Эстәлеккә күсергә

Байназар ауыл моделле китапханаһы

Викидәреслек проектынан
Википедияла

Байназар ауыл моделле китапханаһы — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Байназар ауылында урынлашҡан китапхана.

Тарихы

[үҙгәртергә]

Байназар ауыл китапханаһына 1934 йыл нигеҙ һалына. Әле ул йылдарҙа уны колхоз идараһы менән бергә урынлашып культурник тип атап йөрөтәләр. Иң тәүге китапхана мөдире булып Дәүләтшин Мөхәммәт эшләй.

1935-1936 йылдарҙа күсмә китапхана мөдире эшен Науразбаев Сәғәҙитдин алып бара. Артабан күсмә китапхана айырым ике бүлмәле өйгә күсерелә һәм "Избач" тип атала башлай. Бер бүлмәһе китапхана була.Икенсе бүлмәһе "йәштәр " өйө тип атала. Был осорҙа Алтынбаев Ғариф,Ғизәтуллина Ғәйшә апайҙар эшләп ала."Избач" мөдире булып эшләгән Дәүләтшин Мөхәммәт "йәштәр" өйөнә шахмат,домино уйындары алып ҡайта. Һәм беренселәрҙән булып колхоз аҡсаһына патефон ала. Уйындарға өйрәтеү өсөн Бөрйәндең үҙендә семинарҙар ойошторола.Кистәрен ауыл активистары менән берлектә киске уйындар ойошторола башлай.

Бөйөк Ватан һуғышына ир-егеттәр киткәс,"Избач" хужаһы булып Идалина Өмөямал инәй күсә.Уның һөйләгән хәтирәләренән:"Китапханала 2 ағас шкафта ғына китаптар булды. Береһендә Сталин, Ленин, Маркс-Энгельс китаптары. Икенсеһендә әҙәби китаптар: А.Таһиров, Д.Юлтый, Б.Ишемғол.Агитатор булараҡ баҫыуҙан ҡайтманыҡ.Ауыл халҡын фронт хәлдәре менән таныштырыу,"Молния", "Боевой листок" листовкаларын сығарыу минең өҫтә ине.Кистәрен фронтҡа посылка әҙерләү,хаттар яҙыу менән үтә.Китапханаға күберәген уҡыусы балалар йөрөнө. Үҫмер,оло йәштәгеләрҙең китап уҡырға ваҡыты ла юҡ ине". Өмөямал инәй 1941-1945 йылдарҙа эшләй.Инде һуғыш бөтөп һалдаттар ҡайта башлағас 1946-1952 йылдарҙа, Дәүләтшин Мырҙабай, Салауатов Сәхи, Ҡарағолов Фәхрәзи, Моратшин Мазһар, Сөләймәнов Мөхәмәткилде ағайҙар эшләй.

Китапхана 90-сы йылдарҙа

[үҙгәртергә]