Балта (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Бәләкәй генә малай
Урман төбөн ялай. - Бәләкәй генә бер бәндә
Бөтөн урманды яңғырата. - Күккә менһә, ялт итә,
Ергә төшһә, шалт итә. - Йәнле һуға, йәнһеҙ яра.
- Бара ағай урман буйлап,
Билбауында көҙгөһө.
Көҙгөһөн алды, эйелде —
Имән йығылды. - Өйгә ҡайта, һике аҫтына кереп ята.