Балтырғандан ризыҡтар

Викидәреслек проектынан

Балтырған турамаһы[үҙгәртергә]

500 г. балтырған көпшәһенең тышын таҙартырға, башлай 1 һуғанды турарға, кишерҙе ваҡ ҡырғыстан үткәрергә, ҡаты бешкән ике йомортҡаны ваҡларға, һарыһын ыуырға ла, барыһын бергә ҡушып болғатырға. Шыйыҡ май йәки ҡаймаҡ ҡушырға. Һуған менән кишерҙе майҙа быҡтырып ҡушырға мөмкин.

Балтырған бөйөрөгө[үҙгәртергә]

Күмәстеке кеүек сөсө ҡамыр әҙерләйбеҙ. 500 г йәш балтырған япрағы, 250 г йәшел йәки башлай һуған, 100 г дөгө, 2 йомортҡа, 30 г аҡ май алабыҙ. Балтырғанды 3-5 минут бешекләйбеҙ, турайбыҙ, ныҡ ҡурылған һуған һәм ҡаты бешереп ваҡланған йомортҡа, бешерелгән дөгө ҡушабыҙ. Ошо эслек менән бөйөрөктәр эшләп, майҙа бешерәбеҙ.

Балтырған билмәне[үҙгәртергә]

250 г иткә 100 г балтырғанды, бер баш һуғанды ваҡ ҡына итеп турап, ҡушабыҙ, өҫтөнә бер сей йомортҡа һытып, болғатабыҙ. Ошо эслектән билмән яһайбыҙ. Һурпаға йә ҡайнар һыуға һалып бешереп алғас, табынға ҡаймаҡ йәки башҡа тоҙлоҡ менән менән бирәбеҙ.