БашВики Әйтеше, 2023 йылдың ғинуары/Нур башы сәсән – Рөстәм Нурыев, Өфө ҡалаһының Калинин районы Фәйҙер (Федоровка) ауылынан

Викидәреслек проектынан

Нур башы сәсәндең Әйтеште башлап ебәреүе һәм икенсе көндө ҡабаттан тулыраҡ иғлан әйтеүе:

Нур башы:


Һай, афарин, сәсәндәр,
Иғланды ла күргәндәр,
Килә һалып еткәндәр,
Бер тиҫтәне үткәндәр.
Таныштар бар арала,
Яңылар ҙа тартыла,
Байрам рухы тарала,
Һорауҙар ҙа һорола.

Әйтешкә килергә һорап
Кисә һалдым шул оран,
Иғлан йәтеш булмаған,
Бәғзе сәсән күрмәгән,
Әле килеп етмәгәнгә,
Теманы ла белмәгәнгә,
Ҡабаттан әйтәм һүҙем –
Кисәге иғландан теҙем:

Сәсән атлы дуҫтарыма
Сәләм атамын бөгөн,
БашВики балиғ булған,
Билдәләй тыуған көнөн.
Ирекмәндәр әҙерләнә
Китап нәшер итергә,
Саҡырам һеҙҙе лә мин,
Матур һүҙҙәр әйтергә.

Тарихта ҡалһын хәтер,
Әйтештә тыуған фекер,
Башҡорт теле донъя яулай,
БашВики, һиңә шөкөр.
Викиөләсәйҙәр дан ҡаҙанды,
Алтын һарай залында,
Вики башҡорт ҡулында, тип
Хайран ҡала Ҡазан да.

Ҡушылығыҙ дуҫ-таныштар,
Таныш булмағандар ҙа,
Маһирлыҡта һынашайыҡ,
Ыңғай форсаты барҙа.
БашВикиға бағышланған
Әйтеш әйтеп алайыҡ,
Барса милләт белеп торһон,
Донъяға яр һалайыҡ.

Баҙнат итмәй һүҙ әйтергә,
Әйтеш күҙәткән дуҫтар,
“Йөрәк”-кә һеҙ баҫығысы,
Алҡышлап, сабып устар.
Уңға борған уғы ла бар,
“Уртаҡлашыу” булыр ул,
Уртаҡ итең был әйтеште,
Уҡыһын һеҙҙең дуҫтар.
....
Тағы сәсәндәр көтөп,
Килгәнен дәртләндереп,
Һорауҙарға яуап итеп,
Һүҙемде китәм әйтеп.
БашВикиның тарихын,
Яҙам бөгөн китапҡа,
Шуға күрә юғалтмағыҙ,
Ҡарап минең тарафҡа.

Әйтеш туҡтап тормаһын,
Сәсән тема боҙмаһын,
Викинан ул бормаһын,
Изге теләк һораһын.
Әйтештең дә маһирлыһын,
Барса халыҡ һайлаһын,
Уларҙы мин ҡарармын,
Китапҡа тип алырмын.

Бер ай шулай туплармын,
Баҫмаға ла хуплармын.
Туған телдәр көнөнә,
Әйтеш һуңы көтөлә.
Әйтешкә лә ҡушылған,
Сәсән булып танылған,
Маҡтау ҡағыҙы алыр,
Даны тарихта ҡалыр.

БашВикиның йыйынын,
Тыуған көнөн йыйыуын,
Китап шунда туйлауын,
Уйлайбыҙ, шул, уйлауын.
Көнө билдәле булһа,
/Ҡаҙна аҡсаға тулһа/,
Иғланын беҙ һалырбыҙ,
Өмөттә һеҙ ҡалығыҙ.


24 ғинуар

Нурлыбикә


Нур ханына, һәммәгеҙгә
Хәйерле көн! Сәләм бирәм
Ҡушылырға уйлап торам
Сәсәндәрҙең ҙур ҡорона,
Йор һүҙлеләр хорына.
"Тағын күрһәтергә"не тик
Тапманым бит баҫырға
Оят булыр микән әлүк
Йыйынғанға ҡасырға


24 ғинуар


Сәскәбикә:


Сәсәндәрҙе саҡырып,
Йыйҙың һин оло ҡорға,
Викинең тыуған көнөн
Бергәләшеп туйларға.
Рәхмәт һиңә, ҡор башы,
Ҡорға йыйғаның өсөн,
Сәсәндәреңде барлап,
Осраштырғаның өсөн.
Йыйылғандар был ҡорға
Үткер телле сәсәндәр,
Иле, теле өсөн янып,
Изге һүҙен сәскәндәр.


25 ғинуар