫеп ултыра. Тик емерелеп бөткән кәртәһенә ҡарап ауыл халҡы хәүефләнеп ҡуя, ҡарағайҙарҙы мал тәләфләп бөтмәҫме. Илшат Ғәлимйән улына был ҡарағайлыҡты исемһеҙ йөрөтмәйек, ниндәйерәк исем тәҡдим итәһегеҙ, тип мөрәжәғәт иттек. Ике лә уйлап тормайынса, ағастар уҡытыусыма арнап ултыртылған, Ғәтифә апайҙың исемен ҡушайыҡ, тип яуап бирҙе. Ауыл халҡы ла был исемде бик урынлы тип тапты.

Тәрән уя (уй)

[үҙгәртергә]

Ҡурыуҙы тауының һул яҡ үҙәгендә тәрән уя (уй) ята. Был уянан шишмә урғылып сыҡҡан. Был шишмәне Тәрән уя шишмәһе тиҙәр. Шишмәнең һыуы бик тәмле. Эргә-тирәһендә йәшәгәндәр эсергә һыуҙы шунан алалар. Яҙ көнө, умырзая ҡалҡҡас, ауылдың әбейҙәре бала-сағаларҙы эйәртеп, самауырҙарын алып, ошо урында сәй эсеп ҡайтыр булғандар. Тау битләүендә үҫкән ҡайындарға ҡыҙыл төҫтәге француз яулыҡтарын элгәндәр, был сәй эсеүгә байрам төҫө биргән, аҫтан башҡа әбейҙәр ҙә яулыҡтарҙы күреп ҡалып, улар янына ашыҡҡан. Борон был шишмә ҡоромаған. Үткән быуаттың 70-се йылдарында мәктәп уҡыусылыры зыяраттың өҫ яғынан был шишмәне быуғандар. Ярын трактор менән һөрөп, нығытып ҡуйғас, унда һыу йыйылған. Аҙаҡ быуанан зыярат эргәләтеп юл ярып шишмә һыуын мәктәптең йәшелсә баҡсаһына ағыҙғандар. Бөтә кешене аптыратып, һыу тау үренә ҡарай аға ине лә, тау аша мәктәп баҡсаһына төшә ине. Хәҙер ул быуа емерелде, шишмә лә һуңғы йылдары ҡорой.

Әтем яланы

[үҙгәртергә]

Тәрән уй буйлап Ҡурыуҙы тауы башына сыҡһаң, Әтем яланы китә. Элек был ерҙә башлыса ҡайын үҫкән сауҡалыҡ ине.

1950 йылдар аҙағында, ҡабатлап 1980 йылдар эсендә һөрөнтө ерҙәрҙе киңәйтеү маҡсатында тау битләүҙәрен, тау баштарындағы урмандарҙы төпләп (корчевать итеп), күпләп сәсеүлекккә әйләндереү кампанияһы үткәрелде. Шул мәлдә был ерҙә ялан яһанылар ҙа инде. Ағастарҙы төпләгән, ә аҙаҡ һөргән мәлдә һабан төрәненә эйәреп оҙонса яҫы таштар килеп сыҡҡылаған.

Улар бик боронғо ҡәбер таштары була. Был таштарҙа боронғо яҙыуҙарҙың фрагменттары ла табыла, тик уларҙы уҡыу мөмкинлеге булмай. Бында элекке зыярат булған икән.

Әтем яланы бик ҙур, 84 га ҙурлығы. Был элек колхоздың һөрөнтө ере ине, хәҙер айырымдарға пай ере итеп бирелде.

Суҡы ҡаяһы (Келәтбар)

[үҙгәртергә]

Ҡурыуҙы тауының эргәһендә үр яҡлап ятҡан тауҙы Суҡы ҡаяһы (Келәтбар) тип атап йөрөтәләр. Был ҡая Келәтбар үҙәгенең уң яң яғында ослайып, сурайып барып ауылға төшөп тора. Яҙ башы менән иң беренсе ошо тирәләге урындар ҡарҙан әрселә лә, ваҡ малдар тауға менеп үлән уртлай башлай.

Суҡы тауының икенсе төрлө боронғо исеме лә бар. Борон кеше ул ҡаяны Келәтбар тип йөрөткән, үҙәге – Келәтбар үҙәге.

Борон яу мәлендә кеше барлы-юҡлы ғына нәмәһен шул ҡая тишектәренә алып барып йәшереп һаҡлағандар. Шуға ла келәт бар тигән мәғәнә һалғандар инде.

Әле лә ҡая башынан үргә ҡарай һөҙәк кенә һуҡмаҡ буйлап аҫҡа төшөргә мөмкин, тик кире менеүе ауыр. Кәзәләр ҙә һуҡмаҡ менән соҡорға төшөүен төшәләр ҙә, тик кире менә алмай, ҡамалып торалар. Хәҙер келәт итеп файҙаланған ерҙең таштары емерелеп бөткән инде.

Суҡы тауының башында ла элекке зыярат бар. Бер әүлиә ерләнгән тип тә һөйләйҙәр. Ишбулатов Ғәлимйән ағай унда зыярат булғанын дәлилләп (ғөмүмән, Байназар ауылы тирәһендә ете зыярат бар икәнен дәлилләп), ололар һөйләүе буйынса Суҡы башындағы зыяраттың сиктәрен асыҡлап, мал инмәҫлек итеп кәртәләтеп ҡуйҙы.

Суҡы (Келәтбар) тауының иң бейек урынына Әйүпов Рәшит малайҙары Фаил, Исмәғил һәм Ирәндек менән бергә тимерҙән ҡурай эшләп ҡуйҙы. Был ҡурайҙың бейеклеге 7 метр. Ҡурай ҡуйылған ер бик бейек, унан Мораҙым, Ҡурғашлы, Нәби ауылдары күренеп тора. Хәҙер ҡурай эргәһе балаларҙың яратҡан урыны, малайҙар шунда менеп ауылды күҙәтергә, уйнарға, фото төшөргә ярата.

Гөлйемеш суҡыһы (ҡаяһы)

[үҙгәртергә]

Байназар ауылының үрге осон үтеп, Суҡы итәген аша төшкәс, Оҙон туғай яланы буйлап Мораҙым юлы китә. Суҡы тауының Мораҙым юлына ҡарап суҡайып барып бөткән текә моронон Гөлйемеш суҡыһы (ҡаяһы) тиҙәр.

Йәштәр үҙҙәренсә Матрос ҡаяһы тип йөрөтә. Теп-текә булып ҡайҡайып баҫып торған ҡаяны кәзәләр төйәк итә. Кеше аяғы баҫмаҫлыҡ ҡаянан кәзәләрҙең осоп төшөп һәләк булғандары ла бар.

Ә тарихы былай була: бер хәлле генә кешенең Гөлйемеш исемле ҡыҙы була. Ул аҡылға бер төрлөрәк булған. Күңелен күтәрер өсөн ҡая ташҡа баҫып, Иҙелгә ҡарап торор булған. Бер ваҡыт башындағы ҡыҙыл яулығы осоп китеп, ҡая ҡуйынында үҫеп ултырған ҡарағай ботағына барып эленеп тора. Ошо яулыҡты алырға маташҡанда, Гөлйемеш ҡаянан осоп һәләк була. Уның хөрмәтенә ҡаяға ҡыҙҙың исемен биргәндәр. Гөлйемеш – Алтынбаева Ғәйшә Әбделғәлим ҡыҙының өләсәһе булған.

Зөлхәм муйыллығы

[үҙгәртергә]

Оҙон туғайҙан Мораҙым юлы менән бара биргәс, Кәлтәгәү тамағының ҡаршы битләүендә, Иҙелдең һул ярында ҡуйы муйыллыҡ була торғайны. Зөлхәм муйыллығы тип йөрөтәләр. Хәҙер муйыллыҡ малдан тапалып күҙгә күренеп һирәгәйҙе. Был урында Зөлхәмиҙә, Әбделғәлимдең ҡатыны, кәртүк, тары сәскән һәм ауылдың ҡатындарын ҡушып кәртүген утатҡан.

Мөхәмәт тауы

[үҙгәртергә]

Мораҙым юлының уң яғында Гөлйемеш суҡыһын үткәс Мөхәмәт тауы бар. Мөхәмәт ҡарт был тауҙың итәгенә тары сәскән. Ә аҙаҡ бесәнлек итеп файҙаланған. Мөхәмәт ҡарттың балалары Ғәйшә Салауатова, Мәрзиә, Сәфәрғәле Науразбаевтар.

Бешәке йылғаһы буйы

[үҙгәртергә]

Бешәке йылғаһы

[үҙгәртергә]

Был йылға түңгәүер ырыуына ҡарай. Ул Мәһәҙей ауылы эргәһендәге Элгеләү тауының артында, Яңыйорт тигән тигән урындан башлана. Исеме «бешәлек» тигән һүҙҙән алынған. Бешәлек (бешә) – йәш ҡарағайлыҡ тигәнде аңлата.

Бешәке тамағы

[үҙгәртергә]

Бешәке йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған урыны – ауыл халҡының борон-борондан һабантуйҙар үткәргән һәм хәҙер ял итергә яратҡан урындарының береһе. Бешәке тамағындағы тәрән ятыуҙарҙа балыҡ һәйбәт ҡаба. Ағиҙел ярының текә ҡаяһын экстрим яратҡан малайҙар һыу ингәндә трамплин итеп файҙалана һәм кем бейектәнерәк Ағиҙелгә һикерә ала, тип ярышалар.

Өстәкә

[үҙгәртергә]

Байназар һәм Мораҙым ауылдары араһында Бешәке йылғаһы Ағиҙелгә ҡушылған ерҙә, хәҙерге баҫманы үткәс, ҙур бер ҡаяны боролоп үткән ерҙе Өстәкә тип атайҙар.

Борон был урындан үтеп булмаған, ҡая булған. Боҙ китеп, Ағиҙел йылғаһы ярҙарына ҡайтмайынса, Мораҙым менән Байназар арһында юл өҙөлөп торған.

Мораҙым ауылы балалары мәктәпкә таған менән сығыр булғандар. Шуға күрә, Байназар ауылында ауыл советы рәйесе булып Ҡарамышев Фаяз Шәңгәрәй улы, ауыл советы секретары Зәйнуллин Әхмәт Рәхмәтулла улы етәкселегендә ошо ҡаяны Әүжән леспромхозында эшләүсе Маликов Хәмзәнең звеноһы шартлатып юл һала.

Өс көн ошо урынды тәртипкә килтереү өсөн, халыҡ эшкә сыға. Эре-эре таштарҙы Иҙел буйына ташлайҙар. Өмәлә Мораҙым ауылы кешеһе Мөҙәрис Тулыбаев звеноһы ла ҡатнаша. Өмә ваҡытында өс тәкә һуялар. Шунан алып был урынды Өстәкә тип йөрөтәләр.

Тирмән ҡаяһы

[үҙгәртергә]

Тирмән ҡаяһы Бешәкенең Ағиҙелгә ҡойған ерендә. Был ҡаяның эргәһендә, Бешәке йылғаһы буйында һыу тирмәне булған.

Үткән быуаттың 80-се йылдарында ла әле был тирмәндең таштары әйләнә ине. Был тирмәнде указлы мулла Әбделвәхит хәҙрәт Салауатов төҙөткән.

Әбделвәхит Хилизаман улы Салауатовтың үҙ халҡына күрһәткән күп һандағы изгелектәренең береһе булған ул һыу тирмәне. Ҙур ауылда тирмән булмағанлығын иҫәпкә алып, ул Әүжәндән үҙенең таныш урыҫтарын саҡырып килтерә. Уларға ярҙамға ауыл кешеләре ҡушыла. Идалин Мостафа улар менән бергә эшләй, Науразбаев Мөхәмәт ҡартта фатирҙа яталар.

1918-1919 йылдарҙа был тирмән эш башлай. Уны Апанас (Афанасий) исемле урыҫ ходҡа ебәргән, ул Быков Николайҙың атаһы булған. Быков Николай хәҙер Бөрйәндә, район үҙәгендә йәшәй. Был тирмәндә он һалдырыу менән бер рәттән ярма һурҙырыу эше лә ойошторола.

Бында тал ҡабығын әрсеп төйҙөргәндәр. Тал ҡабығының онтағын тире иләгәндә буяу итеп файҙаланғандар, тирегә йәшел төҫ биргән.

Тирмән Байназар ауылы халҡы менән рәттән, күрше ятҡан ауылдарҙы ла хеҙмәтләндерә. Тирмән янында тирмәнселәр йәшәп торорға өйө лә була. Тирмәнселәр, ғәҙәттә, ғаиләһе, мал-тыуары менән шундә йәшәгәндәр, уларҙан йәйен-ҡышын он һалдырырға килгән кеше өҙөлмәгән.

Тирмән үткән быуаттың 70-се йылдарына тиклем эшләп торҙо. Хәҙерге ваҡытта был тирмән юҡ, көслө пожарҙа янып юҡҡа сыҡҡан. Ул тирәлә тирмән таштары әле лә бар тип һөйләйҙәр.

Ҡарағаслы ( Ҡарағаслы түбәһе)

[үҙгәртергә]

Был урын Мораҙымға киткән юл буйында Бешәке йылғаһының уң яғында урынлашҡан. Яҙ көнө Ағиҙел йылғаһы ташһа, кешеләр Ҡарағаслы түбәһе итәгенән аша төшөп йөрөйҙәр.

Үтәтишек ҡаяһы

[үҙгәртергә]

Ҡарағаслы тауы бик бейек, текә. Был тауҙа ҡарағас күп. Ә уң яғынан да, һул яғынан да үтә күренеп торған тишек ҡаяһы бар. Шуны Үтәтишек тиҙәр ҙә инде.

Хәбир утары

[үҙгәртергә]

Иҙелдең һул яҡ ҡушылдығы булған Бешәке йылғаһының Үтәтишек мәмерйәһенә ҡаршы ятҡан туғайында Хәбир утары булған.

Был утар хужаһы Хәбир Үтәбаев Бәләкәй иген тип аталған тау башындағы яланда иген үҫтереп, мал көтөп йәшәгән. Ауыл ҡарттары һөйләүенсә, Хәбир Үтәбәев хәлле генә кеше булған.

1905-1906 йылдарҙа үҙ аҡсаһына Әүжән урыҫтарын яллап Байназар ауылында ҙур иген келәте төҙөтә. Аҙаҡ уны МГЗ – мөгәзәй тип атайҙар (местный государственный запас).

Келәт бинаһы әле лә ултыра, быуатҡа етерлек итеп төҙөлгән булған. Колхоз ойошторолоу менән был келәтте колхоз ҡарамағына алалар. Хәбир Үтәбаевтың үҙенә кулак мөһөрө тағып, һөргөнгә ебәрәләр.

Мөгәзәй колхоз бөтөрөлгәнсе халыҡҡа хеҙмәт итте. Мөгәзәй ҙә кеше һымаҡ, ил ни күрһә, шуны күреп, ошо көнгә тиклем һаҡланған.

Ололар иҫләүенсә, граждандар һуғышының иң ҡыҙыу осоро беҙҙең регион өсөн 1919 йыл була. Ауылдарға бер-бер артлы йә ҡыҙылдар, йә аҡтар килә.

Элегерәк ҡарттар ошондай ваҡиғаны һөйләй торғайны: Монасип ауылына ҡыҙылдар һөжүм иткәс, аҡтар Байназар ауылына сигенә. Ҡыҙылдар аҡтарҙы юҡ итеү маҡсатында Байназар ауылын артиллерия утына тоторға булалар.

Ауылды ҡыйратыуҙан һәм кешеләрен йәлләп улар менән хеҙмәт иткән бер башҡорт егете прицелды үҙгәртә һәм снарядтар ауылға теймәй, Ҡурыуҙы тауының битләүенә төшөп ярыла. Снарядтарҙың береһе мөгәзәйҙең ҡыйығына эләгә һәм шартламайынса шунда һағып тороп ҡала.

Олотау

[үҙгәртергә]

Бешәке йылғаһының һул яғында бейек тау бар. Уның итәгендә колхоздың сабыны була торғайны. Был тауҙың икенсе исеме Муллин гора, йәки Мулла тауы тиҙәр. Барый Ишҡыуатов хәтерләүенсә, 1950 йылдар тирәһендә геологтар йөрөгән. Шул геологтар картаһында Олотауҙы Муллин гора (Мулла тауы) тип яҙғандар икән.

Мулла тауында Мулла сабынлығы тигән ер ҙә бар.

Кәкерсәк яланы

[үҙгәртергә]

Был ялан Бешәкенән үрҙә Олотау буйында урынлашҡан. Борон был урында Корсаков исемле урыҫ бесән сапҡан тиҙәр. Ялан үҙе лә кәкере-бөкөрө. Уның бәләкәй генә йырыны бар. Ул йырынға яҙғыһын ҡар һыуы тула, йәйгә табан ҡорой.

Олоғужан

[үҙгәртергә]

Байназар ауылы менән Мораҙым юлында Ағиҙел йылғаһы яры буйында ожмах ере кеүек матур урын бар. Һомғол ҡарағайҙар үҫкән, тау-ҡаялар уратып алған, тыныс, саф һауалы был урынды Олоғужан тиҙәр. Ике ауыл халҡының (Мораҙым һәм Байназар), ҡырҙан килгән туристарҙың да яратҡан урыны был. Ауыл хакимиәте Олоғужанды урындағы фермерҙарға бүлеп биреп, килгән кешеләрҙең ялын ойошторорға тәҡдим итте. Был йүнәлештә эштәр башланған да инде. Шәхси эшҡыуар Гөлназ Шәрәфиева тарафынан «Олоғужан» исемле туристик туҡталҡа булдырылған. Бында ял итеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Һыу инергә, балыҡ тоторға, тарихи иҫтәлекле урындарға экскурсияларға йөрөргә мөмкин, мунсаһы, йоҡлап сығырға тирмәләре, өйҙәре бар.

Аҙнаш ҡотоғо

[үҙгәртергә]

Бешәке йылғаһы үҙәне буйлап өҫкә ҡарай арба юлы китә. Шул юлдан өҫкә күтәрелһәң, юлдың Бәләкәй игенгә боролған ерендә һул яҡта Аҙнаш ҡотоғо (шишмәһе) бар. Юлдан саҡ ҡына өҫтәрәк, улағы ла бар. Ат егеп арба менән бесәнгә китеп барған кешеләр ынтылып ҡына баҡырсалары менән һыу тултырып алып китә торған булғандар. Был шишмәне Аҙнағол ҡарт соҡоған тиҙәр, бәлки Аҙанғолдор. Ләкин халыҡ шишмәнең исемен ҡыҫҡартып Аҙнаш ҡотоғо тип кенә йөрөтә.

Ҡоҙаш суҡыһы

[үҙгәртергә]

Аҙнаш ҡотоғона ҡаршы, Бешәке йылғаһының икенсе яғында Ҡоҙаш суҡыһы бар. Ҡоҙаш Байназар ауылы кешеһе. Байназарҙың Түбән яғында Ҡоҙашев Мәғдүнәт тигән кеше йәшәне, Коҙашев Тәлғәттең атаһы була. Мәғдүнәттең атаһы Хәмит, Хәмиттең атаһы Ҡоҙаш. Шуның исеменән алынған да инде Ҡоҙаш суҡыһы.

Аҙнаш ҡотоғонан һуң һул яҡҡа ҡайырылһаң, тау башында Бәләкәй иген яланы китә. Оҙон ялан. Хәҙер башлыса сабынлыҡтар итеп файҙалана.

Бешәке йылғаһының үҙәне буйлап көтөү йөрөй. Саңдау тигән ерҙә көн эҫеһендә үр яҡ көтөүе малдары ятып ял итә.

Оҙонуй яланы

[үҙгәртергә]

Саңдауҙан өҫкә табан Оҙонуй яланы китә. Сабынлыҡтар, һөрөнтө ерҙәре лә булған. Һуғышҡа тиклем колхозсылар шунда ер һөрөп йөрөгәндәр. Исламғолов Ғәлиән тигән үҫмер егет һабан тотҡан. Юҡлыҡ заманы, егеттең аяғында юҡ, яланаяҡ, тубыҡҡа тиклем ҡойоға (мәтегә) буялған.

Йор һүҙле, мәрәкәсел Мостафа Идалиндың таҡмағы әҙер:

Оҙонуйҙан күренеп тора Элгеләүҙең маяғы,

Майлап ҡуйған ситек кеүек Ғәлиәндең аяғы.

(Элгеләү – Мәһәҙей ауылы эргәһендәге тау)

Һүҙ ыңғайында, Ғәлиән Исламғолов 1941 йылда үҙ теләге менән һуғышҡа китә. 1943 йылда дошман менән алыш ваҡытында рота командирын кәүҙәһе менән ҡаплап, батырҙарса һәләк булған. Орден, ике миҙал менән бүләкләнгән.

Шарҡырауыҡ

[үҙгәртергә]

Бешәке йылғаһының һул яғынан Шарҡырауыҡ тигән йылға килеп ҡоя. Теш ҡамаштырырлыҡ һалҡын, мул һыулы йылға. Ер аҫтынан урғылып сыға ла, шаулап-гөрләп бер 500 метр самаһы ғына аҡҡас, Бешәкегә килеп ҡушыла. Байназар ауылының оҫта таҡмаҡсыһы, сәсән телле Идалин Мостафа һәр нәмәгә таҡмаҡ сығара һала торған булған. Һуғыштан алда Шарҡырауыҡ буйында бесән эшләгән мәлдәрендә сығарған бер таҡмағын Барый ағай Ишҡыуатов әле иҫләй: Шарҡырауыҡ буйҙарында оҙон-оҙон ҡарағай, Әйҙә, иптәштәр, барайығыҙ, ҡысҡыра бит Вара ағай. Вара Миндеғолов - Байназар ауылы кешеһе, колхозда бригадир булып йөрөгән.

Еректе йылғаһы

[үҙгәртергә]

Бәләкәй генә йылға үҙәк буйлап ағып төшә лә, юл аша ағып сығып, Бешәкегә килеп ҡоя. Йылғаның башында ереклек үҫә.

Бешәке буйы

[үҙгәртергә]

Ауыл халҡының байтағының сабынлығы Бешәке буйында. Ҡайҙа бесән эшләйһең, тигән һорауға , дөйөмләштереп: Бешәкелә, - тип кенә яуап бирәләр. Бешәке тигән исем аҫтында ауылдан 10-12 саҡрым самаһында Олотау буйында ятҡан яландар төркөмө инә.

Сабынлыҡтар бөтәһе 75 га самаһы ерҙе биләй. Үрге туғай, Өй һырты һәм башҡа сабынлыҡтар бар. Олотау буйында Тары яланы тигән ер ҙә бар. Унда Миндеғолов Вара ҡарт менән Архипов Вәскә (Василий, Зинкә әбейҙең бабайы) тары сәскән. Тау башында сәселгән тарыға ҡырау теймәй, ти торғайнылар. Бешәкелә һарыҡ фермаһы, йылҡы фермаһы булды.

Арҡа яланы

[үҙгәртергә]

Батман ҡолағы

[үҙгәртергә]

Ҡурыуҙы тауының артында Батман ҡолағы тигән ер бар. Ҡайнөй йылғаһы Бешәкегә ҡойған ерҙән башланып, тау һырты буйлап Ҡурыуҙы тауы башына ҡарай китә. Батман ҡолағында колхоздың 12 га самаһы һөрөнтө ере бар ине. Хәҙер сабынлыҡтар, пай ерҙәре.

Был урында батмандың ҡапҡасымы, ҡолағымы төшөп ҡалған тиҙәр. Батман – ул ағас түмәрҙең эсен соҡоп эшләнгән һауыт. Бөрйән оҫталары батман эшләгәндә, ғәҙәттә, йүкә ағасын (һөйән) ҡулланалар.

Ҙурлыҡтары төрлөсә булырға мөмкин. Ҙурлығына ҡарап бал (солоҡ балы), тоҙ һәм башҡа нәмәләр һаҡлағандар. Ике яҡтан тишеп, ҡолаҡ яһағандар. Күндән бау ишеп, тотҡа яһап ҡуйғандар. Батман менән ҡатыҡ алып йөрөткәндәр, ҡатыҡтан айран бешеп бесәнселәргә, ураҡсыларға эсергәндәр. Батман ҡолағынан төшөп барған ерҙә Ширем соҡоро бар. Идалин Римдең атаһы Нурғәле, Нурғәленең атаһы Ширғәле булған. Ширғәленең исеме менән йөрөтөлә.

Ҡайынөй (Ҡайнөй) йылғаһы

[үҙгәртергә]

Ҡайнөй йылғаһы Яуымбай ауылы аша үтеп, Батман ҡолағының түбән яғында Бешәкегә килеп ҡоя. Ҡайнөй йылғаһы бик таҙа, матур йылға. Ҡайнөй йылғаһында Ҡыҙыл китапҡа индерелгән бағыр (батша балығы) һәм бәрҙе бар.

Супаҡ соҡоро (1-се вариант)

[үҙгәртергә]

Батман ҡолағының өҫ яғында Юшалый тигән урында бер ҙур ғына үҙәк булған. Ошо соҡорҙа бер туған ағалы-ҡустылы Собханғол (Зәйнуллина Һәҙиә инәйҙең олатаһы) һәм Собханғәле Байназаровтар бесән эшләгән. Шунан алып уларҙың исемдәрен ҡыҫҡартыпмы, ҡушаматы буйынсамы, Супаҡ соҡоро тип йөрөткәндәр.

Супаҡ соҡоро (2-се вариант)

[үҙгәртергә]

Бөрйән районы Байназар ауылынан оло юл менән Белорет яғына киткәндә Бабай үлегенә етмәҫ борон һул яҡта Супаҡ соҡоро тигән ер тороп ҡала. Юлдан 2 саҡрым самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан. Һуғыш мәлендә Азанғолов Мөхәррәм ҡатыны Хәйбә (ҡыҙ фамилияһы Усманова) менән ҡыуыш ҡороп, ҡуна ятып бесән эшләйҙәр. Ҡыуышта бер йәшлек ҡыҙҙары Сәмиға йоҡлап ҡала. Былар бесәндән ҡайтыуға бала юғала, күмәкләп эҙләй торғас кискә табан ғына табып алалар. Супайҙы һымаҡ үлән араһына башын ҡалҡытып илап ултырған баланы бер һыбайлы табып ала. Шуға был соҡорҙо тәүҙә Супайҙы, аҙаҡ ҡыҫҡартып Супаҡ соҡоро тип йөрөтә башлайҙар.

Һимеҙ тартай яланы

[үҙгәртергә]

Байназар һәм Яуымбай ауылдары араһында, оло юл буйында, Бабай үлегенең һул яғында ята. 55 га ерҙе биләп тора. Хәҙер пай ерҙәре итеп таратып бирелде. Кеше сабынлыҡ итеп файҙалана.

Низам сабыны

[үҙгәртергә]

Низам сабыны Ҡурыуҙы тауының арҡаһында Һимеҙ тартайға яҡын урынлашҡан. Был урында Низаметдин исемле ҡарт бесән сапҡан.

Салауат сабыны

[үҙгәртергә]

Был урын да Ҡурыуҙы тауы арҡаһында ята. Сабындың исеме Салауат исемле кешегә бәйләнгән.

Йәрмәш соҡоро

[үҙгәртергә]

Ҡурыуҙы тауы артында, Батман ҡолағының өҫ яғында, Әтем яланын үткәс Йәрмәш соҡоро бар. Йәрмәш соҡоро – тәрән, ҡараңғы үҙәк. Был соҡорҙо Йәрмөхәмәт исемле кешенең исеме менән атағандар. Кешенең исемен ҡайһы берҙә тулыһынса әйтмәйҙәр, шунлыҡтан Йәрмәш тигәндәр.

Ҡарамыш сабыны

[үҙгәртергә]

Ҡурыуҙы тауы арҡаһында ята. Тау башына менгәс, беренсе үҙәкте артылһаң, өйкөм генә булып төпләнмәй (корчевать ителмәй) ҡалған ағаслыҡ күренә. Таулы-ташлы урын һөрөнтө ергә эшкинмәй. Тауҙың бейек ере әллә ҡайҙан күренеп тора. Уны Ҡарамышев Фаяз сапты. Шуға Ҡарамыш сабыны тиҙәр инде.

Шар тауы

[үҙгәртергә]

Шар түгел, ә Сар арҡаһы. Сар яһай торған ташлы урын булған. Халыҡ уны Сар тауы, яланын – Сар яланы (арҡаһы) тип атай башлағандар. Тора-бара сар һүҙен шар алмаштыра һәм Шар тауы булып ҡала. Боронғо диләнкәләр, хәҙер кеше сабынлыҡ итеп тота.

Әндрәй биләне

[үҙгәртергә]

Байназар менән Яуымбай араһында Ҡурыуҙы арҡаһында ята. 12 га самаһы ерҙе биләй. Элекке колхоз ерҙәре. Ҡурыуҙыға менгәс тә, Әтем яланынан аҫ яҡта урынлашҡан, беренсе үҙәк – Юшалуйҙың үр яғы. Хәҙер пай ерҙәре.

Вәдүт балаганы

[үҙгәртергә]

Борон Вәдүт исемле бер бай булған. Байназар менән Яуымбай араһында, Бабай үлеген үткәс, һул яҡҡа төшөп киткән ерҙә ҙур сабынлығы булған. Шунда балаган эшләткән, хеҙмәтселәре бесән эшләгәндә шунда ятып йөрөгән.

Кисеүҙәр. Бей кисеүе йәки Ҡара һыйыр кисеүе. Бей кисеүе – Байназар ауылы дауахана тапҡырындағы кисеү. Элек бөрйән менән ҡыпсаҡтар яу тотҡандар. Шул яуҙа ҡыпсаҡ батыры Күсәкбей, бөрйәндәрҙе ҡыйратып, ырыу башы Ҡарағөләмбәтте ҡулға алған. Уны мыҫҡыл йөҙөнән ҡара һыйырға ултыртып, Байназарға ошо кисеү аша алып ҡайтҡан. Шунан бирле был кисеүҙе Бей йәки Ҡара һыйыр кисеүе тип йөрөтә башлағандар.

Ауылдың үрге осондағы Мәсәғүтов Баязит ағай ҡаршыһындағы кисеүҙе Хәҙрәт кисеүе тип атайҙар. Уның ҡаршыһында указлы мулла Әбделвәхит хәҙрәт Салауатовтың өйө булған. Әбделвәхит хәҙрәт ултыртҡан ҡарағастар әле лә бар, ул урында Салауатов Винер йәшәй. Әбделвәхит хәҙрәт Байназар ауылы өсөн күп эшләгән.

1922 йылда Байназарҙа мәҙрәсә аса. Ике йылдан уның нигеҙендә беренсе совет мәктәбе асыла. Бер-нисә ауылды хеҙмәтләндергән һыу тирмәне эшләтә. Халыҡ табибы булараҡ ауылдаштарын дауалай. Халыҡ араһында ҙур абруй ҡаҙанған хәҙрәтте ауылдаштары әле лә онотмай, хөрмәтләп иҫкә ала.

Уның бер-нисә өйө булған. Шул өйҙәренең береһендә кустарсылыҡ өйө асыла. Унда арба-саналар, мискәләр яһағандар, туғын бөккәндәр, арҡан ишкәндәр, кирбес һуҡҡандар, ике яғынан ике кеше тотоп эшләй торған ҡул бысҡыһы ярҙамында таҡта ярғандар.

Сығанаҡ

[үҙгәртергә]
  • Ишҡыуатов Барый
  • Науразбаев Фәрит Сәфәрғәле улы, 58 йәш
  • Әйүпов Рәшит Фәхретдин улы, 53 йәш