Бала имеүе (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Ике тупылдыҡҡа бер сипылдыҡ.
- Ике аҡҡош,
Араһында бер аҡ баш. - Ике тубырсыҡ,
Килеп ҡунды сыйырсыҡ. - Ике һанат,
Ике һанат ҡаршыһында бер һалдат. - Һике-һике һиңк итә,
Һике башы мөлк итә.
Шур ҡашҡаһы баҡыра,
Майлы ҡарыны саҡыра. - Елек-елек елкетә,
Елек төбөн һелкетә,
Һыу-һыу тиеп баҡыра,
Солтанбикә саҡыра.