Үҙем менән таныштырҙым
Ҡотлауға ла күсәйем,
Алып килгән бүләгемдең
Сәсән бауын сисәйем.
ВИКИ БАТШАЛЫҒЫ
(Замана әкиәте)
Боронғонан төҙөлмәгән
Күрер күҙгә күренмәгән,
Тотоп ҡарап беленмәгән
Бар икән бер батшалыҡ..
Бик күп ти унда халыҡ.
Башҡорт батшалығы ти,
Бар һүҙҙәр башҡортса ти,
Төҙөйҙөр ти ирекмәндәр
Бер тин хаҡ алмайса ти.
Улар батшалыҡты төҙөй
Булһын тиеп халҡына,
Үҙ милләтен яратыуы
Һәм һөйөүе хаҡына.
Был башҡорт батшалығында
Ҡәлғәләр бик күп икән,
Һәр ҡәлғәнең баш кешеһе
Башлыҡ, вәзир бар икән.
Был илдә Башҡорт һүҙҙәре,
Башҡорт рухы хужа ти,
Бер ҡәлғәнең баш кешеһе
Хан - Нур Башы була ти.
Хандар , вәзирҙәр янында
Күп икән һылыу ҡыҙҙар,
Ҡулдарына ҡәләм тотҡан
Ҡыҙҙар – гүйә йондоҙҙар!
Ҡәләмдәренең осонан
Башҡортса һүҙҙәр тама,
Һис тиктормай тырыш ҡыҙҙар
Һаман яҙа ла яҙа.
Был батшалыҡта диуарҙар
Күтәрелгән һүҙҙәрҙән,
Уҙып киткән ти батшалыҡ
Бик күп башҡа илдәрҙән,
Кемдәр оҫта, кемдәр маһир,
Кемдәр булдыра ала,
Ҡушылығыҙ һеҙ ҙә , дуҫтар,
Һүҙҙәр батшалығына.