Балан бәлеше
Балан бәлеше — эслегенә бешкән балан һалып бешерелгән ҡамыр аша.
- 1 йомортҡа
- 2 стакан он
- 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
- 0,5 сәй ҡалағы сода
- 0,5 сәй ҡалағы тоҙ
- 500—550 гр. әҙер балан
- 1 йомортҡа — бәлеш өҫтө өсөн
- 1 сәй ҡалағы май - таба майлар өсөн
- 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
- 1 сәй ҡалағы – крахмал йәки манка
Әҙерләү ысулы
[үҙгәртергә]Балан томалап бешерелә. Йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Балан һыуытыла, эсенә 1 сәй ҡалағы крахмал йәки манка һалына (бәлеш ҡырҡҡанда һуты аҡмаһын өсөн). Ҡамырҙы икегә булергә, бер бүлеме (бәлештен аҫты) ҙурыраҡ булырға тейеш. Ҡамырҙың ҙур киҫәге 5-7 мм ҡалынлығында йәйелә һәм майланған, онланған табаға һалына. Ҡамыр өҫтөнә һыуытылған баланды матурлап түшәп һалалар, өҫтөнә әҙерәк шәкәр ҡомо һибәләр. Балан өҫтөнә икенсе йәймәне ҡаплағас, аҫтағы ҡамыр менән берләштереп ситтәрен йәбештереп үрәләр. Бәлештең өҫтөндәге ҡамырын уртаһынан тишергә (бешкәндә эсендәге боҫ сыҡһын өсөн), шул уҡ ҡамырҙан бәлеш өҫтөнә япраҡтар эшләп биҙәп тә була.
Бәлеш 200 С духовкала йәки мейестә 20-25 минут бешерелә. Бешкән бәлештең өҫтөнә йомортҡаның һарыһын һөртөлә.