Бал дауалай
Баш мейеһенең тамырҙарын таҙартыу өсөн
[үҙгәртергә]Берәр өлөш һуған согын һәм балды ҡушып ҡан тамырҙарын таҙартыусы дарыу эшләп була (һуған согы : бал = 1:1). Ас ҡарынға 2-шәр балғалаҡлап көнөнә 3 тапҡыр ашарға ашарға кәрәк була. Дауаланыу курсы — 3 ай.
Бронхит, туберкулез
[үҙгәртергә]- 100 г бал + 100 г һары май + 100 г ҡаҙ майы + 50 г какао + 150 г алоэ һутынан торған ҡушылма эщләп алалар. Иртән, кис 1-әр ашҡалаҡлап ҡулланалар.
- 10 һуғанбаштың ҡабығын 1 л һыуҙа, күләме яртылаш кәмегәнсе ҡайнаталар. Йүтәлде баҫыу өсөн был шыйыҡсаға бал ҡушып көнөнө 3 тапҡыр 150-шәр грамлап эсәләр.
- Төнгө йүтәлде баҫыу өсөн йоҡлар алдынан 1 аш ҡалаҡ һары май(тоҙһоҙ) ашайҙар. Унан яйлап ҡына 1 аш ҡалаҡ бал ашарға кәрәк.
- Миома, фибромиома, мастопатия булғанда 1-2 ай буйы прополис киҫемен һағыҙ һымаҡ имәләр .
Бронхиттан
[үҙгәртергә]Арҡаға бал һөртөргә һәм өҫтөнә марля киҫәге йәки йоҡа ғына салфетка ябырға. Уның өҫтөнә яҡшы итеп сылатылған 6-8 горчичник, дүрт ҡат итеп бөкләнгән ҡалын таҫтамал һалып, өҫтөнән ҡағыҙ, полиэтилен ябып, барыһын бергә ҙур таҫтамал менән нығытып бәйләп ҡуйырға.
Бындай процедураны дүрт-биш көн дауамында төнгөлөккә эшләргә кәңәш ителә. Төнгө сәғәт 3 - 4-кә тиклем тотҡанда ла һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй. Йәшлек",№25, 2020
БРОНХИТТАН, ЙҮТКЕРЕКТӘН, ҮПКӘ ЯЛҠЫНҺЫУЫНАН
[үҙгәртергә]Бер ҙур ғына һуған, шундай уҡ ауырлыҡта һарымһаҡ һәм керән (хрен) тамыры алабыҙ. Барыһын бергә ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Яҡынса ярты литр масса килеп сыға. Шундай уҡ күләмдә бал өҫтәйбеҙ. Яҡшылап болғатабыҙ.
Был ҡатнашманы ашаған ваҡытта берәр сәй ҡалағы ҡабул итергә кәрәк. Ҡатнашманы һыуытҡыста оҙайлы ваҡыт һаҡларға була. "Таң" гәзите