Эстәлеккә күсергә

Балыҡтан бәлеш

Викидәреслек проектынан

Мәҡәлә «Башҡортостан ҡыҙы» журналында баҫылған, 2012 й.

Хәҙер заман ҡатын-ҡыҙҙары бар яҡлап өлгөр һәм уңған. Улар эштә лә һынатмай, өйөн дә балҡытып тота, тәмле итеп аш-һыуын да хәстәрләй. Ашығып йөрөгәндә, ҡул аҫтында нимә бар, шуларҙы файҙаланып ҡына бынамын тигән ризыҡ әҙерләргә мөмкин. Күпселек гүзәл заттарыбыҙҙың ваҡыты самалы булыуын иҫәпкә алып, журналда еңел һәм тиҙ генә бешерелә торған аш-һыу төрҙәрен тәҡдим итмәксебеҙ.

Ҡамыр өсөн кәрәк: 1 стакан кефир, ярты стакан майонез, 3 йомортҡа, 8 ҡалаҡ он, самалап тоҙ.

Эслек өсөн: 1 стакан дөгө ярмаһы, 1 банка майлы консерва (сайра йәки башҡа төрлө балыҡтан).


Иң башта дөгө ярмаһына аҙ ғына тоҙ һалып, талғын утта бешереп алабыҙ. Аҙаҡ һалҡын һыуға һалып сайҡатып, һыуын һарҡытабыҙ. Бер банка сайра консерваһын сәнске менән иҙәбеҙ.

Кефирға майонез, йомортҡа, он һәм тоҙ һалып, шыйыҡ ҡаймаҡ ҡуйылығына еткәнсе болғатабыҙ.

Майланған табаға ҡамырҙың яртыһын ҡойғас, өҫтөнә тигеҙ генә итеп әҙер дөгө ярмаһын, шунан һуң консерва балығын һалабыҙ ҙа ҡалған ҡамырҙы ҡойоп сығабыҙ. 180-200 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 25-30 минутта әҙер була.