Бауырһаҡ

Викидәреслек проектынан
Баллы бауырһаҡ

Бауырһаҡ — башҡорт милли аш-һыуы, ҡамыр ризығы. Татар, ҡаҙаҡ һәм башҡа халыҡтарҙа ла таралған.

Кәрәкле аҙыҡ-түлек[үҙгәртергә]

  • Үҫемлек майы (туң май) 1 л
  • Он 450—500 г
  • Йомортҡа 5 дана
  • Тоҙ 1 балғалаҡ
  • Сода 1 семтем
  • Бал 130 г
  • Шәкәр 250 г
  • Һыу 50 г

Әҙерләү ысулы[үҙгәртергә]

Алдан 5 йомортҡаны һыуытҡыстан алып ҡуйырға. Йомортҡалар йылынғас, уларҙы туҫтаҡҡа һытып, күперткәнсе туҡырға. 1 балғалаҡ тоҙ, бысаҡ осонда сода өҫтәргә, унан һуң тағы ла яҡшылап болғатырға. 450—500 грамм ондо яйлап ҡушырға. Йомшаҡ итеп ҡамыр баҫырға. Уның әҙерлеген бысаҡ менән телеп ҡарап белергә мөмкин: киҫелгән урынында күҙәнәкләнеп торһа, ҡамырҙы, еүеш таҫтамал менән ҡаплап, ситкә ҡуйырға.

Ҡаҙанға май ҡойорға, уны ҡайнау хәленә еткерергә һәм һыуытырға.

30 минут ял иткән ҡамырҙы йәйеп, кәрәкле яҫылыҡта киҫәктәргә бүлергә. Ҡаҙанды талғын утҡа ҡуйырға. Йылымыс майға бер нисә киҫәкте һалырға, улар ҡалҡып сыҡҡас, болғап тороп, бешерергә.

Бауырһаҡ

Сироп әҙерләү ысулы[үҙгәртергә]

250 г шәкәр ҡомона 50 г һыу ҡушып, ҡайнатырға. Шәкәрле һыу ҡайнап сыҡкас, 130 г бал өҫтәргә һәм тағы яҡынса 15 минут ҡайнатырға.

Сироптың тамсыһы тәрилкәлә ситкә ағып таралмаһа, тимәк, сироп әҙер.

Бауырһаҡҡа эҫе сиропты ҡойорға һәм тәрилкәгә өйөргә.

Гөлгөнә Байегетова әҙерләгән бауырһаҡ[үҙгәртергә]

Бауырһаҡ өсөн йомортҡаларҙы аҙналар буйы тундырып һалып ҡуям, һәр ваҡыт әҙер ятһын өсөн йомортҡаларҙы һатып алыу менән бер-нисә унарлығын туңдырғысҡа оҙатам. Иртәгә бауырһаҡ бешерәм тигән кисте күпме кәрәк шул сама йомортҡаны иретергә сығарып ҡуйырға кәрәк . Бының өсөн туңған йомортҡаның тышын һыу аҫтында тотоп әрсейем, иреп һыуы аҡмаһын өсөн тәрилкәгә һалып ҡуям. Бауырһаҡ өсөн мин биш туңған йомортҡа алдым, иртәгеһенә торғас ирей биргән йомортҡаларҙы оҙаҡ ҡына итеп миксерҙа әйләндерергә ҡуйҙым, яҡынса ун минут әйләндерҙем йомортҡа бөтөнләй тигеҙ булып сыҡҡансы, артабан инде ике сей йомортҡаның һарыһын ҡушып тағы ла миксерҙа әйләндереүҙе дауам итергә.

Артабан инде ҡамырға бер аш ҡалағы көнбағыш майы ҡушырға, семтем тоҙ һәм сәй ҡалағы осонда ғына соданы аш һеркәһе менән һүндереп һалырға, тағы ла болғатабыҙ. Әҙләп - әҙләп иләнгән он ҡуша барып үтә ҡаты ла, шулай уҡ шыйыҡ та булмаған ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы йомортҡа ҙурлығында киҫәктәргә бүлеп онло ҡулда әллә ни нәҙек итмәй оҙонса бауҙар эшләп сығырға. Таҡтаға һалып тигеҙ генә оҙонлоҡта ҡырҡҡыслап сығырға, бер аҙ ваҡытҡа өҫтөн таҫтамал менән ябып торорға. Бауырһаҡтарҙы майға һалабыҙ ҙа майға ярты стакандың яртыһынан һалҡын һыу ҡоябыҙ (һыуҙы йылымыс майға ғына һалабыҙ, эҫе майға түгел!!!), утты аса бирәбеҙ. Бауырһаҡтарҙы эҫе майға һалмайбыҙ, ярыла. Икенсе тапҡыр бауырһаҡтар һалыр алдынан майҙы һүндереп тороп әҙерәк һыуытып алырға. Бер һауытта ғына бешереүе оҙаҡ булһа бер юлы ике һауытта бешерергә мөмкин, эҫе май һыуына торғансы икенсе һауытта бешерә башларға. Бауырһаҡтар һарғылт төҫкә ингәс артыҡ оҙаҡ та майҙа тотмай һарҡытып алабыҙ. Майҙың төбөнә ҡарайып он ултыра башлаһа майҙы һарҡытып һауыттың төбөн таҙартып алырға.

Бауырһаҡтар өсөн сиропты бына нисек эшләнем: бер стакан шәкәр ҡомона ярты стакан һыу ҡойоп сироп ҡайнатып алдым да ике аш ҡалағы бал ҡушып болғаным. Бауырһаҡтар кукурузная палочкалар кеүек кенә булып килеп сыҡтылар еңел һәм йомшаҡ ҡына, ауыҙҙа эреп кенә тора тигәндәре ошо инде.