Эстәлеккә күсергә

Балтырғанлы аш

Викидәреслек проектынан

Балтырғанлы аш — башҡорттарҙың милли ризығы. Йола буйынса, башҡорт йылына кәмендә өс тапҡыр балтырғанлы аш бешереп ашарға тейеш. Ғәҙәттә, яҙғыһын, балтырған ҡурпып килеп сыҡҡан мәлдә, ыуыҙ япраҡтарынан — бәпкәләренән бешерелә. Шуға ла үҫемлектең икенсе исеме — бәпкә үләне.

Ҡатнашмалар

[үҙгәртергә]

3-5 кешелек ашҡа 1 тәрилкә ту­лы балтырған, 3 картуф, 3 йомортҡа, 1 кишер, 1 стакан самаһы он, тәменә ҡарап, тоҙ, борос, ҡаймаҡ, ҡатыҡ кәрәк.

Әҙерләү ысулы

[үҙгәртергә]

Беренсе ысул

Ваҡлап турап, ҡайнар һыуға төшөрәләр. Ашты ярма, картуф, кишер, ыумас, туҡмас, йомортҡа ҡушып бешереп тә төрләндереп була. Ашҡа ҡаймаҡ, һөт өҫтө, һөт йәки ҡорот өҫтәргә, борос, һуған, йыуа менән тәмләндерергә мөмкин.

Икенсе ысул

160 г балтырған, юл япрағы, күгүлән, 40 г һоло ярмаһы, 10 г кишер, һуған, май, 40 г ҡаймаҡ, тәмләткестәр. Ярманы яртылаш бешерергә. Уға үләндәрҙе өҫтәп, 20 минут ҡайнатырға. Бешеп сығыр алдынан ҡыҙҙырылған һуған һалырға. Өҫтәлгә ҡаймаҡ һалып бирергә.

Балтырған — көслө дауа

[үҙгәртергә]

Балтырғандың япраҡтары һәм һабағы майҙарға, углеводтарға, витаминдарға, ферменттарға, микроэлементтарға бик бай. Составындағы биологик актив матдәләре аш һеңдереү системаһының эшмәкәрлеген көйләй. Тамыры һәм япраҡтарынан әҙерләнгән төнәтмә аппетиты аса, аш һеңдереүҙе яҡшырта, шештәрҙе бөтөрә. Матдәләр алмашыныуҙы яйға һала. Нервы системаһын тынысландыра. Шуға ла, балтырғандан әҙерләнгән һәр аҙыҡ төрө — баһалап бөткөһөҙ дауа ла.

Балтырғандан әҙерләнгән ризыҡтар

[үҙгәртергә]

Йәш япраҡтарынан (бәпкәләренән) турама, пирожки, бәлеш өсөн эслектәр әҙерләйҙәр. Һабаҡтарын әрсеп, сей көйө лә ашайҙар.

Запасҡа әҙерләп тә ҡуялар. Бының өсөн киптерәләр, тоҙлайҙар, туңдыралар. Киптерелгән япраҡтарын ыуып, аш тәмләткес итеп файҙаланалар.

Тоҙланғанын былай ғына ашарға, гарнирға ҡушып бирергә мөмкин. Шулай уҡ, аш ҡушып ебәрергә лә була. Туңдырылғанын щи, борщ бешергәндә файҙаланалар.

Балтырғандан турама

100 г бәпкә, 50 г йәшел һуған, 100 г картуф, 10—15 г үҫемлек майы, тоҙ, тәмләткестәр. Япраҡтарҙы ваҡлап турап, бер еңелсә ыуалар. Бешкән картуфты, йәшел һуғанды турап ҡушалар. Тоҙ, май, тәмләткестәр ҡушып бутайҙар.

Ашҡа ҡушымта әҙерләү

Япраҡтарын турағыстан үткәреп, 1 кг/200г иҫәбенән тоҙ ҡушып, быяла һауыттарға тултыралар.