Балыҡ котлеты

Викидәреслек проектынан

Алдан әҙерләнгән балыҡ итен алабыҙ йә, балыҡтың һөйөктәрен таҙартып, ит турағыстан һуған менән бергә үткәрәбеҙ. Балыҡ фаршына һөттә ебетелгән икмәк, йомортҡа, йәшел үләндәр, тоҙ, борос ҡушабыҙ һәм яҡшылап болғатабыҙ. Барлыҡҡа килгән массаны, әллә ни ҙур булмаған котлеттар яһап, ҡалған йомортҡаға манабыҙ, сохариҙа әүәләйбеҙ ҙә табала эретелгән майҙа ике яҡлап ҡыҙҙырабыҙ. Котлеттарҙы ҡайнар килеш йәшелсәләрҙән бешерелгән ризыҡтар, салаттар янына лимон соусы менән бирәбеҙ. Һылтанма: https://matbugat.ru/enc/balyk-kotlety-2332/

Ингредиенттар[үҙгәртергә]

  • 1 кг балыҡ,
  • 1 баш һуған,
  • сирек стакан һөт,
  • 2 аш ҡалағы үҫемлек майы,
  • 2 телем аҡ икмәк,
  • ярты стакан ваҡланған сохари,
  • 1 йомортҡа,
  • йәшел үләндәр,
  • борос,
  • тоҙ