Эстәлеккә күсергә

Байназар мөгәзәйе

Викидәреслек проектынан

Байназар мөгәзәйе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Байназар ауылында урынлашҡан.

Байназар мәктәбе уҡыусыһы Ғәзим Ғәлиндың фәнни-эҙләнеү эше.

Етәксеһе:Ғәлиуллин Ғәзим Уйылдан улы

Тарихы

[үҙгәртергә]

Байназар ауылында Ҡурыуҙы тауының итәгендә урынлашҡан һәм халыҡ телендә “Мөгәзәй” тип йөрөтөлгән келәт һәр кемде лә ҡыҙыҡһындыралыр. Уның тарихын белеү теләге мине өлкән быуын кешеләренә мөрәжәғәт итергә мәжбүр итте.

Ишҡыуатов Барый Солтангәрәй улы (1931 йылғы), Салауатов Зиннур Моталлип улы (1929 йылғы), Алтынбаев Ғизетдин Ғибат улы (1929 йылғы) менән әңгәмәләшкәндән һуң шул асыҡланды: был келәт бик борон ашлыҡ һаҡлау өсөн тәғәйенләнеп төҙөлгән икән.

Байназар ауылының урындағы байы Үтәбаев Хәбир Әхмәтйән улы (1886 йылғы) Ҡурыуҙы тауы итәгендә иген һаҡлау өсөн амбар төҙөтөргә ҡарар итә. Аҡһаҡалдарҙың хәтирәләре буйынса, ауылдың үр яғынан келәт өсөн бешеп еткән ҡарағайҙарҙы ғына һайлап ҡырҡалар. Был ҡарағайҙарҙы ауылға тиклем Ағиҙел йылғаһы буйлап һаллап төшөрәләр.

Быны бүрәнәләрҙәге багор эҙҙәре раҫлай. Бура өсөн ағастарҙы багор ярҙамында йылғанан һөйрәп сығаралар. Бүрәнәләрҙе аттар менән тау итәгенә ташыйҙар.

Бураны тик яҡшы, бешкән ағастарҙан ғына бурайҙар. Иҙәнен төҙ имәндәрҙе сабып, араһынан ек тә ҡалдырмай, бер-береһенә терәтеп йәйәләр. Мөгәзәйҙең эсе игендәрҙең төрлөһөн һаҡлау өсөн алты секцияға бүленгән.

Байназар ауылында бындай ҙур келәтте төҙөргә баҙнат иткән кеше табылмай. Шуға ла Хәбир бай оҫталарҙы ситтән килтерә. Байназарҙан 45 км ситтә ятҡан Белорет районына ҡараған Әүжәндән урыҫтарҙы алып килеп яллайҙар. Амбарға ҙур ишектәр эшләйҙәр. Ишек шарнирҙарын махсус рәүештә Магнит ҡалаһынан эшләтеп алалар. Келәттең баш ябыуына тимерҙе Белорет ҡалаһынан алдыралар. Был ҡалаларҙа шул заманда уҡ металлургия алға киткән була.

Иҫтәлектәр

[үҙгәртергә]
  • Ишбаева Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы (1953 йылғы) Мәрзиә өләсәһенең һөйләгәндәрен яҡшы хәтерләй. Хәбир бай келәттең эске эштәренә Бөрйән районы Мәһәҙей ауылынан ике балта оҫтаһын саҡырып ала.

Береһе Фәнүзә инәйҙең олатаһы була: Ғарифуллин Тайып Кәтмулла улы (1882 йылғы), икенсеһе – Насыров Хисаметлин Низаметдин улы (1881 йылғы). Икеһе лә Беренсе империалистик һуғышта ҡатнашҡан кешеләр була. Амбарҙы 1905-1906 йылдарҙа төҙөп ҡуялар. Был ҙур, оҙон келәтте халыҡ араһында “Мөгәзәй” тип йөрөтә башлайҙар, йәғни МГЗ – местный государственный запас.

  • Өләсәйем Алтынбаева Зәйтүнә Зекрия ҡыҙының хәтирәләре бик ҡыҙыҡлы. Колхоз осоронда мөгәзәйҙә сәсеүгә тигән орлоҡлоҡ иген һаҡлағандар. Өләсәйемдәр уны ҡыш буйы көрәк менән елгәреп, елләтеп сыҡҡандар, ярауайлаштырғандар.

Уның һөйләүе буйынса келәт ике яҡлап арҡыры бүлемдәр менән өсөшәр бураға бүленгән. Бураларҙың бейеклеге 2 метр самаһы. Аҫтан тәпәш кенә йәшник сығып торған. Был йәшниккә буранан үҙ ағышы менән әкрен генә иген ҡойолоп торған. Игенде шул йәшниктән тоҡтарға тултырғандар ҙа инде. Уртанан игенде тоҡтар менән индереп бушатыу һәм аҙаҡ кире сығарыу уңайлы булһын өсөн ярайһы ғына киң коридор ҡалдырылған.

Был бураларҙа төрлө иген һаҡлағандар. Игенде тоҡ менән мендереп бушатыу уңайлы булһын өсөн имәндән күсереп йөрөтмәле баҫҡыстар эшләнгән. Кеше тоҡ күтәреп, тотонмайынса ла менә алһын өсөн баҫҡыстар яҫы, киң булған. Баҫҡыстар ныҡлы, ауыр булғанлыҡтан ике кеше саҡ күтәреп күсерә алған.

  • 1920 йылдан алып 1922 йылға тиклем беҙҙең илдә аслыҡ була. Аслыҡтың юғары нөктәһе 1921 йылға тура килә. Ололар һөйләүенсә ошо мәлдә мөгәзәй морг хеҙмәтен дә үтәй. Аслыҡтан миктәгән халыҡтың ҡышҡы сатнама һыуыҡта ҡәбер ҡаҙырға көсө етмәй, үлгәндәрҙе ерләй алмай. Аслыҡтан вафат булғандарҙы эт-ҡоштан һаҡлап, мөгәзәйҙә штабель итеп һалып торалар. Аҙаҡ яҙ етеп, көндәр йылынғас, зыяратҡа алып барып ерләйҙәр. Был аслыҡта Байназар ауылы кешеләренең яртыһынан күбеһе ҡырыла.
  • Мөгәзәйҙе махсус сәсеүгә тигән бөртөклө культуралар һаҡлауҙа файҙаланалар. 1929 йылда илдәге аслыҡ ваҡытында ла был запасҡа теймәҫкә тырышҡандар. Шулай булһа ла был игенде урларға маташыусылар табылған. Был турала нигеҙҙе, иҙәнде ҡайырып асырға маташҡан эҙҙәр һөйләй.
  • 1917-1922 йылдарҙа илдә граждандар һуғышы бара. Был һуғыш беҙҙең яҡты ла урап үтмәй. Аҡтар менән ҡыҙылдар араһында барған был һуғышта мөгәзәйҙең түбәһенә пушканан атылған снаряд тейгән. Был хәл былай була. Ҡыҙылдар Иҫке Монасип ауылында төпләнгәс, аҡтар сигенеп Байназар ауылына киләләр һәм шунда нығыналар.
 Аҡтарҙы ауылдан ҡыуып сығарыу өсөн, ҡыҙылдар Байназарҙы утҡа тоторға ҡарар итәләр. Пушканың тоҫҡаусыһы Байназар ауылы кешеһе була. Тыуған ауылын емермәҫ өсөн был патриот ҡыҙылармеец прицелдың координаталарын Ҡурыуҙы тауының битләүенә ҡарап үҙгәртә. 

Шул снарядтарҙың береһе тейә лә инде мөгәзәйгә. Билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында снаряд шартламай ҡала, тик түбәлә туп йәҙрәһенең уйымы тороп ҡала.

  • 1929 йылда колхоз төҙөлгәс мәгәзәйҙе колхозға файҙаланыуға бирәләр. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ла, унан һуң да мөгәзәй халыҡ хужалығына хеҙмәт итә. Әкренләп амбар тирәләй игенде һаҡлау, киптереү һәм эшкәртеү өсөн түбәлектәр, складтар төҙөлә. Ошо рәүешле МГЗ колхоз бөткәнсе халыҡ мәнфәғәтендә файҙаланыла.
  • Ауылға бәлә килгән ваҡытта ла мөгәзәй халыҡты ҡотҡарып ҡала. Үткән быуаттың 60-сы йылдар аҙаҡтарында Ағиҙел йылғаһы ташып, ярҙарынан сыға һәм Байназар ауылын һыу баҫа. Барыр ере булмаған халыҡ бала-сағаһы менән мөгәзәйгә килеп тула. Һыу кире ярҙарына ҡайтҡансы кешеләр мөгәзәйҙә ятып-тороп йөрөй.

Колхоздар бөтһә лә, мөгәзәйҙе емереп ташламайҙар. Ул әле лә тарихтың өнһөҙ шаһиты булып, Ҡурыуҙы битендә яралы ҡарт һалдат һымаҡ, беҙгә ата-бабаларҙан ҡалған аманат булып ултыра.