Эстәлеккә күсергә

Балтырған ашы

Викидәреслек проектынан

Йылына бер балтырған ашамаған кешенең эсе ҡортлар имеш — шулай тигән боронғолар. Балтырғандың һабағында һәм япраҡтарында С витамины лимондан бер нисә тапҡырға күберәк, каротин, тимер, никель, баҡыр, марганец, титан, бор һымаҡ һирәк осрай торған микроэлементтарға бай. Былар кеше организмы өсөн ифрат кәрәкле матдәләр. Кешене тынысландыра торған үҙенсәлеге лә бар.

Ашҡа һалынған ҡушылмалар

[үҙгәртергә]
  • Тауыҡ һурпаһы
  • Балтырған
  • Бәрәңге
  • Һуған
  • Өй туҡмасы
  • Әсе ҡатыҡ йәки ҡорот
  • Тоҙ

Бешереү

[үҙгәртергә]

Тауыҡ һурпаһы бешерелә. Бәрәңге турап, бешеп етер саҡта һуған, үҙегеҙ теләгән күләмдә балтырған турап һалығыҙ, ул ҡабарып сығыу менән үҙегеҙ баҫҡан туҡмас төшөрөгөҙ. Әгәр киптерелгән йәки һатыу туҡмасы булһа, балтырғандан алда һалына.

Табынға әсе ҡатыҡ йә ҡорот менән бирелә.

«Ҡоролай» балтырған ашы аҡ май һалып тәҡдим ителә.