Эстәлеккә күсергә

Балан

Викидәреслек проектынан

Балан((русса: Калина обыкновенная, лат. Vibúrnum ópulus)— бейеклеге 4 м-ға етә алған ҡыуаҡ. Май — июнь айҙарында аҡ сәскә ата. Август — сентябрҙә емеше өлгөрә.

Балан ҡыуағы ҡатнаш һәм япраҡлы урмандарҙа, аҡлан­дарҙа, йылға һәм күл буй­ҙарында үҫә. Ул дымлы тупраҡты ярата, һалҡынға бирешмәй, тура төшкән ҡо­яш нурҙарын яратмай. Шу­ның өсөн балан ҡыуағын баҡсаның түбәнерәк урыны­на, өй йәки ағас ышығына ултыртыу яҡшы.

Балан ҡыуағы ғәҙәттә ти­рә-яҡҡа йәйелеп үҫә, бейек­леге 3—4 метрға тиклем етә. Ул йыл һайын емеш бирә, сөнки бик һуң, яҙғы ҡырауҙар үткәс, июндең икенсе яртыһында ғына, сәскә ата. Емештәре август аҙағында — сентябрь ба­шында өлгөрә. Улар сей көйөнсә лә ашарлыҡ була, ләкин ауыҙҙы ҡура, әсе. Кырпаҡ ҡарға тиклем ул­тырған балан емеше артыҡ әсе булмай..

Баландың химик составы буйынса дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә]

Балан витаминдарға бик бай: A, E, P, К, Р, С витамины лимондағына ҡарағанда 70%-ҡа күберәк.

Микроэлементтары һәм минералдары буйынса бик ҡиммәтле дарыу сығанағы булып тора (ванадий, калий, кальций, кобальт, магний, марганец, молибден, натрий, никель, титан, цинк, цирконий, фосфор).

Емештәрендәге тимер миҡдары арҡаһында ҡан эшләүҙәге әһәмиәте әлморон һәм ҡара ҡөртмәленеке менән тиң.

Дарыу әһәмиәтенән баландың ҡабығы, япраҡтары сәскәләре, емештәре, орлоҡтары, йәғни бөтә өлөштәре лә файҙалы.Шуның өсөн дә, емештәрен эшкәрткәндә орлоҡтарын ташлау бөтөнләй ярамай.

Емештәренең химик составы

[үҙгәртергә]

Дупланған матдәләр – 3%.

  • Полисахаридтар – до 32%.
  • Пектин матдәләр (глюкоза, галактоза, ксилоза, арабиноза) – 2,5%.
  • Липидтар.
  • Аминокислоталар (серин, глутаминовая и аспарагиновая кислоты, аланин, глицин, аргинин...).
  • Органик кислоталар – 3% (һеркә, ҡырмыҫҡа, изовалериан, каприл кислоталар)
  • Витамин С – 90 мг % тирәһе
  • Каротин.
  • Микроэлементтар –тимер, баҡыр, цинк һәм башҡалар.
  • Макроэлементтар – кальций, магний, калий
  • Флавоноидтар. Балан һутына алма иҙмә­һе (пюре) өҫтәһәң, марме­лад һәм ҡаҡ эшләргә була. Баландан варенье ҡайната­лар, бәлеш һәм ватрушка бешерәләр, кеҫәл һәм вино яһау өсөн дә файҙаланалар.

Орлоҡтарының химик составы

[үҙгәртергә]
  • Майҙар – 21% (миристин, пальмитин, пальмитолеин, стеарин, олеин, линолен, лигноцерин, церотин, арахидон һәм беген кислоталары)
  • Липидтар -12%
  • Аҡһымдар — 6% (орлоҡтарҙың ҡоро массаһының)

Балан ҡабығының составы

[үҙгәртергә]
  • Холин һымаҡ матдәләр – ~ 20 мг.
  • Гликозид вибурнин – 3-6%.
  • Витамин K1 — 28-30 мкг/г.
  • Аскорбин кислотаһы — 80 мг;
  • Каротин — 20 мг.
  • Ыҫмала һымаҡ матдәләр — 6,12-7,26%.
  • Органик кислоталар— ҡырмыҫҡа, һеркә, каприл, изовалериан кислоталар – 2 %-ҡа тиклем
  • Дуплаусы матдәләр – 1%-ҡа тиклем

Баланды үрсетеү

[үҙгәртергә]

Баланды орлоҡтан һәм ҡыуаҡ төбөнән сыҡҡан йәш үҫентеләрҙән үҫтерергә мөм­кин. Орлоҡто көҙ көйө сә­сәләр. Үҫентене 2 йыл бу­йына яҡшылап тәрбиәләй­ҙәр һәм көҙ көнө даими урынға күсереп ултырталар.

Соҡорҙо 50x50 сантиметр ҙурлығында ҡаҙалар, тиреҫ,калийлы, фосфорлы һәм азотлы минераль ашламалар менән ашлайҙар. Балан йыш һыу һибеүҙе, ашлауҙы, тө­бөн даими йомшартып то­роуҙы ярата. Уның ҡороған, ҡартайған ботаҡтарын ҡыр­ҡып торалар. Тәүге йылдар­ҙа баланды һындырып йы­йырға ла кәрәк, был сара һәйбәт ҡыуаҡ формалашты­рырға мөмкинлек бирә. Да­ими ашлап, төбөн йомшар­тып һәм һыу һибеп торһаң, һәр балан ҡыуағынан 20 —25 килограмға тиклем балан йыйып алырға була.

Баланды тамам бешеп еткәс кенә, ҡоро көндә ти­реп алырға кәрәк. Ашау өсөн йыйылған баланды ғә­ҙәттә баулайҙар, ә дарыуға йыйылғанын һауала япма аҫтында йәки мейестә 60 — 80 градус эҫелектә кипте­рәләр.

Балан ҡайырыһының шифаһы

[үҙгәртергә]

Баландың ҡайырыһы бик файҙалы. Ҡайыры составында вибурнин исемле гликозид, ҡырмыҫҡа, изовалериан кислоталары, каротин, С витамины, башҡа биологик актив матдәләр табылған. Бигерәк тә С витамины күп.

Уны иртә яҙ менән, апрель — май айҙарында, ағас һуты шәп йөрөгән мәлдә, ҡайыры еңел һыҙырылған мәлдә әҙерләп алалар

Күләгәлә һәм ҡоро урында кип­терәләр һәм ваҡ ҡына итеп онтайҙар.. Тамырҙарынан эшләнгән һарҡынды ҡылауыр, көҙән йыйырыуға ҡаршы һәм ҡул­ланыла.

Балан ҡайырыһынан әҙерләнгән ҡайнатманы

- берәй ағзанан ҡан туҡтатыу өсөн (үпкәнән, аналыҡтан ...) ,

-геморрой шешектәре ҡанағанда,

-нервылар ҡаҡшағанда, йоҡоһоҙлоҡтан,

-тын алыу юлдарына һыуыҡ тейгәндә,

-йоҡ­лай алмай яфаланғанда,

-ҡылауырға ҡаршы,

-көҙән йыйырыуҙы баҫыу маҡсатында ҡулланыла.

Ҡайнатманы әҙерләү ысулы: 2 аш ҡалағы киптереп ваҡланған балан ҡайырыһын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, талғын утта ярты сәғәт ҡайнатырға кәрәк.

Ҡайнатманы көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә.

Ауыҙ эсе боҙолғанда, теш ите ҡанағанда был дауа менән ауыҙҙы сайҡарға мөмкин.

Балан емештәренең шифаһы

[үҙгәртергә]

Баланда шәкәр бик күп, 3 процентҡа тиклем дуплау матдәһе бар, ул С һәм Р витаминдарына, органик кис­лоталарға һәм каротинға бай.

Баландың емешен, уның һутын ҡан баҫымы юғары булғанда ҡабул итеү шифалы. Һутын һәм һар­ҡындыһын (отвар) һалҡын тейгәндә, йүтәлләгәндә, эс киткәндә бал ҡушып әсәләр.

Бронх астмаһы менән ауырығанда ла балан һуты әсәләр. Ул ауыр­тыуҙы баҫа һәм ҡан баҫы­мын түбәнәйтә. Балан йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡан тамырҙары ҡы­ҫылған ваҡытта ла файҙаһы ҙур.

Емешенән әҙерләнгән төнәтмәне нервылар ҡаҡшағанда, өҫкө тын алыу юлдары шешкәндә, бөйөр сирҙәре­нән шешенгәндә, эс киткәндә ҡулланырға кәңәш ителә.

Баландан бешерел­гән витаминлы сәй организм­ды нығыта һәм нервыларҙы тынысландыра.

Балан емештәре:

  • иммунитетты нығыта,
  • һалҡын тейгәндән дауалай,
  • тамаҡты йомшарта
  • авитаминоздан дауа,
  • яман щештән һаҡлай,
  • аллергияны иҫкәртә,
  • бәүел ҡыуа,
  • ҡан ағыуҙы туҡтатыусы булып тора,
  • гипертониянан дауалай,
  • организмды шлакьарҙан таҙарта,
  • бауырҙың эшмәкәрлеген яҡшырта,
  • нервы системаһын тынысландыра,
  • мейене сирҙәрҙән һаҡлай,
  • аш һеңдереү каналы эшмәкәрлеген көйләй,
  • йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлегенә ыңғай йөғонто яһай,
  • гипертониянан дауалай,
  • ҡанда холестеринды кәметә,
  • пульсты нормаға килтерә.

Төнәт­мәне әҙерләү: 1 балғалаҡ киптереп ваҡланған балан емешен i стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 40-50 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 2-3 тапҡыр, ашар алдынан, 1-2 аш ҡалағы эсергә.

Балан емешен һаҡлауға әҙерләү: тәүҙә һулытылар, аҙаҡ килеп янып бөткән мейестә (температура 50-55 градустан арт* маһын) киптереләр.

Кипкән дауаларҙы һаҡлау ғәҙәттәгесә — ҡоро урында.

Баландан желе

[үҙгәртергә]

Әсе булмаһын өсөн ба­ланды тәүге ҡырауҙарҙан һуң ғына йыялар. 7—8 ми­нут ҡайнар һыуға һалып алалар, һыуын алмаштыра­лар ҙа йомшарғансы беше­рәләр. Бешкән баланды иҙә­ләр һәм иләк аша үткәрә­ләр. Иҙмәгә 1 килограмм массаға 1,2 килограмм шә- кәр ҡушып болғаталар һәм 50 минут ҡайнаталар. Кеҫәл һымаҡ был әскелтем ашам­лыҡты сәй өҫтәленә ҡуялар,