Байғаҙы ауылы тарихы

Викидәреслек проектынан

Байғаҙы ауылы — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы ауылдарының береһе.

Ә.Әсфәндиәровтың «Башҡортостан ауылдары тураһындағы мәғлүмәттәр» китабында былай тип яҙылған; «Сотник Байғаҙы Ҡунаҡбаев (1770 - 1853) Һәүәнәк йылғаһы буйында ауылға нигеҙ һала һәм уға үҙенең исемен ҡуша. 1816 йылғы ревизия материалдарынан күренеүенсә, Байғаҙы, Бикмөхәммәт, Килмөхәмәт, Ҡунаҡбай Тимер ауылында, ә 1850 йылғы ревизия буйынса, бала-сағалары менән Байғаҙыла йәшәй. 1859 йылда 220 кеше иҫәпләнә.

Байғаҙы ауылына нигеҙ һалыу[үҙгәртергә]

1844 йылдар тирәһендә Ырымбур губернаһы Верхний Урал өйәҙенең етенсе башҡорт кантонлығы Ҡарағай Ҡыпсаҡ олоҫы командаһының ун беренсе йорт старшинаһы Ҡунаҡбай Ҡарабаев тимерҙәрҙең бер өлөшөн Байғаҙы ауылына күсерә. Зәүрәт-сотник Байғаҙы Ҡунаҡбаев (1770-1853) Ҡунаҡбай Ҡарабаевтың улы була. Ул Һәүәнәк буйында ауылға нигеҙ һала һәм уға үҙ исемен ҡуша.

1816 йылғы рәүиздә (урыҫса-ревизская сказка. Архив, 696,518-се биттәр) Тимерҙә Ҡунаҡбай Ҡарабаевтың улдары Байғаҙы, Бикмөхәмәт, Килмөхәмәт йәшәй.

1850 йылдарғы рәүиздә Байғаҙы ауылы барлыҡҡа килгәс, ун икенсе ихатаны, йәғни хужалыҡты, 80 йәшлек Байғаҙы Ҡунаҡбаев етәкләй. Был мәлдә уның 74 йәшлек беренсе ҡатыны Сәғиләнән 29 йәшлек Аллағол исемле улы, Тәңребирҙе исемле 6 йәшлек ейәне, икенсе ҡатыны, 46 йәшлек Нәзифәнән уландары Шаһимырҙан (1834-1837), Шаһигәрәй (1834-1837), ун өсөнсө ихатала дүртенсе улы беренсе ҡатынынан Шәрәфетдин (1802 йылғы 42 йәш), ҡатыны Зәлифә- 43 йәш, ҡыҙы Динә, уландары Баһауетдин (1831 йыл), Зәйнәғетдин (1835 йыл), Мөхәмәтдин (1846), икенсе ҡатыны Зөбәйләнән (25 йәш) улы Рыҫҡол (1842) йәшәй.

Ун дүртенсе ихатала ҡатыны Фатима (38 йәш), бишенсе улы Ишмырҙа (1803), уландары Хөббөтдин (19 йәш), Ғәйнетдин (17 йәш), Ҡаһарман (6 йәш), Ибраһим (2 йәш) йәшәй.

Байғаҙы Ҡунаҡбаевтың ағаһы Бикмөхәмәттең (1754 йылғы) Килдеғол, Ишҡол, Исламғол, Юныс, Юлдыбай, икенсе ағаһы Әбделғазынан (1769 йылғы) Псәнчи (ейәне Дәүләтбирҙе), Абдулла, Солтанша, икенсе улы Ғөбәйтулла, Ғәбиҙулла, Мөхәмәтша тыуа.

Тимерҙән Байғаҙыға 102 ир-ат, 85 ҡатын-ҡыҙ, йәмғеһе 34 хужалыҡ күсеп ултырған. Шулай итеп, байғаҙыларҙың шәжәрә ағасын, ботаҡ-япраҡтарын, тамырҙарын дауам итеүсе фамилиялар; Баһауетдинов, Баймөхәмәтов, Псәнчин, Ишҡолов, Ҡаһарманов һ.б.

1859 йылда ауылда 220 кеше йәшәй, 1920 йылда халыҡ һаны икеләтә артып, 478 кеше була. Аслыҡ, һуғыш йылдары арҡаһында ихаталар һаны кәмей. Уларҙың 116 аты, 52 һыйыры, 47 һарығы, 14 кәзәһе, 14 солоғо иҫәпкә алынған. Әлбиттә, солоҡтарҙың барыһын да күрһәтмәгәндәр.

1834 йылдарҙа Тимер ауылында 664 кеше булған. Был йылдарҙа урыҫтарҙың башҡорт ерҙәрен талауы, көс ҡулланыуы, алдауы, осһоҙлата һатып алыу юлы менән эш итеүе дауам иткән. Янау, ҡурҡытыу менән башҡорттарҙы ошо бөлдөргөс алыш-бирештәргә күндергәндәр. «Артыҡ» биләнгән ер майҙандарын тартып алдырмау, ерҙәрен һаҡлау маҡсатында Тимер халҡы ла Байғаҙы, Аралбай, Бикташ ауылдарына һәм башҡа утарҙарға күсеп ултырған.

Рядовой Хәйбулла Ташбулатов, Рәсүл Ишкилдиндар Наполеонға ҡаршы һуғышҡан. Ниғмәтулла Юлъяҡшин 1812 йылғы һуғышта 15-се полк составында ике көмөш миҙалға, Байғаҙы Ҡунаҡбаев хәрби орденға лайыҡ булған.

Ауыл аҡһаҡалы Юлдаш Дауытов 1781 йылда 69 йәшендә үлгән. Зәүрәт есаул Өмөтҡол Ишмөхәмәтов, үрәтник башлығы Дәүләткилде Кулунаев (уларҙан Йомағужиндар таралған), Ишҡол, Исламғол Баймөхәмәтовтар, Итҡара, Ниғмәтулла Юлъяҡшиндарҙың да ауылды тергеҙеүгә өлөшө ҙур булған.

Байғаҙылар Һәүәнәк һыуын һыулаған, йәйләүҙәрҙә йәйләгән. Ауылда төп шөғөл малсылыҡ булған. Игенселек өсөн уңайлы ерҙәр әҙ, климат шарттары ла ҡырыҫ булғас, иген аҙ сәселгән. Улар 16 бот ужым бойҙайы, 320 бот бойҙай сәскән.

Ошо бәрәкәтле ерҙәрҙе төйәк иткән Байғаҙы Ҡунаҡбаевтың ҡәберлеге таш менән уратылып, кәшәнә формаһында эшләнгән.

Тимер ҡарттың быуынынан байғаҙыларҙы тоташтырыусы Кирәева (Аллабирҙина) Сәбилә инәй әлеге ваҡытта Ағиҙел ҡасабаһындағы ҡыҙы Рәйләлә йәшәй.

Ҡалҡаман ҡарттан (йәғни бәрей затын дауам итеүселәрҙән, эште ен һымаҡ тиҙ, шәп эшләүселәрҙән) Байғаҙыға күсеүселәр Ҡотлогилдин, уландары Иҫәнбаевтар, Бикмөхәмәтовтар, Иманғоловтар, Күсәрбаевтар, Балапановтар, Баязитовтар һ.б. таралған. Аралары-Һәйетбай, Һармаҡтар-Даутовтар һ.б. 1816 йылда Иҫәнбай Ҡалҡамановҡа 38 йәш була. Уның ҡатыны Кинйәбикә (24 йәш). Улы: Рәхмәтулла (9 йәш). Ҡыҙҙары: Йомабикә (24), Миңлебикә (10), Ҡаҙбикә (7), Һөйәрбикә (1 йәш). Байғаҙы ауылында йәшәүсе Рәхмәтуллиндар Иҫәнбай Ҡалҡамановтан таралғандар. Ҡотлогилде Ҡалҡамановтың улдары Байсәйет, Сәйетҡол, Сәйетбай, Күсәрбай.

Байғаҙы ауылы тарихы[үҙгәртергә]

XX быуатта ауыл үҫә. 1920 йылда 98 хужалыҡта 428 кеше, 2007 – 492 кеше. 1921 йылда ауылда ҙур янғын була. Был ваҡытта иҫ китмәле ауыр аслыҡ йылдарынан һуң халыҡ һаны кәмей. Һөҙөмтәлә 1925 йылда – 44 хужалыҡ, 230 кеше. Байтаҡ халыҡ ситкә китә. 1930 йылда әкренләп колхоз ойоштора башлайҙар. Тәүге председатель Шахморатов Искәндәр. Ауылда төрлө йылдарҙа бригадир, председатель, партком үҙгәртеп тора. Халыҡ өсөн хеҙмәт итеүселәр, Заманов Шәйхислам, Баязитов Ярулла, Рәхмәтуллин Аллабирҙе, Мәжитов Әхмәт ауыл менән етәкселек итәләр. Бөйөк Ватан һуғышында 61 кеше ҡатнаша.

1936-1957 йылдарҙа – «Ворошилов» колхозы

1957-1959 йылдарҙа – «Партизан» колхозы

1959 -1966 йылдарҙа – «Сталин» колхозы

1966-1969 йылдарҙа – Яңы Усман менән берлектә «Үрнәк» совхозы

Ауылда 1982 йылда ауыл Советы ойошторола, клуб, мәктәп, балалар баҡсаһы, медпункт эшләй. Үрнәк хужалығының Байғаҙы бригадаһы эшләп килә, ул игенселек, мал үрсетеү менән шөғөлләнә. Илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, тәүәккәл кешеләр үҙ эштәрен астылар: сауҙа, пилорамалар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының эштәре үҫешә. Эшсән, белемле кешеләре менән бай ул байғаҙылар.

2010 йылда райондың 80 йыллығын билдәләгәндә ауылда 112 хужалыҡта 431 кеше йәшәй. Юғары уҡыу йортоноң көндөҙгө бүлегендә 14 студент, урта махсус уҡыу йортонда 11 уҡыусы уҡый.

Хужалыҡтарҙа һыйыр малдары 379 баш, шуның 153-ө һыйырҙар, аттар 97 баш, кәзә-һарыҡтар 522 баш, бал ҡорто 56 баш, ҡош-ҡорт 927 баш. Халыҡта техникала күп: еңел машиналар 61, йөк машиналары 4, тракторҙар 28.

Ауылда 9 йыллыҡ мәктәп, фельдшер-акушер пункты, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, ауыл Советы хакимиәте, Үрнәк ауыл хужалығы предприятиеһының Байғаҙы бригадаһы, 4 шәхси пилорама, 4 эшҡыуарҙың магазины эшләй. 2009 йылдың 1 октябрендә мәсет асылды.

"Ә. Әсфәндиәров китабында Байғаҙыла ялан яғынан килгән халыҡ байтаҡ, тигән фекер бар. Бында "Әбйәлил районы Таһир ауылынан килгән кешеләр барлығы асыҡлана. Ә уларҙың ҡасып килеп был тирәләргә ултырыуы ҡаҙаҡ эҙәрлекләүҙәренә барып тоташа. Уныһы инде айырым тарих.

Әлеге көндә ауыл матур, төҙөк. Медпункт, мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб, өс магазин, ферма бар. Ауыл халҡының төп кәсебе – йылҡысылыҡ, ҡортсолоҡ, таҡта ҡырҡыу, малсылыҡ.

Байғаҙы мәктәбе тарихы[үҙгәртергә]

1924 й. – 1951й. – Башланғыс мәктәп

1951й. – 1956 й. – 7 йыллыҡ мәктәп

1956 й. – 1970 й. – башланғыс мәктәп

1970 й. – 1993 й. – 8 йыллыҡ мәктәп

1993 йылдан – урта мәктәп».

1924 йылда Байғаҙы ауылында ике йыллыҡ мәктәп асыла. Дәрестәр ғәрәп телендә алып барыла. Ауылдың беренсе уҡытыусыһы-сәсән Сабирйән Зәки улы Мөхәмәтҡолов.

1929-1930 уҡыу йылында Ғәлиәкбәрҙән Сәғитов Хаммат Ҡәйүм улы латин хәрефе һәм ысулы буйынса дәрестәр бирә. Мәктәптә тәүләп түбәндәге уҡытыусылар эшкә килә: Әхмәт Гәрәев (Баймаҡ районы), Шәриф Ишҡыуатов (Байназар), Сабирйән Әхмәтов (Монасип), Ғизетдин Муллағолов (Иҫке Монасип), Маһира Хәсәнова, Исмәғизәм Йәһүҙин (Килдеғол), Мостафа Хәсәнов (Байғаҙы).

Шулай итеп, йылдан-йыл коллектив тағы ла тулылана. Мәктәп 1951-1952 йылдарҙа 7 йыллыҡ, 1970 йылда 8 йыллыҡ китә. 1993 йылда дөйөм урта белем биреү мәктәбе итеп үҙгәртелә. Әлеге көндә Мәктәп 9 йыллыҡ.Иҫке Собханғол мәктәбенең филиалы итеп үҙгәртелгән.

Ауылдың ер-һыу атамалары[үҙгәртергә]

Үтәйәмбәт[үҙгәртергә]

Байғаҙы ауылы халҡы борон-борондан һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән. Үтәйәмбәт исемле бик яҡшы һунарсы йәшәгән. Саңғыла ла оҫта йөрөр булған. Боландарҙы, илектәрҙе саңғы менән баҫтырып тотҡан.

Шулай итеп, яҙҙың бер көнөндә Үтәйәмбәт һунарҙа болан баҫтырып килгәнендә, болан артынан тауҙан шыуып китә. Тауҙар текә булғанлыҡтан, ҡар ҙа аҫҡа шыуа, һунарсы бер нисек тә ҡотола алмай. Бейек тауҙан осоп төшөп шунда уҡ һәләк була.

Аслыҡ йылдарында ауыл халҡын болан, ҡуян, илек ите менән ҡараған оҫта һунарсыны халыҡ онотмай, уның хөрмәтенә был бейек тауға уның исемен ҡушалар.

Сәңгелдәк[үҙгәртергә]

Был иҫ китмәле саф, шифалы, таҙа йылға Байғаҙы ауылына инеү менән сылтырап көлөп ҡаршы ала. Йылға буйында бәләкәй-бәләкәй сабынлыҡтар күп. Бесән ваҡытында сабынлыҡтарға килгән ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре менән бала-сағаларын да алып килер булғандар. Йылға эргәһендәге муйыл ботаҡтарына сәңгелдәк элгәндәр. Шуға ла халыҡ был йылғаны Сәңгелдәк тип атай башлаған.

Һәүәнәк йылғаһы[үҙгәртергә]

Байғаҙы ауылы Һәүәнәк йылғаһы буйында урынлашҡан. Һәүәнәк һүҙе һеүән тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан. Нимә ул Һеүән. Һеүәнде тәржемә иткәндә «көслө ағымлыҡ» тигәнде аңлата. Бынан тыш балыҡ тотоу өсөн һеүән (мурҙа) һалғандар. Ул муйыл йәки талдан үрелгән бер ҡатлы мурҙа. Хәҙерге ваҡытта Һәүәнәк бик ныҡ һайыҡты. Сөнки ярҙарындағы ағасты ҡырҡып бөттөләр. Шулай уҡ бөтә райондың малы Һәүәнәк буйында йәйләй. Йылға бысрана. Балыҡ һирәгәйә.

Әбей тоноғо[үҙгәртергә]

Аслыҡ Байғаҙы ауылын да ситләп үтмәй. 1921 йылда күп халыҡ ҡырыла.

Яҙ етә. Аслыҡтан халыҡ төрлө үләндәр менән туҡлана; һарына, әттек, йыуа һ.б. Шуларҙы эҙләп төрлө яҡҡа сығып китә торған булғандар.Һарағы (Килдеғол) ауылында йәшәгән бер инәй ҙә, балаларын туйындырам тип, үлән ризыҡтарын йыйырға сығып китә. Яҙғы ташҡында Һәүәнәк тә бик ныҡ ташҡан була.

Кисеү аша сығып барған ваҡытта, ташҡын әбейҙе ағыҙып алып китә. Ул ағып барып бер тоноҡта тамырға эләгеп тора. Күпмелер ваҡыт уҙғас әбейҙе табалар һәм шул тоноҡто «"Әбей тоноғо» тип атай башлайҙар.

Күрән[үҙгәртергә]

1930-сы йылдарҙа Сыбар йылғаһы буйында бик матур туғайҙар булған. Унда йәйләү өсөн малдары һәм ғаиләләре менән күсеп йөрөр булғандар. Улар араһында минең ҡарт олатайым да була. Улар бында бик күп малы улдары, ейәндәре менән бергә ҡарайҙар.

Был урындар йәйләү өсөн бик уңайлы булған. Яҡында ғына Сыбар йылғаһы аға. Малға туҡланыу өсөн туғайҙары ла бик күп. Сыбар йылғаһы бик үҙенсәлекле. Ул ер өҫтөнә бер килеп сыға, бер кире инеп юғала.

Йылға юғалып киткән урындарҙа дымлы туғайҙар бар. Унда бик күп күрән үләне үҫә. Шунлыҡтан был йылғаны һуңғараҡ Күрән йылғаһы тип атай башлайҙар. Туғайҙарҙы ла Күрән туғайҙары йәки Күрән бесәнлеге тип атайҙар.

Ураҙы тауы[үҙгәртергә]

Борондан Байғаҙы ауылы халҡы кустарсылыҡ менән шөғөлләнгән. Улар көрәк, септә эшләп, ялан яғына алып барып игенгә алмаштырғандар.

Ауылды сыҡҡас та, текә тауҙы менергә тура килә. Ураҙы тауы бик бейек һәм бик текә. Тауҙы үрләгән ваҡытта, «үр аҙымын» менер кәрәк, тип һөйләп торор булғандар. Шул һүҙҙән килеп сыҡҡан да инде Ураҙы исеме. Шулай уҡ тауҙың аҫтында гәлсәр табыла. Уны көрәк менән ҡаҙып алалар. Ошо бейек тау янында Ураҙы исемле бер бай йәшәгән һәм үҙенең байлығын ошо тау аҫтына йәшергән, тип тә фаразлайҙар.

Арғынбай яланы, йәки Айыуһуҡҡан яланы[үҙгәртергә]

Элек Байғаҙы ауылы халҡы, яҙ етеп, үләндәр ҡалҡҡас, төрлө яҡтарҙа йәйләргә күсеп ултыра торған булған. Ауылдың иң бай кешеһе Арғынбай ҙа үҙенең бик күп мал-тыуары менән ауыл ситендәге 6ур яланға йәйләүгә сығыр булған. Ул был яланда бесән сапҡан, мал үрсеткән, айыуға һунарға йөрөгән. Шулай, көҙ етәрәк, айыуға һунарға сыҡҡанында уны айыу талай. Арғынбай үлеп ҡалғас, ул яланды Арғынбай яланы йәки Айыуһуҡҡан яланы тип тә атайҙар.

Һылтанма[үҙгәртергә]