Эстәлеккә күсергә

Балабан

Викидәреслек проектынан

Башҡортостан ҡоштары

Балабан

[үҙгәртергә]

Балабан — йыртҡыс ҡош, ыласындар ғаиләһенән (урыҫ телендә — балобан, латинса — Fakco cherrug Grey).

Евразия киңлектәрендә йәшәй. Төркмәнстанда был төр юғалған.

Ҡарға ҙурлығындағы ҡош.

Осҡан сағында тар оҙон ҡанаттары һәм ҡыҫҡа ҡойроғо күҙгә ташлана.

Һырты һорғолт көрән, һәр ҡауырһынының сите һары. Ҡойроғонда һары төҫтәге арҡыры һыҙыҡтар бар. Төҫө сапсандан тоноғораҡ, аҡ сикәле.

Тауышы яңғырауыҡлы: «ҡыйыҡ-ҡыйыҡ».

Ҡая ташлы урмандарҙа йәшәй. Ояһы ағас баштарында, ҡая таш йәки упҡын һикәлтәләрендә була. Асыҡ урында һунар итә. Ҡош-ҡорт, кнеҫәртке, йомрандар менән туҡлана.

Күсмә ҡош. Һирәк осрай. Балабандар аҙ һанлы.

Ҡара таплы 3-5 бөртөк һарғылт көрән ймортҡа һала. Инә балабан бер ай дауамында күкәйҙәрен баҫа. Ата балабан ошо арауыҡта уны ашата. Ҡошсоҡтары ай ярымда нығына һәм оса ала.

Элек ауға йөрөр өсөн ҡулға эйәләштергәндәр.

Атаманың этимологияһы төрки сығанаҡлы: ҙур, көслө тигән мәғәнәгә эйә.

Рәсәй Федерацияһының «Ҡыҙыл китабы»на индерелгән.

Сығанаҡ

[үҙгәртергә]
  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары (белешмә китап). Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте. 1986 й., 8-9 б.