Бал ҡорто, уның бал йыйыуы (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Бер байҙың бар баҡсаһы,
Баҡсаһында мунсаһы.
Мунсаһына һыу ташый
Нескә билле бисәһе. - Беҙләй ҙә беҙләй,
Бигерәк йәне түҙмәй,
Гел тәмлене эҙләй. - Яр аҫтында мунсаһы,
Яр өҫтөндә булһасы!
Йүгерә-йүгерә һыу ташый
Нәҙек билле мәрйәһе. - Гөлбаҡсала бер мунса,
Шул мунсаға һыу ташый
Нескә билле Гөлниса. - Нәҙек билле мәрйә
Йүгерә-йүгерә һыу ташый. - Йомро янбашлы мәрйә
Йүгереп-йүгереп һыу ташый. - Баҡсалағы мунсала
Нескә билле бер еңгә. - Ояһында беҙе бар,
Бөҙрә сәсле ҡыҙы бар,
Ите хәрәм, һурпаһы хәләл,
Шул ни булыр? Белеп ал!